Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 619 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗОБ
ЗИҺЕНДЕ ТУПЛАУ (зиһенде тупла-) ҡ. ҡар. зиһенде йыйыу.
ЗИҺЕНДЕ ЯҠТЫРТЫУ (зиһенде яҡтырт-) (Р.: просветлить ум; И.: clarify one’s mind; T.: zihni açılmak) ҡ.
Аңды үҫтереү, асыҡ итеү. □ Просветлить ум. Олуғ аҡыл эйәһен тыңлау зиһенде яҡтыртып ебәрә.
ЗИҺЕНЛЕ (Р.: разумный; И.: reasonable, gifted; T.: aklı başında) c.
1. Аң, аҡыл һәләте юғары. □ Разумный, понятливый, даровитый, одарённый; сообразительный, смышлёный. Зиһенле булыу. ■ Туңәрәк ҡул буйында тирмәләр ҡороп, салт аҡыллы, ғәжәп зиһенле Салауат батыр уҙенең ҡатыны, бер улы, бер ҡыҙы менән ғумер иткән. Хикәйәттән. Бөтәһенән матур, зиһенлерәк, уңғаныраҡ минең әсәйем. Р. Ғарипов. Ғафури тура һуҙле, уткер зиһенле, уйындағын туп-тура ярып һала торған кеше ине, аумаҡайланып тормай ине. Ғ. Ғүмәр.
2. Хәтере, иҫе камил. □ Имеющий хорошую память. Зиһенле кеше. ■ Муса уҙе зирәк, зиһенле малай. Ишеткән-кургәнен иҫенән сығармай. 3. Ураҡсин. Бер тапҡыр уткән юл, .. кешенең дә, аттың да зиһенендә ҡала, эт тә, хатта ҡоштар ҙа шулай зиһенле була. С. Кулибай.
ЗИҺЕН ТАРАЛЫУ (зиһен тарал-) (Р: забыть; И.: slip one’s mind; T.: zihni dağılmak) ҡ.
1. Нимәлер хәтерҙән, иҫтән сығыу, онотоу. □ Становиться забывчивым. Аптырауҙан, шаңҡыуҙан зиһене таралған малай нисек ҡайтып еткәнен дә һиҙмәне.
2. Юғалып ҡалыу, аңҡы-тиңке булыу. □ Растеряться. ■ Конверт эсенән алған суд ҡарарын .. ҡат-ҡат уҡып сыҡҡас, Сәрби шаҡ ҡатып, зиһене таралып, булмә уртаһында оҙаҡ баҫып торҙо. X. Зарипов.
ЗИҺЕНҺЕҘ (Р: несообразительный; И.: slow(-witted); T.: varışlı olmayan) с.
1. Зирәк булмаған, яй уйлаған, тиҙ генә аңламаған. □ Несообразительный, непонятливый, недогадливый. Зиһенһеҙ булыу.
2. Хәтере, иҫе насар, онотолоусан. □ Забывчивый, беспамятный. Зиһенһеҙ кеше.
ЗИҺЕН ЮЙЫЛЫУ (зиһен юйыл-) (Р: терять память; И.: lose memory (of); T.: hafızasını kaybetmek) ҡ.
1. Хәтер юйылыу. □ Терять память.
2. кусм. Бик ныҡ аптырау, ҡаушау. □ Терять расудок. ■ Көтөлмәгән хәлгә шаҡ ҡатҡан малайҙар, зиһендәре юйылып, ауыҙ асып ҡалды. Ф. Иҫәнғолов.
ЗИҺНИ [ғәр. (Р: умственный;
И.: mental, intellectual; T: zihinsel) с. кит.
Аҡылға, зиһенгә мөнәсәбәтле. □ Умственный, интеллектуальный. Зиһни кимәл. Зиһни эш.
ЗИЯДӘ [ғәр. Ли] (Р: более; И.: more; T: ziyade) р. иҫк.
1. Күп, артыҡ, артығыраҡ. □ Более, больше, много. ■ Мадагаскар жәзирәһендә ҙур ағас уҫәлер. Әммә япрағы егерме дурттән зиядә булмай. М. Өмөтбаев.
2. Артып ҡалғаны. □ Излишек.
ЗНАКУМ [рус. знакомый} и. һөйл. ҡар. белеш, таныш. ■ Тәнзилә әбей ҡарлыҡҡан тауыш менән: «Питрә знакум, был мин, Ҡарамалы, Карамалинский Тәнзилә!» — тине. М. Тажи.
ЗНАМЕНАТЕЛЬ [рус.] (Р: знаменатель; И.: denominator; T: payda) и.
Кәсерҙә һыҙыҡ аҫтында тороп, берәмектең нисә тигеҙ өлөшкә бүленгәнлеген күрһәткән һан. □ Знаменатель. Сағыштырма знаменатель. Уртаҡ знаменателгә килтереу.
ЗНАЧОК (значогы) [рус.] (Р: значок; И.: badge; T: rozet) и.
Кешенең эшен баһалау йәки ниндәйҙер ваҡиғаны билдәләү өсөн сығарылып, түшкә тағып йөрөй торған тамға. □ Значок. Комсомол значогы. Пионер значогы. ■ «Ворошилов-сы атыусы», ГТО, ГСО значоктарына нормалар тапшырыу беҙҙең быуынды физик яҡтан сыныҡтырҙы. И. Ғиззәтуллин. Улар турист значогы төшөрөлгән ал байраҡты кутәрә. С. Әлибаев. Университет значогын, һай, ярата Фән аға! Ҡайһы кейемен кеймәһен, алыштыра ла таға. Р. Басимов.
ЗОБ [рус.] и. ҡар. ҡуштамаҡ.
619