Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 606 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗАУ КҮРЕҮ
Афәт, бәлә, зыян. □ Бедствие, вред. Берәй зауал сыҡмаһын. Бер-бер зауал булғандыр.
ЗАУ КҮРЕҮ (зау күр-) (Р.: любоваться; И.: admire; T.: hayranlıkla seyretmek) ҡ. диал.
Һоҡланыу, һоҡланып ҡарау. □ Любоваться, восхищаться.
ЗАУЫҒЫУ (зауыҡ-) (Р.: горевать; И.: grieve (for); T.: kahırlanmak) ҡ.
1. Хәсрәткә ҡалыу, зар-моңға сумыу.
□ Горевать, страдать. Зауығып ултырыу.
2. диал. Ябығыу, насарайыу. □ Худеть, истощаться. Ауырыуҙан зауығыу.
ЗАУЫҠ (зауығы) [ғәр. 3^] (Р: вкус; И.: taste; T.: zevk) и.
1. Матурлыҡты, күркәмлекте тойоу, аңлау һәм уны баһалай белеү һәләте.
□ Вкус. Юғары зауыҡ. Нескә зауыҡ. Зауыҡ менән эшләу. Зауыҡ белеп кейенеу. Зауыҡ тәрбиәләу. Зауығы уяныу. ■ Беҙ уҙебеҙ иреткән ҡоростоң сифатын кутәрә барабыҙ, уҙебеҙҙе кешелек матурлығының зауыҡ юғарылығына алып менәбеҙ. М. Хәйҙәров. Бына был курсанттар — егеттәр, исмаһам! Ҡайһылай зауыҡ менән кейенеп алғандар. Ф. Иҫәнғолов. Беҙ кешеләрҙә матурлыҡты аңлау тойғоһо, эстетик зауыҡ тәрбиәләргә тейешбеҙ. Н. Нәжми. Сәхнәгә ябай, ләкин зауыҡ белеп кейенгән йәш ҡатын кутәрелде. И. Абдуллин.
2. Рухи ләззәт, кинәнес; рәхәтлек, ҡәнәғәтлек. □ Наслаждение, удовольствие; блаженство, услада. Куңел зауығы. Зауыҡтан мәхрум. Зауыҡ алыу. Көндәлек зауыҡҡа бирелеу. Зауыҡ табыу. ■ Бабич уҙенең иң яҡшы йырҙарын дан өсөн дә, зауыҡ өсөн дә тугел, ә ысынлап та алтын иле өсөн, уҙ туған халҡы өсөн йырланы. Ә. Харисов. [Ҡарлуғас:] Старшина өсөн кешене интектереу шулай зауыҡ булғас, беҙ ни эшләй алабыҙ? Б. Бикбай. Борсолоуҙар, уйҙар, кисерештәргә тулы көндәр, зауыҡ йылдарҙы йөрәк менән генә тойоу етмәй, ҡабартмайса эштә ҡулдарҙы. М. Тажи. Оҙаҡ йылдар уҙенең тыуған Уралында булмаған кешегә барыһы ла зауыҡ, барыһы ла ҡыҙыҡлы, әлбиттә. Ғ. Аллаяров. Яҙ матурлығы ла, тәбиғәт зауығы ла, яҙ
килтергән шатлыҡ, ҡыуаныстың кешеләр йөҙөндә сағылышы ла уның куҙенә куренмәне. М. Тажи.
3. Рухи теләк, ынтылыш; көслө дәрт, рух, илһам. □ Желание, вожделение. Зауыҡты баҫыу. Зауыҡты ҡуҙғытыу. Зауыҡты ҡә-нәғәтләндереу. Үҙ зауҡың менән йәшәу. ■ Әлимә ҡыҙҙар араһында уҡыу тураһында һуҙ алып бара башланы. Уларҙа уҡыуға зауыҡ тыуҙырырға тырышты. Д. Юлтый. Яңы закон миңә бигерәк яҡын, ныҡ кутәрҙе минең зауҡымды. Б. Вәлид. Һөйгән дә йәрем тоғро булһа, һөйөр инем зауҡым ҡанғанса. Халыҡ йырынан.
4. Нимәгәлер тартым көсө, әүәҫлек.
□ Желание, тяга, стремление, потребность к чему-л. ■ Һин йәки юрамал ҡыланған булаһың, йәки зауҡың бөтөнләй юҡ. М. Кәримов. Ә шулай ҙа ҡағыҙ-ҡәләмде ҡуймайым мин — зауҡым ҡуйҙырмай. Ғ. Ғүмәр. Хәҙерге көн зауығы менән яҙылған балалар өсөн әҫәрҙәрҙең дә аҙ булыуы быға ныҡ булышлыҡ итә. М. Нурмөхәмәтов. Ҡем ул? Санитармы? Яралымы? Бола зауығы уны аңлатмаҫ. Эргәһендә ята ҡоралдашы, ята ят кейемле һалдаттар. X. Ғиләжев.
ЗАУЫҠ БУЛЫУ (зауыҡ бул ) (Р: быть любителем чего; И.: be fond of appreciate; T: zevk almak) ҡ.
Нимәгәлер әүәҫ булыу. □ Быть любителем чего. ■ [Мәсемхан] ғәскәр менән сәхрәлә сауҡ ҡылған, уҙе уйын уйнауға зауыҡ булған. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ЗАУЫҠ ИТЕҮ (зауыҡ ит-) (Р: сильно желать; И.: yearn for want; T: istemek) ҡ.
Ныҡ теләү; нимәгәлер дәрт итеү. □ Сильно желать, хотеть чего.
ЗАУЫҠЛАНДЫРЫУ (зауыҡландыр-) (Р: прививать вкус; И.: inculcate taste; T: zevklendirmek) ҡ.
1. Матурлыҡ, күркәмлектән тәм, йәм табыу тойғоһо уятыу; зауыҡ тыуҙырыу.
□ Прививать вкус. ■ Ғафури — уҙенең ижады менән ике яҡты ла, башҡортто ла, татарҙы ла, бер юлы зауыҡландыра, рухи
606