Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 62 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВАҠ
ваҡ ҡына һары аҡһыл бөртөктәр куренде. Я. Хамматов.
2. Буй-Һыны, дәүмәле бәләкәй булған, ҙур түгел; киреһе — эре, ҙур. □ Мелкий, маленький. Ваҡ себеш. Ваҡ сауҡалыҡ. Ваҡ ҡыуаҡ. Ваҡ йорттар. ■ Өс кеше һыйырлыҡ ҡыуыштың һөлдәһен тәуҙә сыбыҡ-сабыҡ менән кәпләп, өҫтө ваҡ ботаҡ, ҡамыш, улән менән ябылды. Ә. Хәкимов.
3. Йәше, буйы бәләкәй, кесе йәштәге.
□ Маленький, малолетний. Ваҡ балалар сырылдаша. Ваҡ балалар еләк йыйып, еләк һаталар. ■ [Ныязғол байҙың] ваҡ балалары өйҙә уҡыйҙар. Һ. Дәүләтшина.
4. Милке, мөлкәте бәләкәй, иҡтисади яҡтан көсһөҙ. □ Мелкий. Ваҡ хужалыҡ. Ваҡ предприятие.
5. Һаны һәм тотҡан урыны буйынса бәләкәй булған. □ Малый, малочисленный. Ваҡ милләттәр. Ваҡ халыҡ.
6. Ҡыҫҡа аралы, йыш-йыш булған.
□ Мелкий. Ваҡ тешле тараҡ. Ваҡ баҫып атлау.
7. Йөкмәткеһе, әһәмиәте бәләкәй.
□ Незначительный, мелкий, второстепенный. Ваҡ эш. Ваҡ мәшәҡәт. 1 Был минутта Хөсәйенов иптәште бөтөнләй ваҡ мәсьәлә борсой ине. Й. Солтанов. Дилә өҙлөкһөҙ ҡушылған ваҡ йомоштарҙан бушамай йугер-геләй. Һ. Дәүләтшина. Ваҡ мәсьәләләр кубәй-һә, эреләрен йота. Картотека фондынан.
8. кусм. Бәләкәй, тар маҡсатлы. □ С узким мышлением, кругозором. И Үҙебеҙҙең бөгөнгө яҙмышты уйлап, Новиковтар менән барасаҡ билдәһеҙ ауыр көндәрҙе иҫкә төшөрөп куңел нескәрҙе, бындағы халыҡ, ниңәлер, ваҡ, тубән тойолдо. Д. Юлтый.
9. кусм. Кәрәкмәгән бәләкәй нәмәгә иғтибар итеп бәйләнеүсән; ваҡсыл. □ Мелочный. Ваҡ кеше. Ваҡ ир.
ВАҠ II (вағы) (Р.: мелочь; И.: small change; T.: ufakpara) и.
1. Ҡиммәте бәләкәй металл аҡса (әлеге ваҡытта 5, 10, 50 тин һәм 1, 2, 5, 10 һумлыҡ аҡса йөрөй). □ Мелкие деньги, мелочь. Кеҫәлә гел ваҡ, бер ҡағыҙ аҡса юҡ.
2. Эре аҡса менән сағыштырғанда бәләкәйерәк күләмдәге аҡса. □ Мелочь, мелкие деньги. ■ [Сәуәних] миңә mey әл йөҙ һум аҡса һуҙҙы. — Вағым юҡ, — тинем мин ҡабаланып, — һеҙҙән ун биш һум. Р. Ғабдрахманов.
ВАҠ III (вағы) (Р: крошка; И.: crumb, bit; T.: kırıntı) и. йыйн.
Нимәнеңдер ваҡланған киҫәксәләре, өлөштәре; онтаҡ, валсыҡ. □ Крошка, опилки. Бысҡы вағы. Икмәк вағы. Мәрмәр вағы. Печенье вағы. Тимер вағы. ■ «Аҡбуҙат»та-ғы юлдар иң юғары стандарттарға яуап бирә, ул ҡом һәм бысҡы вағы ҡатышмаһы менән ҡапланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтынан.
ВАҠ IV (вағы) (Р: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Әйле ырыуына ҡараған бер аймаҡ исеме.
□ Название родового подразделения баш-кир-айлинцев.
ВАҠАЙ (Р: низкий; И.: lowey; T.: alçak) с.
1. Маҡсаты бәләкәй, түбән мәнфәғәтле.
□ Низкий. Ваҡай әҙәм.
2. диал. Ваҡсыл; иренмәй, ашыҡмай ғына эшләй торған кеше. □ Мелочный. Бик ваҡай кеше. Ваҡай ир.
3. ҡар. бөтмөр 1.
В АҠ АЙЛАНЫУ (ваҡайлан-) ҡ. диал. ҡар. ваҡсылланыу. Ваҡайланыу шәп тугел.
ВАҠАЙЛАУ (ваҡайла-) (Р: делать тщательно; И.: do smth thoroughly; T.: özenle yapmak) ҡ. диал.
Ентекләп эшләү, ентекләү. □ Делать тщательно, аккуратно. ■ [Егет] [сабатаһын таҙартыуҙы] шундай ваҡайлап эшләй. Бер бөртөк тупраҡты ла сабатаһына эйәртеп ҡайтырға ҡыҙғана тиерһең. Ғ. Хөсәйенов.
В АҠ АЙ Л ЫҠ (ваҡайлығы) и. диал. ҡар. ваҡсы лл ыҡ.
ВАҠ АҠСА и. ҡар. ваҡ II. Ваҡ аҡсам юҡ. Килен оҙатҡанда кейәу кеше ергә ваҡ аҡса һибә.
ВАҠ АЛАҒУРА и. бот. ҡар. алабута 1.
62