Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 618 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗИФАЛАНЫУ
1. һылыу, ҡупшы, һомғол. □ Стройный, статный. Зифа буйлы ҡыҙ. Зифа тал. ■ Елбәҙәкләп теккән зәңгәр бәрхәт зифа буйға бигерәк килешкән. Ш. Бабич. [Башҡортостан йылғаларында] буйҙары зифа ҡамыштар шым ғына йырлап тора. Р. Ниғмәти. Һинең генә кеуек зифа йәрҙәр нисек тыуып, нисек уҫә икән. Халыҡ йырынан. Ебәк кеуек йомшаҡ ҡара сәстәр, Зөлхизәнең зифа буйын тотош ҡаплап, аҡ ебәк кулдәк өҫтөнә ҡара куләгә ташлай. 3. Биишева. Ысын һурәтме, әллә бер шәуләме зифа буйың, алма йөҙҙәрең? Ҡараш һайын серле осҡон сәсә М0НҘ10, уйсан ҡара куҙҙәрең1 Д. Юлтый.
2. Бик матур, нәфис. □ Элегантный, изящный. ■ һөнәрсенең бөтә өйө тулып, йондоҙ кеуек йымылдашып ултырған ғәжәп зифа, сын яһау көршәктәрҙең әле береһен, әле икенсеһен алып, баш сайҡап, тел сатылдатып торған. 3. Биишева.
ЗИФАЛАНЫУ (зифалан-) (Р.: стать стройным; И.: become slender; T.: zarif olmak) ҡ.
Зифаға әйләнеү, күркәмләнеү. □ Стать стройным, изящным. ■ [Ғәни:] Бала сағында ҡып-ҡыҙыл, сырайһыҙ ғына булмаҡсы ине, ниндәй зифаланып, матурланып киткән. X. Ибраһимов.
ЗИФАЛЫҠ (зифалығы) (Р: стройность, статность; И.: slenderness; T.: zariflik) и.
Тән төҙөлөшөнөң, һындың матурлығы; һомғоллоҡ. □ Стройность, статность (фигуры, стана). Буй-Һындың зифалығы.
ЗИФАФ [ғәр. ^j] (Р: брачная ночь; И.: the first night (entering the nuptial chamber); T.: zifaf) и.
Егет менән ҡыҙҙың ҡауышыуы; никах. □ Брачная ночь. Зифаф төнө. ■ Фәх-релбанаттың ун биш йәшендә зифафы булып, Хәсән мулланың ғумерлек рафикаһы булды. 3. Һаҙи.
ЗИҺЕН [ғәр. (Р: ум; И.: wit, intellect; T.: zihin) и.
1. Кешенең аң, аҡыл һәләте. □ Ум, разум. Зиһен артыу. Зиһен асылыу. Зиһен томаланыу. ■ [Сәхипъямал:] Ат туҙмәгәнде, беҙ аслы-туҡлы бисә-сәсә, нисек туҙҙек
икән? Шуға әле зиһенем етмәй. X. Ғиләжев. Мәргәнгә Хоҙай бирһә тоғро уғын, уға иптәш булһа әгәр тоғро зиһен, бәхетенә тотҡарлыҡ юҡ, беләһеҙме? М. Аҡмулла. Халыҡ ғорур, ҡылды меңгә ярыр уның зиһене, уның ҡулдары. Р. Бикбаев. Зиһен асыҡ, хәтер бар саҡта фәнни донъя менән араны барлап сығырға кәрәк ине. Картотека фондынан. Ғәбит уның осҡор зиһененә, тормош куренештәрен, ваҡиғаларҙы дөйөмләштерә, теуәл һығымталар сығара алыуына ғәжәпләнә. Ә. Әминев.
2. Хәтер, иҫ; уйлау һәләте. □ Рассудок, память, сознание. Зиһенем юҡ. Зиһене яҡшы.
■ Бөгөнгө осрашыуҙар, көндөҙгө һөйләшеуҙәр һаман да куҙ алдынан китмәй, тәьҫораттары зиһененән сығып бөтмәй. Ғ. Вәлиев. Зиһенем таралған, уйҙарым сыуалған ине минең. Ф. Әсәнов.
♦ Зиһенде байытыу аңды үҫтереү. □ Обогатить память. Зиһене таҙа үҙ аҡылында, аныҡ фекерле. □ В здравом уме, в ясной (твёрдой) памяти.
ЗИҺЕН АЛЫШЫНЫУ (зиһен алышын-) (Р: помутиться умом; И.: go bugs; T.: aklını kaçırmak) ҡ.
Аҡыл дөрөҫлөгөн, уйлау һәләтен юғалтыу, дөрөҫ фекер итә алмау. □ Помутиться умом. ■ Зиһене алышынған һәр юлбашсы бөйөктәрҙән бөйөк булмаҡсы. Р. Бикбаев.
ЗИҺЕНГӘ АЛЫУ (зиһенгә ал ) (Р: запоминать; И.: memorize; T.: akılda tutmak) ҡ.
Хәтерҙә ҡалдырыу, иҫләп ҡалыу, аңға һеңдереү. □ Запоминать, воспринимать. Ишеткән-кургәнде зиһенгә алып барыу.
ЗИҺЕНДЕ ЙЫЙЫУ (зиһенде йый-) (Р: собраться с мыслями; И.; collect one’s thoughts; T.: aklını başına getirmek) ҡ.
Ҡыйын хәлдән сығып, иҫкә килеү; яйлап хәтергә төшөрөү. □ Собраться с мыслями.
■ Тәкмәс атып барып төшкән Мөхәрләм зиһенен йыйып, улай-былай иткәнсе һуң ине инде: машина тау аҫтына тәгәрәп китте лә барҙы. А. Ғирфанов. Дәреслектә яҙылған һәр һөйләмдең мәғәнәһенә ныҡлап төшөнөргә тырышып, Кәрим бөтә зиһенен тупланы. Я. Хамматов.
618