Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 610 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗЕЛҒАРАТАШ
ЗЕЛҒАРАТАШ (Р.: тяжёлый; И.: heavy; T.: ağır) с. диал.
Ауыр, көс еткеһеҙ. □ Тяжёлый, увесистый. Кутәрерлек тугел ул, зелғараташ. Зелғараташ нәмәне кутәреп, бил ҡуҙғатырһың,.
ЗЕЛПЕ (Р.: бересклет бородавчатый; И.: euonymus, wahoo; T: iğ ağacı) и. бот.
1. Муйыл япраҡлы, ваҡ ҡыҙғылт сәскәле, ҡара емешле ҡыуаҡ; осҡат. □ Бересклет бородавчатый (лат. Euonymus verrucosus). Дарыуға зелпе файҙаланыу. Ҡара зелпе. ■ һай ғына йырғанаҡтар тирәһендә зелпе ҡыуаҡтары уҫеп ултыра. Ә. Бикчәнтәев.
2. диал. Айыу баланы. □ Жимолость. Аҡ зелпе. Киң япраҡлы зелпе, һөйәлле зелпе. Тәпәш (йәйенке) зелпе.
3. диал. Эт муйылы. □ Разновидность крушины.
3ЕЛТЕРӘҮ (зелтерә-) ҡ. диал. ҡар. дерелдәү 1. Өшөп зелтерәу.
ЗЕМБЕР (Р.:рябь; И.: ripple; T: ufak kırışıklıklar) и.
1. Ваҡ ҡына тулҡын. □ Рябь. Елдән ҡул өҫтөнә зембер йугерҙе. Һыу өҫтө зембер итеп китте.
2. Тән буйлап семерләп үткән ҡалтырауҙы белдергән һүҙ. □ О лёгкой мелкой дрожи, ознобе. Зембер итеу. Тәнем зембер итеп китте.
ЗЕМБЕРЛӘТЕҮ (земберләт-) (Р: рябить; И.: ripple; T: kırıştırmak) ҡ.
1. Ваҡ-ваҡ ҡына тулҡынландырыу. □ Рябить, взволновать. Ел кул өҫтөн земберләтә. ■ Һыуға төштөк. Яр буйына йыйылған ваҡ сабаҡтар һыуҙың өҫтөн земберләтеп тирә-яҡҡа һирпелде. Н. Мусин. Ебәктәй нескә генә мандолина ҡылдары, земберләтеп сиртһәң уға, һибелә шатлыҡ моңдары. А. Игебаев.
2. Эҫеле-Һыуыҡлы итеү, дерелдәтеү (тәнгә ҡарата). □ Вызывать мелкую дрожь, озноб, мурашки; слегка знобить. ■ [Команда ] йөрәктең әллә ҡайһы еренә дөп итеп барып бәрелә лә тәнде земберләтеп ебәрә.
Ярһып та, уҙ-уҙеңде юғалтып та ҡуяһың уны ишеткәс. Н. Ҡәрип.
ЗЕМБЕРЛӘҮ (земберлә-) (Р: рябить; И.: ripple; T: kırıştırmak) ҡ.
1. Ваҡ-ваҡ ҡына тулҡынланыу йәки тулҡынған һымаҡ итеү. □ Рябить. Кул өҫтө әкрен елгә земберләп ята.
2. Эҫеле-Һыуыҡлы булыу, дерелдәү (тәнгә ҡарата). □ Мелко дрожать, слегка дрожать. ■ Бер генә секундҡа пограничниктың тәне земберләп китте, ләкин тиҙ ук уҙен ҡулға алды. Д. Бүләков. Айыу һунарсыларҙы кургәс, ҡолаҡ ярғыс тауыш менән аҡырып ебәргән. Тегеләрҙең тәндәре земберләп киткән. Әкиәттән. Тәндәрем земберләп, иләҫ-миләҫ булып киттем. Р. Солтангәрәев.
ЗЕМЛЕМЕР [рус. I и. һөйл. ҡар. ер үлсәүсе. ■ Калҡаманов егерме етенсе йылдарҙа, землемерҙар техникумын яңы ғына тамамлаған ваҡытта, ошо яҡтан уткәйне. С. Агиш.
ЗЕМЛЯНКА [рус.] и. ҡар. ер өй. Землянка ҡаҙыу. Землянкала тороу. ■ Һуғышҡа тиклем улар [Үтәев Сәхиулла] бәләкәй генә землянкала йәшәй торғайны. Картотека фондынан. Беҙҙең землянкалар эргәһендә бер рәттән өс-дурт бомба ярылды. Д. Юлтый.
ЗЕМСКИЙ [рус.] (Р: земский; И.: Zemstvo head; T: vali) и. тар.
Земство башлығы. □ Земский. R Староста тип ни, бер уның ҡулынан килә торған эш тиһенме ни? Земский ҡуша... Ер тураһында минең эшем юҡ. Бирһә — ана тора, бирмәһә — ана тора. Земскийға барып, әллә ниндәй ер эштәре нығыттырып йөрөйҙәр бит ана. һ. Дәүләтшина.
ЗЕМСНАРЯД [рус. землесосный / землечерпальный снаряд} и. ҡар. ҡом һурғыс карап.
ЗЕМСТВО [рус.] (Р.: земство; И.: Zemstvo board;T.: valilik) и. тар.
Революцияға тиклемге Рәсәйҙә ҡайһы бер үҙәк губерналарҙа булған, хоҡуҡ яғынан ныҡ сикләнгән урындағы идара. □ Земство. Земство йыйылышы. Өйәҙ земствоһы. ■ Реформа осоронда Ырымбур һәм Өфө губер
610