Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 605 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗАУАЛ
то, куҙенә төшөп торған ҙур бүрек кейгән. Ф. Иҫәнғолов. • Затлының һуҙе татлы. Әйтем. Татлынан татлы — яҡшы һуҙ, затлынан затлы — яҡты йөҙ. Әйтем.
4. Юғары дәрәжәле; абруйлы. □ Благородный, знатный, знатного происхождения; воспитанный, достопочтенный. Затлы up. Затлы ҡунаҡ. ■ Дан йырланһын яҡшы атҡа, затлы иргә, ҙур шәмгә, тик куп йырланһын донъяны алып барған әҙәмгә. М. Кәрим. Ҙур йомошҡа ебәрәләр ирҙәрҙең иң затлыһын. М. Кәрим.
5. Нәҫел-нәсәпле, заты, туғандары күп булған. □ Имеющий родню. Кумәк затлы. Затлы ара. Затлы ырыу. ■ Ни тиһәң дә тыуған яҡ, куҙ йәшемде йыуған яҡ, бишек затлы яҡтарым, юл башым, һуҡмаҡтарым. X. Кәрим.
6. диал. Гел ир бала тапҡан ҡатын.
□ Женщина, рожающая только сыновей. ■ Затлы ҡатындан сабыйҙың кендеген киҫтерәләр. Экспедиция материалдарынан.
ЗАТЛЫ Л АН Д ЫРЫУ (затлыландыр-) (Р.: облагораживать; И.: ennoble; refine; T.: yüceltmek) ҡ.
Сифатын яҡшыртыу, затлы итеү. □ Облагораживать, облагородить. // Облагораживание. Тауарҙы затлыландырыу.
ЗАТ ТА (Р.: нисколько; И.: by no means; T.: hiç) р. диал.
Һис тә. □ Нисколько. Зат та сығып йөрөгәнем юҡ. Зат та сығып йөрөгән кеше тугелмен.
ЗАТТАШ (Р.: родственник; И.: relation, relative; T.: akraba) и.
Бер үк зат кешеһе, нәҫелдәш; туған.
□ Родственник, сородич, соплеменник. Затташ булып сығыу. Затташты осратыу.
ЗАТҺЫҘ (Р: безродный; И.: without kith or kin; T.: akrabasız) с.
1. Ҡан-ҡәрҙәше юҡ, нәҫел-нәсәпһеҙ.
□ Безродный. Затһыҙ булыу. Затһыҙ әҙәм. Затһыҙ килен. • Затһыҙҙың ғумере татһыҙ. Әйтем.
2. Сифаты насар йәки түбән. □ Некачественный, недоброкачественный. Затһыҙ тауар. Затһыҙ кейем.
3. Дәрәжәһе юҡ, абруйһыҙ; бәҫһеҙ. □ Безызвестный, не знатный; дешёвый. К [Егет — Маҡтымһылыуса:]Атам аҫылһыҙ тугел — ил тотҡан аҡһаҡал Көсөкбай, уҙем затһыҙ тугел — даны танылған Әбләс. «Маҡтымһылыу».
4. диал. Уңмаған, булдыҡһыҙ. □ Неспособный, бездарный, бестолковый.
ЗАТЫҠАЙ (Р: ребёнок, похожий на свой род; И.: child like his/her kin; T.: çocuk) и. диал.
Затына тартҡан бала. □ Ребёнок, похожий на свой род. Шул тиклем затыкай бала.
ЗАТ-ЫРЫУ (Р: родня; И.: relatives; Т.: akrabalar) и. йыйн.
Нәҫел-нәсәп, туған-тыумаса. □ Родня, родственники. Зат-ырыуҙы данлау. Зат-ырыу менән кусеп китеу. Зат-ырыуҙы йыйыу. Зат ырыуҙа булмағанды ҡыланыу. Зат-ырыуға таяныс булыу.
ЗАТ-ЫРЫУҺЫҘ (Р: безродный; И.: without kith or kin; T.: akrabasız) с.
Нәҫел-нәсәпһеҙ, туған-тыумасаһыҙ. □ Безродный; без роду, без племени. Зат-ырыуһыҙ кеше. Зат-ырыуһыҙ көн итеу.
ЗАТ ЭЙӘҺЕ (Р: живое существо; И.: eiving being; T.: varlık) и.
Йән эйәһе, кеше. □ Живое существо, живая душа. ■ Ит яҡшыһы — ҡарта, зат -затына тарта. Әйтем.
ЗАТ ЯЛҒАУҘАРЫ (Р: личные окончания; И.: personal endings; T: şahıs eki) и. лингв.
Ҡылымдың зат, заман менән үҙгәргәндәге ялғауҙары. □ Личные окончания. Уҡыны, уҡыйбыҙ ҡылымдарында -ны, -й, -быҙ — зат ялғауҙары.
ЗАУ (Р.: горе; И.: grief, sorrow; T.: acı) и.
Ҡайғы, хәсрәт. □ Горе, страдание. М Әз-рәкәгә шау һалды, көтмәгән бер зау һалды. «Урал батыр».
ЗАУАЛ (Р: бедствие; И.: calamity, disaster; T.: felaket) и. диал.
605