ЗИФА
2. Алдан күреп, дөрөҫ аңлап, аҡыл менән эш итеүсән; һиҙгер аҡыллы. □ Даровитый, одарённый; мудрый; чуткий. Зирәк аҡыл. ■ Иц уҫал, тупаҫ уҡытыусылар ҙа бөгөн йомшағыраҡ ине — һәр хәлдә зирәк шәкерттәр ҙур уҙгәреш булғанын, йә булырға тейешлеген һиҙенде. С. Агиш. Салауат та тигән, ай, аҫыл ир — зирәк иркәйҙәрҙец зирәге. Халыҡ йырынан. Иц уткер куҙ — әсә куҙе, иц зирәге — уныц ҡолаҡ. М. Кәрим. • Ауға барһац, зирәк бул, юлдашыца терәк бул. Әйтем.
3. Эшкә уңған, булдыҡлы. □ Способный, умелый. ■ Егет ҡуллы ирҙәр — зирәктер, төндө көн иткәндәр — һирәктер. М. Басыров.
ЗИРӘКЛЕК (зирәклеге) (Р.: сметливость; И.: sharpness, keen-wittedness, gumption; T.: zekilik) и.
1. Тиҙ генә аңлап, отоп барыу һәләте; отҡорлоҡ, сослоҡ. □ Сметливость, смышлёность, смекалка, сообразительность, догадливость, понятливость. Яйлап өйрәтеусе юҡ — зирәклек кәрәк. ■ Дәресте куп ҡалдырһа ла кластан класҡа кусеп бара, шул зирәклеге, отҡорлоғо менән алдыра инде ул [Рахмай]. К. Кинйәбулатова. Улыныц ҡыйыулығы, зирәклегенән уныц куцеле йомшап китте. Һ. Дәүләтшина. «Кугәрсендәр улар башҡа ҡоштарҙан уҙҙәренец алыҫ куреуҙәре, зирәклектәре, хәтерле булыуҙары менән айырылалар», — тип апайым һөйләй башланы. Н. Ҡәрип.
2. Аҡыл менән эш итеү һәләте; һиҙгер аҡыл. □ Даровитость, одарённость; мудрость; чуткость. ■ Ацдып торған мәкер-хәйләләрҙе тик зирәклек менән ецерлек тә уткерлектәр менән утерлек. Р. Бикбаев. Муса Йәлил бала сағында уҡ уҙенец зирәклеге, аҡыллылығы менән тиҫтерҙәрен генә тугел, шаҡтай еткән йәштәге егеттәрҙе лә тацға ҡалдыра торғайны. С. Агиш. Ул уҡыу-яҙыу белмәһә лә, ирҙәр йөрөткән эштәрҙец, бөтә йөйҙәрен, төйөндәрен һиҙеп, абайлап һәр урында уҙенец уткер аҡылы, донъя кургэн зирәклеге менән ярҙамлашып тора.
Һ. Дәүләтшина. Был һәйбәт ҡылығына әҙ генә зирәклек тә өҫтәлһә, Хисбулла мулла булмағанда ла мәзин булырға һис шикһеҙ яраҡлы кеше буласаҡ ине. 3. Биишева.
3. Эшкә уңғанлыҡ, булдыҡлылыҡ.
□ Способность, умелость. ■ Шул көндән алып, Әбйәлилдә яҡшы аттар урсетәләр икән. Ә егеттәренец зирәклеге һәм ҡыйыулығы менән тирә-яҡта дандары таралған, ти. Әкиәттән.
ЗИТҠА ТЕЙЕҮ (зитҡа тей-) (Р: сердить; И.: anger; T.: kızdırmak) к.
1. Асыуҙы килтереү; йәнде көйҙөрөү.
□ Сердить, гневить. ■ «Бында эш ҡалдырып, эт һуғарып йөрөуселәр бөтмәҫ, ултыр тракторыца, әйҙә, киттек!» — тип Ҡаһымбай Буранбайға екерҙе. Уныц был һуҙҙәре Батырҙың зитына тейҙе. И. Ғиззәтуллин. Байҙыц тоҡом угеҙен тотоп алып, мөгөҙөнә мөйәт, алам-һалам септә элеп, ҡойроғонан тартып усекләй, зитына тейә башланы. С. Кулибай. Намыҫ зиты, кешелек бәҫен яҡлар куцел айбарлығы етерлек ине Фәтихтә. А. Мағазов.
2. Ялҡытыу, арытыу. □ Докучать. Н Башта куцелле булһа ла, көнө буйы еләк йыйыу зитҡа тейә башланы. Тупаҫ ҡул көсө ярҙамында башҡаларҙы уҙ ихтыярына буйһондорорға өйрәнгән Сафуандыц маҡтаныуы Ҡолсобайҙың зитына тейҙе. Я. Хамматов.
ЗИТҺЫҘ (Р: беспечный; И.: imperturbable, unruffled, calm; T.: kendine hakim) c.
1. Бошонмаҫ, ғәмһеҙ. □ Беспечный, невозмутимый. Зитһыҙ булыу. Зитһыҙ кеше. Зитһыҙ йән.
2. Ғәрсел түгел, йыуаш, буйһоноусан.
□ Смиренный, терпеливый; без самолюбия, без чувства собственного достоинства. Үтә зитһыҙ булыу. Зитһыҙ итеп уҫтереу. И [Гөлъямал:] Ә Нәфисәһе бигерәк бешмәгән, боламыҡ. Үҙ куләгәһенән [уҙе] ҡурҡа. Шул тиклем дә зитһыҙ кеше булыр икән! Я. Хамматов.
ЗИФА [фарс. bjj] (Р: стройный; И.: slender, slim; svelte; T.: zarif) c.
617