ВАҠИҒДА
куреп, фәһемләп, дауа ҡылынмағы өсөн. М. Өмөтбаев.
ВАҠИҒДА р. иҫк. ҡар. ваҡиғала. Ваҡиғда дөрөҫ булмай сыҡты.
ВАҠ ИЛӘК (иләге) (Р.: мелкое сито; И.: fine sieve; T.: sık gözenekli elek) u.
Йыш күҙәнәкле иләк. □ Мелкое сито. Ондо ваҡ иләктән иләу. Ҡом иләй торған ваҡ иләкле ҡулайлама.
♦ Ваҡ иләктән үткәреү (йәки иләү) бик ныҡ тикшереү, соҡсоноу. □ соотв. Пропустить через три сита. Мине ваҡ иләктән уткәрҙеләр.
ВАҠИФ I [ғәр. (Р: стоящий; И.: standing; stagnant; T.: vâkıf) и. иҫк.
1. Туҡтап баҫып тороусы, бер хәлдә тороусы. □ Стоящий, остановившийся. Ваҡиф кеше.
2. Аңлаусы, белеүсе, эштең төбөнә төшөнөүсе. □ Сведущий, знающий, компетентный. Ваҡиф белгес. ■ Шулар кеуек беҙ ҙә көнбайыш халыҡтарының әҫәр ғаҡылиәһенә, әҙәбиәтенә вә шиғыриәһенә ваҡиф булһаҡ, файҙанан башҡа бер нәмә лә булмаҫ. М. Өмөтбаев.
ВАҠИФ II [ғәр. (Р: человек, завещающий своё имущество на благотворительные цели; И.: person bequeathing smth for charity; T.: vakıfa mülk, para bırakan bir kimse) и. иҫк.
Хәйриә маҡсатында мал васыят итеүсе, ваҡиф биреүсе. □ Человек, завещающий своё имущество на благотворительные цели, в пользу общества. Ваҡиф биреусе.
ВАҠ КЕСЕРТКӘН (Р: крапива жгучая; И.: annual nettle; T.: cüce ısırgan otu) и. бот.
Киртләс япраҡлы, оҙон ҡаты һабаҡлы, өтөп саға торған үҫемлек. □ Крапива жгучая (лат. Urtica urens). Баҡсаны ваҡ кесерткән баҫҡан.
ВАҠ КҮҘЛЕ ЯМҒЫР (Р: мелкий дождь; И.: drizzle; T.: çiseleyen yağmur) и.
Ваҡ ҡына итеп һибәләп яуған ямғыр; быҫҡаҡ. □ Мелкий дождь. Ваҡ куҙле ямғыр һибәләй. ■ Кис менән ваҡ куҙле ямғыр яуа.
Д. Юлтый. Ваҡ куҙле ямғыр, иләктән һымаҡ, һибәләп кенә яуырға тотондо. Я. Хамматов.
ВАҠ ҠАРАБАШ САРЛАҠ (сарлағы) (Р: малая чайка; И.: lesser gull; T.: küçük martı) и. зоол.
Аҡсарлаҡтар ғаиләһенә ҡараған ваҡ ҡына күсмә һыу ҡошо. □ Малая чайка (лат. Larus minutus). Ваҡ ҡарабаш сарлаҡ һыу өҫтөнән кәйелеп утте.
ВАҠ ҠАРСЫҒА (Р: ястреб-тювик; И.: Levant sparrowhawk; T.: yoz atmaca) и. зоол.
Ҡыҫҡа ҡанатлы, оҙон ҡойроҡло, һирәк осраусы күсмә йыртҡыс ҡош. □ Ястреб-тювик (лат. Accipiter brevipes). Ваҡ ҡарсығаның ҡанаты ҡыҫҡа. ■ Ваҡ ҡарсыға — һырты кукһел һоро, кәуҙәһенең аҫ яғы ерәнһыу төҫтәге йыш-йыш арҡыры һыҙыҡлы, һарғылт аҡ кусмә ҡош. Э. Ишбирҙин.
ВАҠ ҠЫМЫҘЛЫҠ (ҡымыҙлығы) (Р: кислица обыкновенная; И.: common woodsorrel; T.: ekşi yonca) и. бот.
Ваҡ ҡына аҡ өлпө сәскәле, йомшаҡ япраҡлы, 5—12 см бейеклегендә үҫкән әскелтем үлән. □ Кислица обыкновенная (лат. Oxalis acetosella). Баҡсала ваҡ ҡымыҙлыҡ уҫә.
ВАҠЛАҒЫС (Р: измельчитель; И.: chopper; T.: ufalayıcı) и.
Нимәнелер ваҡ киҫәктәргә бүлеүсе нәмә, машина. □ Измельчитель, дробилка. Ваҡлағыстан уткәреу. Малға игенде ваҡла-ғыс аша уткәреу. Бесәнде ваҡлағыстан уткәреу. һарымһаҡты ваҡлағыстан уткәреу.
ВАҠЛАНҒАН (Р: измельчённый; И.: made fine; crushed; T.: ufalanmış) c.
Ваҡ өлөштәрҙән торған. □ Измельчённый, раздробленный, расчленённый, разделённый на мелкие части. Ваҡланған сәтләуек. Ваҡланған емеш. Ваҡланған ит.
ВАҠЛАНҒАНЛЫҠ (ваҡланғанлығы) (Р: измельчённость; И.: fragmentarism; Т.: ufalma) и.
Ваҡ өлөштәргә бүлгеләнгәнлек. □ Измельчённость, раздробленность.
ВАҠЛАНДЫРЫУ (ваҡландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ваҡланыу, понуд. от ваҡланыу.
64