Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 626 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗЫҢҒЫЛДАТЫУ
Зыңлаған тауыш. □ Звон. Рельс зыңы.
■ Ысыҡ баҫты ҡарабойҙайҙы, бал ҡорттары зыцы туҡтаны. Б. Бикбай.
ЗЫҢҒЫЛДАТЫУ (зыңғылдат-) (Р.: издавать звон; И.: clank, clang; T.: çınlamak) ҡ.
1. Ҡабат-ҡабат зың тигән тауыш сығарыу, зыңлатыу. □ Издавать звон, лязганье, лязгать чем. Думбыраны зыңғылдата сиртеу. ■ Әхмәҙулла бабай ҡурайына һыу борҡоп зыңғылдатып өрөп алды ла, аҡрын ғына уйнап ебәрҙе. Ә. Вахитов.
2. Яңғыратып тауыш сығарыу. □ Громко ударять чем во что. Зыңғылдата баҫып бейеу.
ЗЫҢҒЫЛДАУ (зыңғылда-) (Р: звенеть;
И.: ring, clank; T.: çınlamak) ҡ.
Ҡабат-ҡабат зың тигән тауыш сығарыу.
□ Звенеть, лязгать, звякать (о металле, стекле и т. п.); звон, лязг, лязганье; звяканье. Быяла зыңғылдай. Ҡыңғырауҙар зыңғылдай.
■ Ҡыҫҡа һәм аңлайышлы ҡоманда яңғыраны, яҡында ғына шпорҙар зыңғылданы. Я. Хамматов.
ЗЫҢҒЫЛДАШЫУ (зыңғылдаш-) ҡ. урт. ҡар. зыңғылдау, взаимн. от зыңғылдау.
ЗЫҢҒЫР I (Р: подражание звону; И.: sound imitative word; T.: çıngır) оҡш.
Ҡыңғырау йәки шундай башҡа нәмәнән яңғырап сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ.
□ Подражание звону (например, колокольчика). Зыңғыр итеу. Зыңғыр иттереу.
ЗЫҢҒЫР II и. диал. ҡар. сыңғырлаҡ II.
ЗЫҢҒЫРАТЫУ (зыңғырат) ҡ. йөкм. ҡар. зыңғырау, понуд. от зыңғырау. Ҡыңғырау зыңғыратыу.
ЗЫҢҒЫРАУ (зыңғыра-) (Р: звенеть;
И.: ring; T.: çınlamak) ҡ.
Зыңғыр тигән тауыш сығарыу; зыңғырлау. □ Звенеть, звонить. Телефон зыңғырай.
ЗЫҢҒЫРАШЫУ (зыңғыраш-) ҡ. урт. ҡар. зыңғырау, взаимн. от зыңғырау.
ЗЫҢҒЫРЛАТЫУ (зыңғырлат-) ҡ. йөкм. ҡар. зыңғырлау, понуд. от зыңғырлау.
■ Гармунсы гармунының ҡыңғырауын зыңғырлатып алды. М. Тажи.
ЗЫҢҒЫРЛАУ (зыңғырла-) (Р: звенеть;
И.: ring; T.: çınlamak) ҡ.
Зыңғыр тигән тауыш сығарыу; зыңғырау.
□ Звенеть, звонить. Ҡыңғырау зыңғырлай. ■ Аттың ҡойроғо бер ҡыңғырауға һуғылған да, ҡыңғырау зыңғырлап киткән, ти. Әкиәттән.
ЗЫҢҒЫРЛАШЫУ (зыңғырлаш-) ҡ. урт. ҡар. зыңғырлау, взаимн. от зыңғырлау.
ЗЫҢ ДА ЗЫҢ оҡш. ҡар. зың-зың.
ЗЫҢ-ЗЫҢ (Р: звяк; И.: onomatopoeic word; T.: çın çın) оҡш.
Ҡабат-ҡабат зың иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звукам ударов по железу: звяк. Зың-зың иттереу. ■ Яҡты көн, татлы өн юҡ унда [зинданда], зың да зың .. бығауҙар сылбыры. М. Кәрим. Сәскәләрҙең башын өҙә-өҙә, зың-зың итеп пуля һибелде. Ғ. Ғүмәр.
ЗЫҢ ИТЕҮ (зың ит-) ҡ. ҡар. зыңлау 1,
2. Тимергә бәрелеп, зың итеп ҡалды. Ҡолағым зың итеп тора.
ЗЫҢҠ I (Р: подражание звуку от удара твёрдого предмета о твёрдую поверхность; И.: onomatopoeic word; T.: tak) оҡш.
Бер генә тапҡыр ныҡ зың иткән өҙөк ҡалын тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку от удара твёрдого предмета о твёрдую поверхность. Зыңҡ итеп бәрелеу. Зыңҡ итеп барып төшоу. ■ Айтуған ҡалмаҡ батшаһының батырын кутәрептереп бәрҙе, ти. Теге батыр ергә зыңҡ итеп ҡалды, ти. Әкиәттән.
ЗЫҢҠ II (Р: верхний; И.: top, apex; T.: en yüksek) с. һөйл.
Иң юғарғы. □ Верхний. Ағастың зыңҡ осо. Тауҙың зыңҡ тубәһе.
ЗЫҢҠА (Р: кольцо; И.: ring; T.: halka) и. диал.
Сыңға. □ Кольцо (с ушком).
ЗЫҢҠЫЙ (Р: верхушка; И.: top, apex; T.: üst) и. һөйл.
Берәй нәмәнең иң юғарғы осо, түбәһе.
□ Верхушка. ■ Уҡ башаҡтарына оҡшаған ҡаяларҙың зыңҡыйында ағастар һерәйеп тора. С. Кулибай. [Бабсаҡ] бейек бер тауға килеп сыға. Уҡ-Һаҙаҡтарын һалып, бер аҙ
626