ЗЕҢЛӘҮ
наларында уҙ аллы идара органдары булған земство учреждениелары барлыҡҡа килде. Картотека фондынан. 1918 йылдың ғинуар айы. Земство китапханаһының уҡыу залына фронттан ҡайтҡан һалдаттар, ерһеҙ яфаланған крәҫтиәндәр йыйылған. Картотека фондынан. Был ауылға земство яҙ көнө таш мәктәп һалдырырға булғайны. Ғ. Хәйри.
ЗЕНИТ I [рус.] и. астр.
1. ҡар. төшлөк.
2. кусм. Иң юғары нөктә; дәрәжә. □ Самая высшая точка, должность.
ЗЕНИТ II (Р.: зенитный; И.: anti-aircraft; T.: uçaksavar) с. хәрби.
Һауалағы дошман самолёттарына һ. б. ата торған. □ Зенитный. Зенит артиллерия. Зенит батарея. Зенит туп. ■ Йылғаның һул яғында 37 мм-лы зенит орудиеһы ултыра. Орудие расчёты, тягач ватылғанлыҡтан, яланда тороп ҡалған икән. Ә. Ихсанов.
ЗЕНИТСЫ (Р: зенитчик; И.: anti-aircraft gunner; T.: uçaksa varcı) и. хәрби.
Зенит ҡоралынан атҡан хәрби кеше. □ Зенитчик. ■ Зенитсы дошман самолётын бәреп төшөрҙө. X. Кәрим. Зенитсылар өҙлөкһөҙ рэуештә пушкаларҙан, эре калибрлы пу-лемёттарҙан ут яуҙыра. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010.
ЗЕҢ (Р: дзинь; И.: ding; T.: çın ҫш) оҡш.
Яңғырап сыҡҡан нәҙек кенә тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание тонкому, нежному звону, например, колокольчика: дзинь. Зең итеп ҡалыу.
ЗЕҢЕЛДӘТЕҮ (зеңелдәт-) (Р: звякать; И.: tinkle; T: şıngırdamak) ҡ.
Зең-зең тигән тауыш сығарыу, зең-зең килтереү. □ Издавать звук, звякать чем. Тәҙрәләрҙе зеңелдәтеп кук кукрәне.
ЗЕҢЕЛДӘҮ (зеңелдә-) (Р: звенеть; И.: ring; T.: çınlamak) ҡ.
Зең-зең тигән тауыш сығыу, зең-зең килеү. □ Звенеть, дзинькать. М һәйкәл, мәңгегә баҫҡанлығын белеп, ҡуҙғалманы торған еренән... Тик бер ваҡыт, тарта торғас, уның китте ҡулы һынып, зеңелдәп. Н. Нәжми.
ЗЕҢЕЛДӘШЕҮ (зеңелдәш-) ҡ. урт. ҡар. зеңелдәү, взаимн. от зеңелдәү.
ЗЕҢ-ЗЕҢ (Р: дзинь-дзинь; И.: ding-a-dong; T.: çın çın) оҡш.
Ҡабат-ҡабат зең иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание перезвону, звукам нежного звона: дзинь-дзинь. Зең-зең иттереу. Зең-зең килтереу. ■ Биҙрәләргә зең-зең итеп һөт аҡҡан тауышҡа ҡатын-ҡыҙҙың: «Малҡай! Тик кенә тор!» — тигән һуҙҙәре ҡушыла. Ф. Әсәнов.
ЗЕҢК (Р: звяк ; И.: sound imitative word; T.: çıngır çıngır) оҡш.
Ҡапыл өҙөлгән яңғырауыҡлы нәҙек тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание резкому отрывистому звуку: звяк. Зеңк итеу. Зеңк иттереу.
ЗЕҢКЕЛДӘТЕҮ (зеңкелдәт-) ҡ. йөкм. ҡар. зеңкелдәү, понуд. от зеңкелдәү. Я Тап ана шул көлөуҙәре [яҙыусыларҙың] зәһәр һалҡын булып Ҡәләмдәровтың һөйәктәрен зеңкетеп алды. Ф. Иҫәнғолов.
ЗЕҢКЕЛДӘҮ (зеңкелдә-) (Р: звякать; И.: tinkle; T.: şıngırdamak) ҡ.
Зеңк-зеңк итеү, зеңк-зеңк иткән тауыш сығарыу. □ Издавать резкий, отрывистый звук, дзинкать, звякать. Я Яңы йортто ҡотлайҙар, иҙән-myбә дер килә. Стакандар зеңкелдәй, шаулай мәжлес, гөр килә. Картотека фондынан.
ЗЕҢКЕТЕҮ (зеңкет-) (Р: вызывать ноющую боль; И.: ache; T.: sızlatmak) ҡ.
Әрнетеп, үҙәккә үткәреп һыҙлатыу; сәңгетеү. □ Вызывать ноющую боль. Ҡаты һыуыҡ һөйәктәрҙе зеңкетә.
ЗЕҢКЕҮ (зеңк-) (Р: ныть; И.: ache; Т.: sızlamak) ҡ.
һыҙып-һыҙып һыҙлау; сәңгеү. □ Ныть, саднить, болеть. Аяғым зеңкеп ауырта. Баш зеңкей.
ЗЕҢЛӘҮ (зеңлә-) (Р: звенеть; И.: ring; T.: çınlamak) ҡ.
Зең тигән тауыш сығарыу. □ Звенеть, зазвенеть. М Ҡапыл шығырлап ишек асылды ла кире ябылды. Тәҙрә быялалары зецләп ҡуйҙы. Ә.Зәйнуллин.
20*
611