Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 602 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗАРУРИ
ЗАРУРИ [ғәр. (Р.: необходимый; И.: necessary; indispensable; T.: zaruri) с.
1. Бик кәрәкле, мотлаҡ; зарур. □ Необходимый, нужный, потребный, важный. М Әммә гәзит тағы ла уҡымлыраҡ, утемлерәк булһын өсөн ауыл хәбәрселәренең, уҡыусыларыбыҙҙың да ярҙамы, терәк булыу зарури. Г. Ситдиҡова.
2. фәлс. Ҡанун рәүешендәге; мәжбүри. □ Обязательный, безусловный, важный, должный. Зарури куренеш. Зарури рэуештә. Зарури хәл.
ЗАРУРЛЫҠ (зарурлығы) и. ҡар. зарурат 1. ■ Был бейеуҙә барҙыр бөтәһе лә: купме хис-наҙ, купме зарурлыҡ! һын-моңонда, халҡым, — мәшһурлегең, бейеуеңме? Тарих торорлоҡ\ М. Уразаев.
ЗАРУТ и. диал. ҡар. эҫкерт. Зарут-зарут бесән.
ЗАР-ҺАҒЫШ (Р: горесть; И.: sorrow, grief; T.: acı) и. йыйн.
Хәсрәт, һағыш хисе; зар-моң. □ Горесть, кручина, скорбь, печаль. Зар-Һағыш баҫыу. Зар-Һағыштан йонсоу. Зар-Һағыштан ҡотолоу. ■ Салауат та батыр илдән киткәс, йөрәктәрҙе баҫты зар-һағыш. Халыҡ йырынан.
ЗАРЫҒЫТЫУ (зарығыт-) ҡ. диал. ҡар. зарыҡтырыу.
ЗАРЫҒЫУ (зарыҡ-) (Р: тосковать; И.: be sad and blue; T.: özlemek) ҡ.
1. Хәсрәткә, ҡайғыға ҡалыу. □ Тосковать, горевать, печалиться. Яңғыҙлыҡтан зарығыу. ■ [Нурия:] Улайтып зарығып йөрөгәнсе, икенсе эшкә кусер инең. Н. Мусин. Саптыр, осҡор атым, ос, ҡанатым! Зарыҡмаһын, көтөп яңғыҙы. Д. Юлтый.
2. Бик ныҡ теләү, тилмереү. □ Томиться ожиданием. // Томительное ожидание. Бер курергә зарығыу. Зарығып йөрөу. Илен һағынып зарығыу. ■ Ҡышҡы сатлама һыуыҡта йортһоҙ, етем бесәй балаһы, индереуҙе һорап, ишек төбөндә зарығып мыяулап ултыра. Ф. Иҫәнғолов. Атаһын курергә зарыҡҡан бала ни әйтһен, ул, әлбиттә, бик риза ине. Яр. Вәлиев. Ә йәй, тап Емештең
әсәһе Сәғурә еңгә улгән йылдағы кеуек, бик эҫе, ҡоро килде. Кешеләр һәр көн зарығып, аҙарынып ямғыр көттөләр. 3. Биишева. Бик һағынып, дуҫҡай, бик зарығып, һиңә генә яҙҙым был хатты. Халыҡ йырынан.
3. диал. Инәлеү. □ Умолять. Ебәреуҙе һорап зарығыу.
ЗАРЫҒЫШЫУ (зарығыш-) ҡ. урт. ҡар. зарығыу 1, 2. взаимн. от зарығыу 1, 2.
ЗАРЫҠ БУЛЫУ (зарыҡ бул-) (Р: томиться; И.: pine (for); T: intizar çekmek) ҡ. һөйл.
Мохтаж булыу; тилмереү. □ Томиться чем. Көтә-көтә зарыҡ булыу.
ЗАРЫҠТЫРЫУ (зарыҡтыр ) (Р: томить; И.: tantalize; torment; T: eziyet vermek) ҡ.
Бик ныҡ көттөрөү; зар-интизар итеү, тилмертеү. □ Томить, истомить кого. Хат яҙмай зарыҡтыра. ■ Был зарыҡтырған еңеу таңы ине. Ғ. Рамазанов. Таң йоҡоһо осҡан ҡатынды зарыҡтырма, һине көткән илгә ҡайтсы инде, һалдат, ҡайт инде. X. Ғиләжев.
ЗАРЯД [рус.] и.
1. ҡар. яһаҡ!.
2. физ. Есемдәге электр энергияһының миҡдары. □ Заряд. Кире заряд. Ыңғай заряд. Электр заряды. ■ Йәшен ваҡытында ундағы электр зарядтары ошо уткәргес аша ергә китә һәм тирә-яҡтағы әйберҙәргә зарар килтерә алмай. Р. Миңлебаев.
ЗАРЯДКА [рус.] (Р: зарядка; И.: morning exercises; Т: sport jimnastiği) и.
1. спорт. Физик күнекмә. □ Зарядка. Иртәнге зарядка. ■ Сәлим уянғас та иренеп юрған аҫтында ятмай, һикереп тора ла, зарядка яһай башлай. Ф. Рәхимғолова. Кесе командирҙар һалдаттарҙы иртәнге зарядкаға алып сыҡҡан. Д. Исламов.
2. эл. һөйл. Ниндәйҙер йыһазға электр тогынан көс бирә торған ҡулайлама. □ Зарядка (зарядное устройство аккумулятора). Телефондың зарядкаһы.
ЗАРЯДЛАНЫУ (зарядлан-) (Р: заряжаться; И.: energize; T: şarj etmek) ҡ. эл.
602