Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 613 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗИМАГОРЛЫҠ
3. Емеш-еләк һуты менән ҡаймаҡҡа күпертеп бешергән татлы аҙыҡ, пастила төрө. □ Зефир (пастила). Шоколадлы зефир.
ЗИГЗАГ [рус. < фр. zigzag < нем. zickzack ‘һыныҡ һыҙыҡ’] (Р.: зигзаг; И.: zigzag; T.: zikzak) и.
Кәкерсәкле һыҙыҡ. □ Зигзаг. Зигзаг һыҙыу. ■ Иптәштәрем минең тирәмдә әйләнеп алалар ҙа, ҡатмарлы зигзагтар яһай-яһай, тиҙлектәрен аҙ булһа ла кәметкән хәлдә, оса бирәләр. М. Гәрәев.
ЗИКӘНБАШ и. бот. диал. ҡар. екән.
ЗИЛАЛАЙҒА (Р.: попусту; И.: in vain, to no purpose; T.: boşuna) p.
Бер маҡсатһыҙ, эшһеҙ; бушҡа; алағайымға. □ Попусту, впустую. Зилалайға сығып китеу. ■ Зилалайға йөрөу ирлек тугел, донъялыҡта даның сыҡмағас. Халыҡ йырынан.
ЗИЛ-ЗИБӘР с. ҡар. зир-зәбәр 1. Зил-зибәр килеу. Зил-зибәр килтереу. ■ Уны зил-зибәр килтереп ҡыйратыу бурысы беҙҙең штурмовиктарға йөкмәтелде. Картотека фондынан. Зөлҡәрнәй ҙә килеп талап киткән, Сыңғыҙ илде иткән зил-зибәр. Й. Гәрәй.
ЗИЛЗИЛӘ [ғәр. aJjIj] (Р: землетрясение; И.: earthquake; T.: zelzele) и.
1. Ер тетрәүе, ер һелкенеүе, тирбәлеш. □ Землетрясение. Я Бына бер ваҡыт бик ҡаты зилзилә булып, тауҙар тауҙарҙы ҡосаҡлаған, ер ярылған. Картотека фондынан. Ҡапыл уҡтай осто йырсы ҡоштар, ер аҫтынан геуләп килде лә бар ҡаланы дер һелкетеп утте дәһшәтле көс — хәтәр зилзилә. Ғ. Рамазанов.
2. кусм. Төрлө сәбәптән тыуған оло бола, мәхшәр. □ Землетрясение, кутерьма, суматоха. Зилзилә ҡубыу. ■ Сәғәттән артыҡ барған зилзилә, ут ҡойоно эсендә яралы егет бер генә тапҡыр ыңғырашһасы. Ш. Янбаев. Нимә булды тип торам, Раббым Хоҙа, ни тауыш бар, ник иҙәндә зилзилә? Ш. Бабич. Елһеҙ, тымыҡ, матур, һоҡланып туймаҫлыҡ көндәр була. Шул һоҡланып туймаҫ матур көндәрҙе ҡапыл әллә ниндәй ҡаты зилзиләләр алыштыра. И. Насыри.
ЗИЛЛӘТ [ғәр. <Б] (Р: унижение; И.: dishonour, come-down; T: zillet) и. иҫк. кит.
Мәсхәрәле, хурлыҡлы хәл; ғәрлек, түбәнлек. □ Унижение, позор, низость. Зилләткә ҡалыу. Зилләткә төшөу. М Еиззәт менән улеу артығыраҡ зилләт менән ерҙә йәшәуҙән. Д. Юлтый. Ғәйшә абыстай .. оло ҡазаға тура килһә лә, көндән-көн уҙен йыуатып .. зилләттәргә төшмәне. Р. Фәхретдинов.
ЗИМ I (Р: шуга; И.: sludge ice; T: gevrek buz) и. диал.
Шыя. □ Шуга. Зим килә.
ЗИМ II (Р: увесистый; И.: heavy, hefty; T.: ağır, okkalı) с. диал.
Тос, һәлмәк. □ Увесистый. Зим май.
ЗИМАГОР [рус. зимогор] (Р: зимогор; И.: tramp, hobo; T: serseri) и.
1. тар. Эш эҙләп ҡышын ситкә киткән ауыл кешеһе. □ Зимогор. ■ Ибрай зимагор фырт ҡарт булған, ситтә оҙаҡ йөрөгән, байлыҡҡа тейенә алмаһа ла, ғорур икән, ауыл байы Дәуләтхан менән тиң баҫырға тырышҡан. Р. Камал.
2. кусм. Өйһөҙ, ултыраҡһыҙ төрлө ерҙә йөрөгән кеше; берәҙәк. □ Бродяга. ■ [Хәсән мулла:] Ауыл халҡы һайлап ебәргән вәкилдәрҙе шулай теләгән бер жулик, зимагор ҡыуа башлаһа, был донъяла ни бәрәкәт ҡалыр, нисек торорға. А. Таһиров. Прииск эшселәре — сезонниктарҙы һурәтләгәндә, М. Ғафури әҫәргә зимагорҙар теленә хас ту-паҫыраҡ һуҙ һәм әйтемдәрҙелә индереп ебәрә. Ғ. Рамазанов. Ырымбурҙа йөрөй икән, зимагор булып киткән икән, — тип һөйләнеләр Илсеғолда [Закир тураһында]. 3. Биишева. Ярар, ҡәйнеш, бәхет эҙләп ситкә китәһең китеуен, әллә ҡайҙа зимагор булып аҙып-туҙып йөрөмәһәң ярар ине. Һ. Дәүләтшина.
ЗИМАГОРЛЫҠ (зимагорлығы) (Р: бродяжничество; И.: vagrancy; T: serserilik) и. тар.
Зимагор булыу хәле. □ Бродяжничество. Зимагорлыҡтан ялҡыу. Сараһыҙҙан зимагорлыҡта йөрөу. ■ Йәшлегемдең ҡыҙыу бер дәуерен зимагорлыҡ менән уткәрҙем, ғәфу итегеҙ инде, дуҫ-иштәрем. Картотека
613