Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 607 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗАҺИР
ҡәнәғәтләндерә алғаны өсөн уртаҡ әҙип. Ә. Харисов.
2. Рухи ләззәт, кинәнес биреү; рәхәтлек, ҡәнәғәтлек тойғоһо уятыу; зауыҡ биреү. □ Доставлять наслаждение, удовольствие; приводить в восторг. Театрға барып куңелде зауыҡландырыу.
3. Рухи теләк, ынтылыш тыуҙырыу; көслө дәрт, илһам биреү; зауыҡты уятыу. □ Будить желание, стремление. Яҡшы баһа яңы эшкә зауыҡландырып ебәрә.
ЗАУЫҠЛАНЫУ (зауыҡлан-) (Р: испытывать тягу к высокому; И.: aspire (for lofty things); T.: zevklenmek) ҡ.
1. Матурлыҡ, күркәмлектән тәм, йәм табыу тойғоһо уяныу; зауыҡ тыуыу. □ Испытывать тягу к высокому, стремление к духовному обогащению. Н Зауыҡланып куңел көрлөгөнән, йөрөп ҡайтыр өсөн ил куреп, сығып китте бер көн Аҡназар бай. М. Тажи.
2. Нимәнәндер рухи ләззәт, кинәнес табыу; рәхәтлек, ҡәнәғәтлек тойғоһона бирелеү. □ Блаженствовать, наслаждаться чем, получать наслаждение, удовольствие от чего. Я Тылсымлы донъяла мин зауыҡланып йәшәй инем йәйге аҡ сәскә һымаҡ. А. Игебаев. Куңел зауыҡлана, урманыңдың ҡайһы һуҡмағынан атлама, гөлдәреңдән генә тугел, хатта япрағыңдан татлы бал тама. А. Игебаев.
3. Рухи теләк, ынтылыш, көслө дәрт тыуыу; илһамланыу, рухланыу. □ Восторгаться, испытывать душевный подьём, вдохновение. ■ Башҡортостанды уҙ куҙе менән кургән бөтә яҙыусылар .. уны берҙәй һоҡланып һәм зауыҡланып һүрәтләгән. Ә. Харисов. Сәғиҙә .. ауылдың уҙенә генә хас йолаһы, йыр-моңо менән зауыҡланды. М. Тажи. Уны һулаған һайын куңел көслөрәк зауыҡлана. С. Ҡудаш.
ЗАУЫҠЛЫ (Р: приятный; И.: tasteful; T: zevkli) с.
1. Зауыҡ (1) менән эшләнгән; матур, күркәм. □ Приятный, со вкусом. Зауыҡлы кейем. Зауыҡлы булыу. Зауыҡлы архитектура ҡомартҡыһы. Я Шул төн ауыл ситендәге
ғәжәп зауыҡлы бер өйҙә йәш баланың сәңгелдәге елкән һымаҡ бәуелә. Н. Иҙелбай.
2. Зауыҡ (2) биргән, тыуҙырған, рухи ләззәт биреп, күңелде күтәргән. □ Вдохновляющий, доставляющий наслаждение, удовольствие. Я Өйгә инеу менән мине шундай зауыҡлы бер толҡалыҡ солғап алды — булмәләр айырыуса бер куркәмлек менән йыйыштырылған. Н. Иҙелбай. Затлы кейем, ирекле тауыш, зауыҡлы йыр, төрлө уйын — бәхет һәм гузәл тормошто һөйләй был һабан туйы. С. Кулибай.
3. Зауыҡ (3) уятҡан, биргән; дәртле, рухлы, илһамлы; күңелле. □ Вдохновенный, восторженный; весёлый. Зауыҡлы йәшлек. Зауыҡлы йәшәу. ■ Был донъяҡайҙарҙың зауыҡлы сағы ағай-эне теуәл саҡта икән. Халыҡ йырынан. Бындай конкурстар, әлбиттә, уҙенсәлекле оҫталыҡ мәктәбе һәм зауыҡлы аралашыу мөхите лә. «Башҡортостан», 12 октябрь 2009. Толпар атҡа менеп, заяға елеп, уҙып бара зауыҡлы йәшлегем. Кукрәгемдә һөйөу һағыштары, куҙҙәремдә тоҙло йәштәрем. 3. Биишева.
ЗАУЫҠТЫРЫУ (зауыҡтыр-) ҡ. ҡар. зауыҡландырыу.
ЗАФӘР [ғәр. (Р: победа; И.: victory; success; T: zafer) и. иҫк. кит.
Өҫтөн булыу, еңеп сығыу, теләккә ирешеү.
□ Победа, успех, достижение цели. Зафәргә өйрәнеу. Зафәр кунекмәһе алыу.
ЗАҺИЛ [ғәр. JaL] (Р: трусливый; И.: cowardly; faint-hearted, timid; T: korkak) c. иҫк. кит.
1. Ҡаушап ҡалыусан; ҡурҡаҡ. □ Трусливый, нерешительный. Заһил кеше. Н Тэскэр бит, төрлө кеше бар, тик уларҙың ауырлығы бөтә полкҡа төшә. Хоҙай бындай заһилдарҙан уҙе һаҡлаһын. Н. Ҡәрип.
2. Ғәмһеҙ, ҡайғыһыҙ, иғтибарһыҙ.
□ Равнодушный, беспечный, беззаботный. Заһил булыу.
3. диал. яһил. □ Злой.
ЗАҺИР I [ғәр. j] (Р: яркий; И.: bright; radiant; T: zahir) с. иҫк. кит.
607