Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 65 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВАҠЛАУСЫ
ВАҠЛАНМА с. ҡар. ваҡланған.
ВАҠЛАНЫУ (ваҡлан-) ҡ.
1. төш. ҡар. ваҡлау, страд, от ваҡлау. Ваҡланған таш. ■ Бирмәһәң, талап алам, — тигәндә генә, ҡыҙ йөҙөктө бырғыта ла ебәрә. Йөҙөк ваҡланып китә, ҡыҙ биш-алты бөртөгөн аяғы менән баҫып алып ҡала. Әкиәттән. Сәйфетдин шәм яҡтыһында бер ус балсыҡты киҫәктәргә булгеләп иҙеп: — Кварц жилаһы ҡалдығы .. ваҡланып, һибелмә алтынға әйләнгән, — тине. Я. Хамматов.
2. ҡар. вағайыу.
3. кусм. Маҡсат, мәнфәғәт йәһәтенән бәләкәйләнеү; түбәнәйеү. □ Размениваться по мелочам. Бигерәк ваҡланаһың.
4. кусм. Ваҡсыллыҡ күрһәтеү, ваҡсыл булыу. □ Быть мелочным, мелочиться. Ваҡланып йөрөу. Ваҡланып тороу. ■ Бәндә һәр көн, һәр аҙымында, ваҡланмайынса, туҙемле рәуештә ерҙә йәшәугә хоҡуғын раҫлай бара. Р. Камал.
ВАҠЛАП-КҮМӘРТӘЛӘП ҺАТЫУ (ваҡлап-күмәртәләп һат-) (Р: продавать оптом и в розницу; И.: sell at retail and wholesale prices T.: perakende ve toptan satmak) ҡ.
Нимәнелер берәмләп йәки күп итеп һатыу. □ Продавать оптом и в розницу. // Оптовая и розничная торговля. Ваҡлап-кумәртәләп һатыу базаһы.
ВАҠЛАП-КҮПЛӘП ҺАТЫУ (ваҡлап-күпләп һат-) ҡ. ҡар. ваҡлап-күмәртәләп һатыу. Ваҡлап-купләп һатыу иткән предприятие.
ВАҠЛАП ҺАТЫУ (ваҡлап һат-) (Р: продавать в розницу; И.: retail; T.: perakende satış) ҡ.
1. Берәмләп, өлөшләп һатыу. □ Продавать в розницу. // Продажа в розницу. Ваҡлап һатыу өсөн билдәләнгән хаҡ.
2. Ваҡ өлөштәргә бүлеп һатыу. □ Продавать, поделив на части. Итте ваҡлап һатыу.
ВАҠЛАП ҺАТЫУСЫ (Р: продавец розницы; И.: retail seller; T.: perakende satan kimse) и.
Берәмләп, өлөшләп һатыусы. □ Продавец розницы. Ваҡлап һатыусыларҙың сауҙа нөктәләре.
ВАҠЛАР I и. диал. ҡар. бала-саға.
ВАҠЛАР II (Р: название родового подразделения башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
һарытау башҡорттарының ара, аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир Саратовской области.
ВАҠЛАТҠЫС и. ҡар. ваҡлағыс.
ВАҠЛАТЫУ (ваҡлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ваҡлау, понуд. от ваҡлау. Итте ваҡлатып алыу.
ВАҠЛАУ (ваҡла-) (Р: мельчить; И.: make small; fragmentate; T.: ufalamak) ҡ.
1. Ваҡ-ваҡ киҫәктәргә, өлөштәргә бүлгеләү; ваҡ итеү. □ Мельчить, размельчать. // Измельчение. Икмәкте ваҡлау. Ташты ваҡлау. Йәшелсәне ваҡлау.
2. Бәләкәй-бәләкәй төркөмдәргә, шәхестәргә айырыу. □ Разукрупнять. // Разукрупнение. Крәҫтиән хужалыҡтарын ваҡлау.
3. кусм. Бәләкәй нәмәләргә иғтибар итеп, ниҙеңдер әһәмиәтен төшөрөү. □ Считать незначительным, второстепенным. Мәсьәләне ваҡлау. Эште ваҡлау.
4. кусм. Маҡсат, мәнфәғәт йәһәтенән бәләкәйләнеү; түбәнәйеү. □ Размениваться по мелочам. ■ Кайһы бер саҡта уҙен артыҡ ваҡлап та ебәрә. С. Ҡудаш.
5. Эре аҡсаны, ҡиммәтен бәрәбәр итеп, вағырағына алмаштырыу. □ Разменять.// Размен. Аҡсаны ваҡлау. Йөҙ һумлыҡты унар һумлыҡҡа ваҡлау. ■ Шофёр, буфетта аҡсаны ваҡлап, .. миңә ҡайтарып бирҙе. Ф. Иҫәнғолов.
ВАҠЛАУСЫ I (Р: дробильщик; И.: breaker; T.: ufalayıcı) и.
Нимәнелер (мәҫәлән, эре ташты) ваҡлап тороусы әйбер йәки кеше. □ Дробильщик. Ваҡлаусынан ваҡлатыу. Итте ваҡлаусынан туратыу.
ВАҠЛАУСЫ II (Р: дробильный; И.: breaker; T.: ufalayıcı) с.
3-1.0116.12
65