ЗАТ
Электр энергияһы алыу. □ Заряжаться. // Зарядка. Аккумулятор зарядланған. Зарядланған өлөшсәләр.
ЗАРЯДЛАУ (зарядла-) (Р.: заряжать; И.: energize; T.: şarj etmek) ҡ. эл.
Электр энергияһы биреү, зарядлы итеү. □ Заряжать. // Зарядка, заряжение. Аккумуляторҙы зарядлау. Батареяны зарядлау.
ЗАРЯДЛЫ с.
1. ҡар. яһаҡлы I. Зарядлы мина. Зарядлы снаряд.
2. физ. Электр заряды булған. □ Заряженный и заряжённый. Кире зарядлы өлөшсәләр. Ыңғай зарядлы өлөшсәләр.
ЗАРЯДҺЫҘЛАНЫУ (зарядһыҙлан-) (Р.: разряжаться; И.: run down, discharge; T.: şarj i bitmek) ҡ. эл.
Электр зарядының бөтәүе. □ Разряжаться.
ЗАСАДА [рус.] и. ҡар. боҫҡон 1. □ Засада. Танк засадаһы. Засада ҡороу. Засаданан һөжум итеу. Эскадронды засадаға ҡуйыу. ■ Ул [дошман], засаданы ҡамап алырға иҫәпләп, флангыларҙан һөжум итеп ҡараны, әммә утә алманы. 3. Ишмаев.
ЗАСЕДАТЕЛЬ [рус.] и. һөйл. ҡар. ултырышсы. ■ Заседателдәр судьяларҙың әйткәнен дә көтөп тормай, суд ҡарарҙарының утәлешен тикшерә, иптәштәр судына практик ярҙам курһәтә. Картотека фондынан.
ЗАСТАВА [рус.] (Р: застава; И.: picket; outpost; T.: kara gümrüğü) и.
1. Дәүләт сиген һаҡлаған ғәскәри төркөм һәм шул төркөм урынлашҡан урын. □ Застава. Заставаға баҫыу. Тыныс застава. Сик буйы заставаһын нығытыу. ■ Сулдәр ҡосағында заставала пограничник поста сик һаҡлай. Картотека фондынан.
2. Ял ваҡытында йәки маршта төп көстәрҙе һаҡлаған ғәскәри төркөм. □ Застава. Тауҙағы застава. Бәләкәй застава. ■ Шадрин алға бер застава ҡуйыу кәңәшен әйтте. А. Таһиров.
ЗАТ [ғәр. ‘-^] (Р: род, племя, родословная; И.: kin, clan; T.: soy) и.
1. Ҡәрҙәш; нәҫел. □ Род, родословие, родословная; племя, происхождение. Заты
яҡшы. Затын тикшереу. Зат итеу. Насар заттан. Сит зат. Зат ҡыуыу. Заты ҡороу. ■ [Алпамыша:] Алпамыша тигән атым бар, батыр тигән затым бар. Ҡобайырҙан. Үҫкән икән гузәлкәйем затына берәу генә. Халыҡ йырынан. Моғайын, бәхет тә, мөхәббәт кеуек ук, утә көслө, утә ғәйрәтле заттандыр. Ғ. Әмири.
2. Төп билдәләре дөйөм булған нәмә, төркөм. □ Род, порода, племя. Әҙәм заты. Мал заты. ■ Торомбайҙың яуға менгән аты толпар затынан булған. Әкиәттән. Тап-таҡыр ялан. Бер генә ағас заты ла куренмәй. Ә. Ихсан. [Куян — Уҙаҡҡа:] Затыбыҙҙы ҡоротмаһаң, мөрхәт ҡуйһаң иреккә, тиребеҙҙе йәлләмәбеҙ бейәләйгә, буреккә. «Уҙаҡ-Туҙаҡ — Балабәшнәк ярсығы». • Тау менән ташты ел боҙор, әҙәм затын һуҙ боҙор. Әйтем.
3. Енес. □ Пол. Ир заты. Катын-ҡыҙ заты. ■ Йәкшәмбе булыуға ҡарамаҫтан, урамда ир заты куренмәй, улар ҡайҙалыр юғалғандар. Д. Юлтый. «Теге саҡта атайым Ғөбәйҙә әбейгә ярҙам иткәндәге кеуек, берәйһе килеп сыҡһа ине», — тип тирә-яҡҡа ҡарайым мин. Тик әйләнә-тирәлә ир затынан бер әҙәм юҡ. Н. Мусин.
4. Матди сифаты булған есем; нәмә. □ Суть, сущность, ценность. Аҫыл зат. Ҡиммәтле заттан. ■ Алтын затын ерҙең аҫтынан да ҡаҙып-соҡоп, эҙләп табалар, ҡәҙерҙәре бөткән нәмәләрҙе ергә кумеп, өҫтөн ябалар. М. Ғафури. Уларҙың ошондай аҫыл зат өй йыһаздарын, урын-ерҙәрен маҡтап, Хөббөниса абыстайҙың куңелен тапҡыһы килде. Т. Хәйбуллин.
5. Ҡиммәтле, баһалы нәмә. □ Вещь, драгоценность. Заттарын тартып алыу. Йорттағы заттар. ■ Әминбәк бер аҙ куҙе кунеккәс ҡараһа, был бер ҙур булмә булып сыҡҡан. Шунда ул булмәнең бер мөйөшөндә йымылдап ятҡан заттар кургән. Әкиәттән.
6. Ниндәйҙер сифаты менән айырылып торған шәхес; кеше. □ Личность, человек, особа. Камил зат. Билдәле зат. Оло зат. Яуыз зат. ■ Әйтерең бармы, уҫал
603