Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 614 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗИМАҠ
фондынан. Берәуҙәр бысҡы һөйрәп яҡындағы ауылдарға кәсепкә, икенселәре төрлө приискыларға зимагорлыҡҡа сығып китте. И. Ғиззәтуллин.
ЗИМАҠ (зимағы) и. һөйл. ҡар. зимагор.
ЗИМАНЫН ҠУТАРЫУ (зиманын ҡутар-) (Р.: разнести в пух и прах кого-что\ И.: give a thorough rating, give a sound scolding; T.: yerden yere vurmak) ҡ.
Пыр туҙҙырыу, кәрәген биреү. □ Разнести в пух и прах кого-что. ■ [Ғөлзада — Барыйға:] Малды рәтләп ҡарамаһа, мин ул кешеңдең зиманын ҡутарырмын, буш тегеләй. Ш. Насыров.
ЗИМ ИТ (Р: филе; И.: filet; T.: fileto) и. диал.
Һум ит. □ Филе. Зим ит һатып алыу.
ЗИМ Л ӘҮ (зимлә-) ҡ. диал. ҡар. емләү 3.
ЗИММӘ [ғәр. (Р: ответственность; И.: responsibility; T.: sorumluluk) и. иҫк. кит.
1. Өҫкә алынған яуаплылыҡ, бурыс, хәстәр. □ Ответственность; обязательство, ручательство. Ата-әсә зиммәһендә булыу.
2. Кемдеңдер ҡарамағы, ҡурсыуы, яҡла-уы; күҙәтеүе, тәьминәте. □ Чьё-л. обеспечение, ведение, прикрытие; защита. Зиммәгә алыу. Кеше зиммәһендә булыу. ■ [Мулла:] Кыҙҙың кисвә вә нәфәҡаһы зиммәгеҙҙә булып, ҡаланың дәруазәһенән сыҡмаһын. Ғ. Рафиҡи. Карт менән әбей эшлектән сығып ҡартайыу сәбәпле, былар [ике егет] зиммәһенә ҡала. Әкиәттән.
ЗИНА [ғәр. <^j] (Р: прелюбодеяние; И.: adultery; T.: zina) и.
1. Ир менән ҡатын-ҡыҙҙың никахһыҙ енси бәйләнеше; уйнаш. □ Прелюбодеяние, распутство, блуд, разврат. Зинанан тыуған.
2. Ҡатын-ҡыҙҙың тән һатыу шөғөлө; фә-хишәлек. □ Проституция. Зина йорто. Зина менән көн куреу.
ЗИНА ҠЫЛЫУ (зина ҡыл-) (Р: блудить; И.: fornicate; T.: zina etmek) и.
Ир менән ҡатын-ҡыҙҙың никахһыҙ енси бәйләнешкә инеүе; уйнаш итеү. □ Блудить, вступать во внебрачную связь. ■ Кемдер: «Сәмиға ҡарсыҡтың ҡыҙы зина ҡылып бала
тапҡан», — тип өҫтәп ҡуйҙы. Ғ. Хәйри. Ишеттеңме, ниҙәр булған? Ғариф ҡыҙы зина ҡылған! Капҡа юҡҡа буялмай ул! Битһеҙ! Нисек оялмай ул?! М. Кәримов.
ЗИНАР [ғәр. jüj] (Р: пояс; И.: belt, girdle, sach; T.: kemer) и. иҫк. кит.
Биллек, билғау. □ Пояс. Зинар бәйләу. ■ Ул бик ябай кейенгән, башында уҡа менән сигелгән тубәтәй, ҡара сатин кулдәк өҫтөнән билен зинар менән бәйләгәйне. Картотека фондынан.
ЗИНАСЫ (Р: прелюбодей; И.: adulterer; T.: zinacı) и.
1. Никахһыҙ енси бәйләнешкә ингән кеше; уйнашсы. □ Прелюбодей, распутник, развратник. Зинасы булыуҙа ғәйепләу. Зинасы гөнаһы. ■ [Сатан:] Зинасыларҙы — Әлтәф ҡарт ҡыҙы Сәхибә менән Мәхмутте — тоттоҡ. Ғ. Хәйри. Һәрпәңдәтеп ап-аҡ һаҡалыңды, зинасыны яҡлап тораһың. Картотека фондынан.
2. Тән һатыу менән шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙ; фәхишә. □ Проститутка. Зинасы хәленә төшөу. Зинасыға әйләндереу. Зинасы итеп һатыу.
ЗИНАСЫЛЫҠ (зинасы л ығы) (Р: распутство; И.: libertinism, debauchery, dissoluteness, dissipation; T: sefahat) и.
Уйнаш итеү, енси аҙғынлыҡ, боҙоҡлоҡ. □ Распутство, разврат; блуд, прелюбодеяние. Зинасылыҡтан йолоу. Зинасылыҡтан һаҡлау.
ЗИНАХУР [ғәр. и. иҫк. ҡар. зинасы 1.
ЗИНДАН [фарс. û'^j] (Р: темница; И.: dungeon; T: zindan) и. кит.
1. Тотҡондо бикләү өсөн ергә тәрән, тар итеп ҡаҙып эшләнгән соҡор. □ Зиндан (подземная тюрьма); темница. Зинданға төшөрөу. ■ Алпамышаны .. ер аҫтына, зинданға бикләп ҡуйҙылар, ти. «Алпамыша». Азатлығын тартып алдылар, аяғына бығау һалдылар, ташланылар еуеш зинданға, тағы нимә кәрәк дошманға? X. Кәрим.
2. Иркенән мәхрүм ителгәндәрҙе ултыртып ҡуя торған урын; төрмә. □ Тюрьма, нево-
614