Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 627 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗЫҢЫЛДАУ
тын ала ла тауҙың нәҡ зыңҡыйына менеп, тирә-яҡҡа куҙ йөрөтөп сыға. Әкиәттән.
ЗЫҢҠЫЛДАТЫУ (зыңҡылдат-) (Р.: громко ударять чем', И.: strike; T.: gürültü yapmak) ҡ.
Зыңҡ иттереү, зыңҡ иткән тауыш сығарыу. □ Громко ударять чем, во что, громко, с шумом наступать, плясать, топать и т. п. Зыңҡылдата баҙыу. ■ Зыңҡылдатып бейеһәләр, ҡалтырап тора тушәм. Ғ. Дәүләтов. Үрәпсеп тора урләстә ҡырлас яллы саптарым, зыңҡылдата, өҙә баҫып, саҡма сағыр сапҡырым. X. Назаров.
ЗЫҢҠЫЛДАУ (зыңҡылда-) (Р.: громко ударять; И.: bump (heavily); T: çınlamak) ҡ.
Ҡаты бәрелеп, һуғылып зың тигән тауыш сығарыу. □ Громко, с шумом ударяться во что. ■ Арҡалары менән ҡаҡ юлға зыңҡылдап барып төштөләр. Ғ. Хәйри.
ЗЫҢҠЫТЫУ (зыңҡыт-) (Р: оглушительно ударять; И.: pound; T.: demirle vurmak) ҡ.
1. Ауыр тимер нәмә менән һуғыу, бәреү.
□ Оглушительно ударять. Зыңҡыта һуғыу. ■ Ай, Уралым, уҙған юлдарыңда өйөрмәле, ыжғыр елдәр бар. Ер зыңҡытҡан ҡурғаш ямғырҙар бар, ләхет һымаҡ ҡара көндәр бар. А. Игебаев.
2. Зыңҡ иттереү, зыңҡ иткән тауыш сығарыу; зыңҡылдатыу. □ Издавать звон, лязгать, звякать.
3. Ныҡ итеп, бик ҡаты баҫып бейеү.
□ Плясать, громко топая. ■ Иштуған, тарт гармуныңды, баҫайым бер зыңҡыта. Н. Ҡәрип.
4. Сатнатып ауырттырыу. □ Шуметь, звенеть (при головной боли). ■ Зыңҡытып баш һыҙлап ҡуйҙы, иҫерек кеше һымаҡ куҙ алдары семәкәйләнде. Н. Ҡәрип.
5. һеңкетеү. □ Трясти. Как арбала килеп еткәнсә зыңҡытты.
ЗЫҢҠЫУ (зыңҡы-) (Р: ударяться с шумом; И.: bump (against); T: tak tuk etmek) ҡ.
1. Зыңҡ иткән тауыш сығарыу; зыңҡылдау. □ Ударяться с шумом (о твёрдую поверхность). ■ [Кешеләр иҫкәрмәҫтән]
арҡалары менән ҡаҡ юлға зыңҡынылар. Ғ. Хәйри.
2. кусм. Сатнап ауыртыу (башҡа ҡарата). □ Сильно болеть, шуметь, звенеть (о головной боли). ■ Уф, башым зыңҡый, аяҡ табандарым боҙ кеуек һалҡын. М. Тажи.
ЗЫҢЛАТЫУ (зыңлат-) (Р: издавать звон; И.: clank, clang; T: çınlamak) ҡ.
1. Зың иттереү; зың-зың иткән яңғырауыҡлы тауыш сығарыу. □ Издавать звон, лязганье, лязгать чем. Зыңлатып сәғәт һуҡты. ■ Зыңлатып салғы яныған тауыш урманлы тау биттәренә барып ҡаҡлыға. С. Кулибай.
2. Яңғыратыу. □ Издавать громкий, звонкий звук; звонко, звучно играть, петь. Зыцлатып ҡурай уйнау.
ЗЫҢЛАУ (зыңла-) (Р: звенеть; И.: ring; T: çıngırdamak) ҡ.
1. Зың тигән тауыш сығарыу, зың-зың килеү. □ Звенеть, лязгать, звякать (о металле, стекле и т.п.)', раздаваться (о звуке). // Звон, лязг, лязганье; звяканье. Көслө тауышҡа тәҙрәләр зыңлап тора. ■ Ку-ңелдәргә көмөш моң һалып,.. һуңғы ҡыңғырау зыңлай. Р. Шәкүр. Йугәндең ауыҙлығы зыңлап китә. Т. Йосопов.
2. Башта йәки ҡолаҡта сыңлау, яңғырап ишетелеү. □ Звучать (о музыке, голосе и m. n.) в ушах, голове. ■ Юрған аҫтына инеп ятҡас та әлеге моңло көй ҡолағымда зыңлап торҙо. Н. Мусин.
3. кусм. Ауыртыу йәки башҡа тәьҫирҙән шаулау, сыңлау (баш, ҡолаҡҡа ҡарата).
□ Шуметь, звенеть (в ушах, голове) при боли. Колағым зыцлай. ■ [Бануҙың] башы ауыртып зыңлап тора, ашағыһы килә. Ә. Вәли.
ЗЫҢЛАШЫУ (зыңлаш-) ҡ. урт. ҡар. зыңлау 1. взаимн. от зыңлау 1.
ЗЫҢЫЛДАТЫУ (зыңылдат-) (Р: издавать звон; И.: clank, clang; T.: çıngırdamak) ҡ.
Зың-зың тигән тауыш сығарыу, зыңлатыу.
□ Издавать звон, лязганье, лязгать чем.
ЗЫҢЫЛДАУ (зыңылда-) (Р: звенеть; И.: clank, clang; T.: çıngırdamak) ҡ.
627