Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 63 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВАҠИҒ БУЛЫУ
ВАҠ АЛА ТУМЫРТҠА (Р.: малый пёстрый дятел; И.: lesser spotted woodpecker; T.: küçük ağaçkakan) и. зоол.
Һырты арҡыры аҡ һыҙыҡтар менән сыбарланған, сыйырсыҡтан бәләкәйерәк, яңғырауыҡлы тауышлы, ҡара төҫлө, киң таралған ултыраҡ ҡош. □ Малый пёстрый дятел (лат. Picoides minor). ■ Ваҡ ала тумыртҡа ағас бөжәктәре һәм уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Ата ҡоштоң башы аҡ биҙәкле ҡыҙыл төҫтә, инәһенеке — һары.
Э. Ишбирҙин.
ВАҠАР [ғәр. j4j] (Р: степенность; И.: reliability, importance; T.: vakar) и. иҫк.
Ҡиәфәттәге ғорурлыҡ, олпатлыҡ. □ Степенность, солидность, важность, величавость, достоинство. Ваҡар менән ҡарау. Уның ваҡары бар. ■ Исламов бик бөйөк ваҡар менән элек Ниғмәтйән йәки уның дуҫтары идара итеп, әмер биреп ултыра торған булмәгә инде. Ғ. Хәйри.
ВАҠАРЛЫ (Р: степенный; И.: imposing; T.: vakarlı) с. иҫк.
Ғорур, олпат. □ Степенный, солидный, важный, величавый, достойный. ■ Бик әкрен һәм бик ваҡарлы рәуештә, һис кемгә ҡарамай, ике яҡҡа теҙелгән кешеләр уртаһынан утеп, михрапҡа ҡаршы барып ултырҙылар. М. Ғафури.
ВАҠ БӘЛЕШ (Р: вак-беляш; И.: Bashkir national pastry food variety; T.: börek türü) и. этн.
Ит һәм картуф йәки ярма эслекле бәләкәй бәлеш. □ Вак-беляш. Ваҡ бәлеш бе-шереу. Тәмле ваҡ бәлеш. ■ Районда «Милли аш-һыу» аҙналығы уҙғарылды. Педагогтар һәм ата-әсәләре ярҙамы менән балалар нимә генә бешереп алып килмәгән: ҡуллама, бишбармаҡ, ҡаҙы, ваҡ бәлеш, сөсө икмәк... «Юшатыр», 4 май 2010.
ВАҠ-ВАҠ I (Р: мелкий; И.: small, fine; T.: ufak ufak) c.
Бәләкәй, ваҡ ҡына. □ Мелкий. Ваҡ-ваҡ ит киҫәктәре. Ваҡ-ваҡ емештәр. Ваҡ-ваҡ сәйлән.
ВАҠ-ВАҠ II (Р.: мелко; И.: finely; T.: ufak ufak) р.
Бәләкәй, ваҡ. □ Мелко. Ваҡ-ваҡ турау. Ваҡ-ваҡ итеп ватыу.
ВАҠИҒ I [ғәр. (Р: происходящий; И.: occuring; T.: vâki) с. иҫк.
1. Булып тороусы, бар булған, булыусы. □ Происходящий, случающийся. Ваҡиғ эш-хәл.
2. Ысын. □ Действительный. Ваҡиғхәл.
ВАҠИҒ II [ғәр. с*Һ] (Р: действительность; И.: reality; T.: vâki) и.
Ысынбарлыҡ. □ Действительность. Ваҡиғ булыу.
ВАҠИҒА [ғәр. 4*31 j] (Р: событие; И.: event; T.: vaka) и.
1. Ниндәйҙер эш-хәл, булып үткән мөһим күренеш, ижтимағи йәки шәхси тормоштан бер факт. □ Событие; случай; происшествие; приключение. Көндәлек ваҡиға. Кисәге ваҡиға. Дәһшәтле ваҡиға. ■ Малай тағы ҡыңғырауҙарҙы зыңғырлатты. Зыңғырлатты ла Байморат ҡарттың хәтеренә бәләкәй генә ваҡиғаны төшөрҙө. Ф. Янышев.
2. Әҙәби әҫәрҙә, сәхнәлә һүрәтләнә торған эш-хәл. □ Событие; происшествие; приключение. Әҫәрҙәге ваҡиғалар һурәтләнеше.
ВАҠИҒАЛА (Р: в действительности; И.: actually; T.: aslında) р.
Ғәмәлдә. □ В действительности, на деле. Ваҡиғала булған хәл.
ВАҠИҒАН [ғәр. tialj] (Р: действительно; И.: really; T.: gerçekten) мөн. иҫк.
Ысынлап та, ысынында. □ Действительно, в самом деле. ■ Ваҡиған, Ираның өндәшеуе инде китергә ҡуҙғалған инглиздәрҙе шып туҡтатып ҡуйҙы. Ғ. Ғүмәр. Ваҡиған, бала әгәр ҙә тәрбиәле улыр иһә, ундан куп шәй өмөт улыныр. Р. Фәхретдинов.
ВАҠИҒ БУЛЫУ (вакиғ бул-) (Р: происходить; И.: occur; T.: vâki olmak) ҡ.
Булып тороу, урын алыу (ниндәйҙер ваҡиға, хәл тураһында). □ Происходить, совершаться, случаться. М [Был] һәр балиғ әҙәм, уҙенә ваҡиғ була торған хәлдәрен
63