зың
1. Шау-шыу, ығы-зығы килеү; сырсыулашыу □ Шуметь, галдеть, поднимать' шум. // Шум, гам гвалт. Зыҡ ҡубып уйнау. Зыҡ ҡубып бейешеү. ■ Шундай ҡыҙыҡ уйын булғанғалыр инде, кисен эштән ҡайтып, урамға тән яҙырға сыҡҡан өлкән ағайҙар ҙа йыш ҡына ҡыҙышып китәләр ҙә, малайҙар кеүек үк зыҡ ҡубып, сәкән һуғырға тотоналар. Н. Мусин. Ишек ябылғас та, балалар кәзәне йәлләп, зыҡ ҡубып иларға тотондо. Аҡтыҡ малдан яҙыуы бигерәк ҡыйын ине. Я. Хамматов.
2. Ныҡ асыуланып әрләү; пыр туҙыу.
□ Выругать; разнести. Баланы ҡарамағандар тип әсәйем зыҡ ҡуба.
ЗЫҠ ҠУПТАРЫУ (зыҡ ҡуптар) (Р.: шуметь; И.: clamour, make a hubbub; T.: gürültü etmek) ҡ.
1. Шау-шыу күтәреү, ығы-зығы тыуҙырыу. □ Шуметь, поднимать шум, переполошить. ■ Теге эттең зыҡ ҡуптарып абалап өргәнен ишеткәс, унан да, бынан да өрөп сыҡҡан эттәр бер-ике минут эсендә Насирҙарҙың арбаһын һырып алды. М. Ғафури.
2. Ныҡ итеп әрләү; пыр туҙҙырыу.
□ Поднять скандал, шум; разгорячиться, рассердиться. ■ Бригадир Әхмәтҡол бөгөн бөтәһен зыҡ ҡуптарҙы. С. Агиш.
ЗЫҠЫ (Р.: иней; И.: hoarfrost; rime; T.: kırağı) и. диал.
1. Бәҫ. □ Иней. Ағастар зыҡы менән ҡапланған.
2. Һыҡы. □ Не скользкий, затрудняющий скольжение (о зимней дороге в очень морозные дни). Зыҡы юл.
3. Ярмалы ҡар. □ Зернистый снег. Ҡар зыҡы булғас ыуала, йомарлап булмай.
ЗЫМБЫР оҡш. ҡар. зембер.
ЗЫМБЫРҘАУ (зымбырҙа-) (Р: чувствовать озноб; И.: shiver; T.: titremek) ҡ.
Тулҡындар йүгергәндәй эҫеле-һыуыҡлы ҡалтырап китеү, дерелдәп ҡуйыу (тәнгә ҡарата). □ Чувствовать озноб, дрожь (етеле при волнении). ■ Ә йөрәк дөп-дөп тибә, тәнем буйынса ниндәйҙер зымбырҙау
үтә. Н. Мусин. ... бөркөт балаһының өс тырнағы ла Әбүбәкерҙең ҡул һыртына мат-ҡылғанын, ә урта тырнағының һырт аша үтеп ус яғына килеп сыҡҡанын күрҙе. Тәне зымбырҙап китте хатта, сөнки быға тиклем бындай күренешкә тап булғаны юҡ ине әле. Ә. Әминев.
ЗЫМЗЫЯ [ғәр. ‘юғалтыу’] (Р: бесследно; И.: without (leaving) a trace; T: iz bırakmadan) p.
Бер эҙһеҙ, хәбәрһеҙ. □ Бесследно, без вести. Зымзыя бөтөрөү. ■ [Илғужа:] Таң янына бармай булмаҫ инде ул. Зымзыя юғалма тигәйне. Ғ. Ибраһимов. Ҡуҙыйкүрпәс шул китеүенән зымзыя юҡ булды. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ЗЫМЗЫЯ БУЛЫУ (зымзыя бул-) (Р: исчезнуть; И.: disappear; T: yokolmak) ҡ.
1. Юғалыу, юҡ булыу. □ Пропасть без вести, исчезнуть. Китапты кемгәлер биргәйнем, зымзыя булды.
2. Аҫты өҫкә әйләнеү, боларыу, туҙҙырылыу (әйберҙәргә ҡарата). □ Быть разбросанными (о вещах), быть в беспорядочном состоянии. Бер аҙна өйҙә тормаһаң, донъяң зымзыя була инде.
ЗЫМЗЫЯ ИТЕҮ (зымзыя ит-Д Р: уничтожить; И.: annihilate; T.: yoketmek) ҡ.
1. Юҡ итеү. □ Уничтожить, ликвидировать. Өй күтәргәндә иң кәрәкле эш ҡоралдарын зымзыя иттеләр.
2. Туҙҙырыу, болартыу, тәртипһеҙ хәлгә килтереү. □ Приводить в беспорядок, разбрасывать вещи. Күмәк бала уйнап инәйҙең ойон зымзыя иткән.
ЗЫМЫРЛАУ (зымырла-) ҡ. ҡар. земберләү.
ЗЫҢ1(Р: подражание звуку удара по железу; И.: sound imitative word; T: çın çın) оҡш.
Тимергә тимер йәки башҡа нәмә бәрелгәндә, йоҡа ҡаты нәмә шундай уҡ ҡаты нәмәгә һуғылғанда яңғырап сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку удара по железу или другой твёрдый предмет: звяк.
ЗЫҢ II (Р: звон; И.: ringing; T: çınlama) и.
625