Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 620 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗОБАНИҘАРСА
ЗОБАНИҘАРСА (Р.: жестоко; И.: brutally; savagely; T.: acımasızca) р. кит.
Рәхимһеҙ, яуыз рәүештә, ҡаты. □ Жестоко, безжалостно, бессердечно. Зобаниҙарса ҡыланыу.
ЗОБ АНИ Л ЫҠ (зобанилығы) (Р: жестокосердие; И.: hard-heartedness, cruelty; T.: acımasızlık) и. кит.
Рәхимһеҙлек, яуызлыҡ. □ Жестокосердие, безжалостность, бессердечность.
ЗОБАНЫЙ [ғәр.-фарс. (P: ад-
ское воинство; И.: hellish army; T.: cehennem ordusu) и. дини. кит.
1. Ислам дине буйынса, тамуҡ эргәһендәге һаҡсы, ғазап фәрештәһе. □ Адское воинство. Зобаный суҡмары. ■ Имеш, зобаныйҙар тамуҡтарҙа утлы туҡмаҡ тотоп эшләйҙәр, — шул зобаныйҙарҙан һис кәм тугел бында эшләп йөрөгән эшселәр. М. Ғафури. [Сабир мулла:] Йәннәттең дә рәте киткән, хур ҡыҙҙары аҙғандар, йәһәннәмдең зобаныйҙары тауыш кутәреп эш ташлап сыҡҡандар, ғилмандар иҫерек, вилдандар аҡылдан шашҡан... Б. Ишемғолов.
2. кусм. Яуыз, рәхимһеҙ, уҫал кеше.
□ Злой, безжалосный, жестокий человек. ■ Шатланмаһын, тинем, зобаныйҙар куҙ йәштәрен куреп батырҙың. Ғ. Әмири. Зобаныйҙар һелтәп гөрзөй суҡмар, болоттарҙы бутай, ҡуйырта. Ут эсенән супләп вәхши ҡоштар, беҙҙең өҫкә улем ырғыта. Ш. Бабич. Бик шаян ине ул, минең бисә. Эйе, ине тим. Ә хәҙер уҫалдың уҫалына әйләнде. Зобаный! Ғ. Әмири. «Ул зобаныйҙарға шул кәрәк», — тип ҡыуанды Бикбулат. Ғ. Ибраһимов.
ЗОДИАК (зодиагы) [рус. < гр. zodiakos ‘хайуандар әйләнәһе’] (Р: зодиак; И.: zodiac; T.: zodyak) и. астр.
Ҡояштың йыллыҡ хәрәкәт юлы буйлап урынлашҡан ун ике йондоҙлоҡ (Һыуғояр, Балыҡ, Ҡуҙы, Буға, Игеҙәктәр, Ҡыҫала, Арыҫлан, Ҡыҙ, Үлсәу, Саян, Уҡсы, Ылаҡ).
□ Зодиак. Зодиак яҫылығы. Хәрәкәт итеусе зодиак. Зодиак йондоҙҙары.
ЗОЛАМӘТ [ғәр. и. иҫк. кит. ҡар. золмәт II.
ЗОЛМӘТ I |ғәр. (Р: темнота; И.: dark, darkness; T.: zulmet) и. иҫк. кит.
1. Тон ҡараңғыһы. □ Темнота, мрак.
■ Ярым төн золмәттә куҙ нурым айҙай тотолдо. Б. Мирзанов. Нур илә золмәт вә төн, көндөҙ барыберҙер һиңә. Я. Юмаев. Көйҙөрөр ҡояш золмәтте асыу осҡоно менән, алдымда сәскә атҡан гөл, гөлдә былбылдар курәм. М. Сөндөклө.
2. кусм. Наҙанлыҡ, ҡараңғылыҡ. □ Невежество, темнота. Золмәт дәуере. Йәһәләт золмәте. ■ Золмәт маяктары -манаралар, яңғыратмағыҙ аҙан өндәрен. Д. Юлтый. Әйҙә, янһын барлыҡ уттар, ерҙә золмәт ҡалмаһын. Ш. Фидаи.
ЗОЛМӘТ II [ғәр. (Р: тирания; И.: despotism; T.: zulüm) и. иҫк. кит.
Иҙгенлек, ҡоллоҡ, золом. □ Тирания, деспотизм. Золмәт куреу. ■ Унда вәхшәт, унда золмәт, ут, йәһәннәм, эҫе нар. Ҡайҙа баҡма ғәм дә хәсрәт, моңһоу донъя, ҡайғы-зар. Б. Мирзанов. Ҡуп заман уткән һаман, уткән заман, уткән һаман: куҙ-йәш аҡҡан, золмәт артҡан, ҡан баҫып бөткән тамам. Ғ. Хәйри.
ЗОЛОМ [ғәр. ^] (Р: тирания; И.: violence; T.: zulüm) и. иҫк. кит.
Иҙгенлек, ҡоллоҡ, ғәҙелһеҙлек. □ Иго, насилие, угнетение, притеснение, тирания; несправедливость, жестокость. Золом ҡылыу.
■ Батша хөкумәтенең золомон бынан ары кутәрергә хәл ҡалманы. Һ. Дәүләтшина. Үҙеңде һин иҙеп янған менән, уйлама һин, ваҡыт утер тип, ҡара төндә ҡара болот булып ерҙе баҫҡан золом китер тип. Ш. Бабич. Ғәҙеллектә туҙан ҡәҙәр ләззәт булмаҫ, золомдо яҡшылыҡ тип уйлағанға. М. Ғафури.
ЗОЛОМ-ЙӘБЕР (Р.: насилие; И.: violence; T.: zulüm) и. йыйн.
Золом һәм йәбер. □ Насилие и гнёт, угнетение, притеснение. Золом-йәбер аҫтында йәшәу.
ЗОНА [рус. < гр. zone ‘һыҙат’] (Р: зона; И.: zone; T: bölge) и.
1. Ниндәйҙер дөйөм билдәһе, тәбиғи шарттары һ. б. менән билдәләнгән урын; төбәк, район, бүлкәт. □ Зона. Зона тарифы.
620