Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 621 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗОҺУР
Урманлы тау зонаһы. Урманлы дала зонаһы. Сик буйы зонаһы. Сүллек зонаһы. Тыйылған зона. Урал арты зонаһы. Урал алды зонаһы. Ирекле иктисад зонаһы.
2. һөйл. Һаҡ аҫтында төрмәлә ултырыу урыны, төрмә. □ Зона. Зонаға эләгеү. Зонанан сығыу.
ЗОНД |рус. < фр. sonde\ (Р.: зонд; И.: probe; T.: sonda) и.
1. Ниҙеңдер эсенә индереп ҡарай, тикшерә, өлгө ала торған көпшә рәүешендәге ҡорамал. □ Зонд. Медицина зонды. Тупрак зонды.
2. Һауаның юғарғы ҡатламдарын тикшерә торған һауа шары. □ Зонд. Һауа зонды.
ЗОНДЛАУ (зондла-) (Р.: зондировать; И.: probe; T.: sondalamak) ҡ.
Зонд менән тикшереү. □ Зондировать. Тупраҡты зондлау.
ЗОНТИК (зонтиғы) [рус. < гол. zonnedek ‘ҡояш + ҡаплағыс’] и. ҡар. ҡулсатыр.
ЗООВЕТЕРИНАРИЯ [рус | (Р: зооветеринария; И.: veterinary science; T.: veteriner hekimlik) и. вет.
Малдарҙы тәрбиәләү, үрсетеү, дауалау һәм ауыл хужалығында дөрөҫ файҙаланыу юлдарын өйрәнә торған фән. □ Зооветеринария. Зооветеринария белгесе. Зооветеринария институты. Зооветеринария пункты. Зооветеринария уҡыуҙары.
ЗООГЕОГРАФ [рус. < гр.] (Р: зоогеограф; И.: zoogeographer; Т.: zoogeograph) и.
Зоогеография буйынса белгес. □ Зоогеограф.
ЗООГЕОГРАФИК (Р: зоогеографический; И.: zoogeographic; Т.: zoogeograph) с.
Зоогеографияға мөнәсәбәтле. □ Зоогеографический. Зоогеографик карта.
ЗООГЕОГРАФИЯ [рус. < гр ] (Р: зоогеография; И.: zoogeography; Т.: zoogeograph) и.
Ер йөҙөндә хайуандарҙың таралышын өйрәнә торған фән. □ Зоогеография.
ЗООЛОГ [рус. < гр.] (Р: зоолог; И.: zoologist; T.: zoolog) и.
Зоология менән шөғөлләнгән белгес. □ Зоолог.
ЗООЛОГИК (Р: зоологический; И.: zoological; T.: zooloji) с.
Зоологияға мөнәсәбәтле. □ Зоологический. Зоологик атлас.
ЗООЛОГИЯ [рус. < гр. zöon ‘хайуан’ + logos ‘фән’] (Р: зоология; И.: zoology; Т.: һау-vanbilim) и.
Хайуандар донъяһын өйрәнә торған фән.
□ Зоология. Зоология кафедраһы. Зоология фәнен өйрәнеү.
ЗООПАРК [рус. зоологический парк] (Р: зоопарк; И.: zoo, zoological gardens; T.: hayvanat bahçesi) u.
Күргәҙмә өсөн йәнлектәрҙе яһалма шарттарҙа аҫрай торған урын. □ Зоопарк. Күсмә зоопарк. Зоопарк ҡарау.
ЗООТЕХНИК I (зоотехнигы) [рус ] (Р: зоотехник; И.: animal technician, livestock expert; T.: zooteknisyen) и.
Зоотехника буйынса белгес. □ Зоотехник. Йәш зоотехник. Тәжрибәле зоотехник. Райондыц баш зоотехнигы.
ЗООТЕХНИК II (Р: зоотехнический; И.: zootechnological; T.: zootekni) с.
Зоотехникаға ҡараған, зоотехникаға бәйле. □ Зоотехнический. Зоотехник ҡағиҙә. Зоотехник түцәрәк.
ЗООТЕХНИКА [рус.] (Р: зоотехника; И.: zootechnics; T.: zootekni) и.
Малды үрсетеү, ҡарау һәм дөрөҫ файҙаланыу тураһындағы фән. □ Зоотехника. Зоотехника курстары. Зоотехника факультеты.
ЗОФАФ |ғәр. ^j] и. иҫк. кит. ҡар. зифаф.
ЗОФРИЯБ [ғәр.-фарс. чЛ^] (Р: победитель; И.: conqueror; T.: galip) и. иҫк. кит.
Еңеүсе, өҫтөн сығыусы, теләгенә ирешеүсе. □ Победитель, победоносец. ■ Әл-Хәнәфи әй Мозаффар, зофрияб бул, ныҡ тырыш. Ш. Бабич.
ЗОҺУР [ғәр. (Р: появление;
И.: appearance; T.: zuhur) и. иҫк. кит.
Сығыш; билдәле булған ваҡыт; беленеү, күренеү, барлыҡҡа килеү. □ Появление, выход; зарождение, возникновение. ■ Башҡорт
621