Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 615 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗИННӘТЛӘҮ
ля. Зинданға ябыу. ■ Урыным минең ятҡан — аты зиндан, һәр төрлө әҙәме бар яфа ҡылған. М. Аҡмулла. Мин — тотҡон Батырша, башҡорттоң батыры, ултырам зинданда башымды ҡатырып. Р. Ғарипов. Туҙемғолдоң ҡушыуы буйынса, иптәштәре зиндандағы тотҡондарҙы иреккә сығарғандар. Әкиәттән. Ә ул ун улемде уткән, ете тау, ете һыу кискән, Берлин зинданынан ҡасҡан, байтаҡ дошман башын ватҡан. Ғ. Рамазанов. Ишетелә ҡолдарҙың зар йыры, йәш тугә һылыуҙар зинданда. М. Кәрим.
ЗИНДАНСЫ (Р: тюремный надзиратель; И.: overseer, supervisor; T.: zindancı) и. кит.
Зиндан һаҡсыһы. □ Тюремный надзиратель. Зиндансыны саҡырыу.
ЗИНДИҠ [ғәр. (Р.: еретик; И.: heretic; T.: dinsiz) с. иҫк.
1. Алланы танымаған; динһеҙ. □ Еретик, безбожник. ■ Әһле зиндиҡ шаҡ ҡатып торһон, боҙолһон интизам. Ш. Бабич.
2. кусм. Оятын юйған, намыҫһыҙ. □ Бессовестный, бесчестный. ■ [Мәзин:] Аҡса һиңә тағы ла! Зиндиҡ бит. Үҙеңдән тейә һинең! С. Агиш.
ЗИННӘТ [ғәр. ^j] (Р: драгоценность; И.: jewel; T.: mücevher) и.
1. Ҡиммәтле аҫыл нәмә. □ Драгоценность; роскошь. ■ һай-һай, тиһәм, тауышым етер микән илкәйемде буйлап иңләргә? Бар йыһанда зиннәт табылыр микән куркәмлектә уға тиңләргә? X. Ғиләжев. [Ирәндек] уҙенең ҡуйынындағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ зиннәттәре менән генә тугел, бөтә булмышы, тышҡы йәннәте менән дә куңел-ҡараштарҙы уҙенә тарта. «Йәшлек», 11 июнь 2010.
2. Матурлыҡ, йәм, күрк. □ Изящество, красота. ■ Ҡар бөткән урындарға зиннәт бирер ваҡ-ваҡ ҡына төрлө-төрлө улән уҫеп. М. Ғафури.
3. кусм. Кемдер, нимәлер биргән йәм, күрк; күркәмлек. □ Убранство, украшение; убор, наряд. ■ Ә мин тәҙрә аша куреп кук ситен: «һауаларға зиннәт һибелгән!» — ти
нем. М. Кәрим. Һай! Бик бай клуб икән был, иҫең китер зиннәттән, өҫтәлдәре һығыла кеуек мул аш-һыуҙан, хөрмәттән. Т. Арслан. Әллә килеп инде микән кук йөҙөнән кук зиннәте — Зөһрә йондоҙо. Д. Юлтый.
ЗИННӘТЛЕ (Р: драгоценный; И.: precious; T.: değerli) с.
1. Ҡиммәтле, аҫыл. □ Драгоценный, богатый, великолепный, роскошный. Зиннәтле таш. Зиннәтле һауыт-һаба. ■ Зиннәтле дивандарҙа, врачҡа сират көтөп, ауырыуҙар ултыра. Ғ. Байбурин.
2. Танылған, яҡшы. □ Знатный. ■ Бай ана шул нәҫеле зиннәтле булған өсөн дә куп аҡсалар биреп һатып алған да инде Алмасыбарҙы. Й. Мостафин.
3. Матур итеп биҙәлгән, йәмле. □ Украшенный, разукрашенный, нарядный. ■ Бына мәктәп ниндәй булды. Зиннәтле, бейек! Бында мәрмәр йырлай, бронза көлә, йән кергән кеуек. Й. Гәрәй.
4. кусм. Тәрән мәғәнәле, оҫта ҡулланылған (һуҙгә ҡарата). □ Значимый, значительный, весомый, ценный (о слове). ■ Һуҙ зиннәтле булһа, шиғри туҡыма ла затлы була. Ғ. Хөсәйенов.
ЗИННӘТЛӘНЕҮ (зиннәтлән-) ҡ. төш. ҡар. зиннәтләү, страд, от зиннәтләү. Келәмдәр менән зиннәтләнеу. ■ Ана, йәйғор йәйгән ал ҡанатын — гузәллегенең юҡ бәйәһе; йәйғор тугел — ҡояш нуры менән зиннәтләнгән ғаләм йәйәһе. Р. Басимов. Төн яҡынайған һайын, улар [йондоҙҙар] арталар, кубәйәләр, шул хәлгә етәләр, бөтә кук йөҙө яҡты алмастар менән зиннәтләнә. Ғ. Ибраһимов.
ЗИННӘТЛӘТЕҮ (зиннәтләт-) ҡ. йөкм. ҡар. зиннәтләү, понуд. от зиннәтләү.
ЗИННӘТЛӘҮ (зиннәтлә-) (Р: наряжать;
И.: adorn dress up; T.: giydirmek) ҡ.
Матур итеп биҙәкләү; биҙәү. □ Наряжать, украшать. // Украшение. ■ Кунаҡ килгән саҡта кеше, барлы-юҡлы ғына өйөн дә йыйыштырып, уҙенсә зиннәтләп ҡуйырға тырыша. Б. Бикбай. Яңы быуын һөйөуенең ололоғон еткереу өсөн ҡулланылған бындай
615