ВАҠЛАШЫУ
Ваҡлау өсөн тәғәйенләнгән, ваҡлай торған. □ Дробильный, раздробляющий. Ваҡлаусы машина. Ваҡлаусы машинаны көйләу.
ВАҠЛАШЫУ (ваҡлаш-) (Р.: быть мелочным; И.: niggle; T.: detayları çok önemsemek; mızmızlanmak) ҡ.
Әһәмиәте бәләкәй нәмәгә бәйләнеү; ваҡсылланыу. □ Быть мелочным, мелочиться. Ваҡлашмағыҙ әле. Ваҡлашып ултырыу. ■ Азат, хәҙер ул кисә буләк иткән пилоткаһын кире алыр инде, тип уйланы. Иллә-мәгәр Микола улай эшләмәне. Ваҡлашып тормайым тигәндер инде. Ә. Бикчәнтәев.
ВАҠЛЫҠ (ваҡлығы) (Р.: мелочь; И.: trifle; T.: ufaklık) и.
1. Йөкмәткеһе, әһәмиәте бәләкәй нәмә. □ Мелочь, пустяк. ■ Ә тормоштоң юҡ-бар ваҡлыҡтары ыҙғыштырған ҡыҙыу бер саҡта тоймайһың да нисек юғалғанын йылдар буйы килгән дуҫлыҡтың. Р. Сафин. Хыялымдан шиғырыма кустең, шунда ҡалсы, Урал бөркөтө! Тубәнселек, юҡ-бар ваҡлыҡ менән тойғоларҙы ҡуйма өркөтөп. Л. Абдуллина.
2. кусм. Маҡсат, мәнфәғәттең бәлә-кәйлеге, түбәнлеге. □ Мелочность; низость. ■ Эш арытамы ни?! Эштән былай йыйын ваҡлыҡ һеҙҙе арыта. Р. Сафин. Сит яҡтарҙа ғына беленгәндәй уҙ ереңдең абруй, ҡәҙере, һағыштарың тула кукрәгеңә, онотола ваҡлыҡ, йәбере. М. Хисамова.
ВАҠ МАЛ (Р: мелкий скот; И.: goats and sheep; T.: keçi ve oğlaklar) и.
Һарыҡ һәм кәзәләр. □ Мелкий скот. Ваҡ мал урсетеу. ■ Быға буйһонмаусыларҙы эре мөгөҙлө малдар өсөн 1 -әр һум, ваҡ мал өсөн 40-ар тин, ә ҡаҙҙар өсөн 10-ар тин иҫәбенән штрафҡа тарттырырға. М. Өмөтбаев. [Гольцов] Кәжән аръяғына кусеп килеп, яңғыҙы һәйбәт йорт һалдырҙы, бер көтөу һыйыр һәм ваҡ мал һатып алды. Я. Хамматов.
ВАҠ МӨНШӨГӨР (Р: малая выпь; И.: little bittern; T.: küçük balaban) и. зоол.
Селәндәр ғаиләһенә ҡараған иң ваҡ төнгө һаҙ ҡошо; күл буғаһы. □ Волчок, малая выпь (лат. Ixobrychus minutus). ■ Ваҡ мөншөгөр — ҡарғанан бәләкәйерәк төн ҡошо. Ваҡ тал, улән һәм ҡамыш уратып алған кулдәрҙә, ҡылыларҙа йәшәй. Э. Ишбирҙин.
ВАҠ САРЛАҠ (сарлағы) (Р: малая крачка; И.: little tern; T.: küçük sumru) и. зоол.
Ҡара башлы, аҡ-һоро төҫтәге һыу ҡошо. □ Малая крачка (лат. Sterna albifrons). Ваҡ сарлаҡ — бөжәктәр менән туҡланыусы ҡош. Ваҡ сарлаҡтарҙың тауыштары яңғырауыҡлы була.
ВАҠ СЕБЕН ТУРҒАЙЫ (Р: серая му холовка; И.: spotted flycatcher; T.: benekli sinekkapan) и. зоол.
Буҙ һыртлы, сыбар йәки аҡ ҡорһаҡлы ваҡ турғай. □ Серая мухоловка (лат. Muscicapa striata). ■ Ваҡ себен турғайы турғайҙан байтаҡ бәләкәйерәк. Куберәк яңғыҙ йөрөй. Ваҡыт-ваҡыт оса биреп, һауалағы бөжәктәрҙе тотоп ала. Э. Ишбирҙин.
ВАҠ СЫБАР ТУМЫРТҠА и. зоол. ҡар. ваҡ ала тумыртҡа. ■ Ваҡ сыбар тумыртҡа, зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә. Э. Ишбирҙин.
ВАҠ-СЫБЫР (Р: мелкий; И.: small; Т.: ufak tefek) с. йыйн.
Ваҡ-ваҡ, бәләкәй-бәләкәй. □ Мелкий. Ваҡ-сыбыр бала. ■ Борон ни, ер-һыу ирке-нерәк саҡта, ваҡ-сыбыр мал аҫрап, йәйге эш ваҡытында ике-өс тәкә һуйып, ит ашап, һурпа эсеп эшләй торғайныҡ, һ. Дәүләтшина. Ә ваҡ-сыбыр һине йөҙәтеуе — ваҡытлыса! Кәрәк туҙергә. Й. Солтанов.
ВАҠСЫЛ (Р: мелочный; И.: small-minded, petty; T.: mızmız) с.
1. Кәрәкмәгән ваҡ нәмәләргә лә иғтибар итеүсән; ваҡ һүҙле. □ Мелочный, придирчивый, въедливый. ■ [Сәйфетдин:] Һине меҫкен, ваҡсылдыр тимәгәйнем. Я. Хамматов. О, улгәндәр улар ваҡсыл ту гел, улгәндәр бит ғорур булалар. Н. Нәжми.
66