Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 628 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗЫҢЫЛДАШЫУ
Зың-зың итеү, зың-зың иткән тауыш сығарыу, зыңлау □ Звенеть, лязгать, звякать (о металле, стекле и т. п.). ■ Ҡапыл тышта ҡараңғыла мылтыҡ атылды. Зыңылданы тәҙрә быялаһы. Р. Ниғмәти. Бысҡыбыҙ уйнап тора, зыңылдап, зыйлап тора. А. Игебаев.
ЗЫҢЫЛДАШЫУ (зыңылдаш-) ҡ. урт. ҡар. зыңылдау, взаимн. от зыңылдау.
ЗЫР (Р: подражание звуку, возникающему при быстром вращении; И.: sound imitative word; T.: taktak) оҡш.
1. Шәп әйләнгән нәмәнән сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку, возникающему при быстром вращении (например, колёс или веретена). Тәгәрмәс зыр итеп ҡалды. Зыр иткән тауыш. Зыр итеп эшләу.
2. Ҡапыл әйләнеп киткәндәге хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Подражание звуку быстрого вращения. Зыр итеу. Зыр әйләнеу. Зыр өйрөлөу. ■ Шамил кергәндәге һымаҡ ашыҡманы, тәмәкеһен туҡтауһыҙ һура-һура яй ғына атлап барҙы ҡапҡаға. Уны һаҡ ҡына асты, шаҡылдатмай ғына япты, машинаһын тоҡандырҙы ла зыр боролоп китеп тә барҙы. Ә. Әминев.
ЗЫР ҘА ЗЫР оҡш. ҡар. зыр-зыр. ■ Ниндәй йылғыр әйләнә сылбыр хәҙер. Өйрәлә сылбырҙа Иблис зыр ҙа зыр. Ш. Бабич.
ЗЫР-ЗЫР (Р: подражание звукам быстрого вращения; И.: sound imitative word; T.: taktak) оҡш.
Өҙөк-өҙөк зыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звукам быстрого вращения. Зыр-зыр итеу.
ЗЫР-ЗЫР КИЛЕҮ (зыр-зыр кил-) (Р: жужжать; И.: buzz; T.: vızıldamak) ҡ.
Зыр-зыр итеп бик шәп әйләнеү. □ Быстро-быстро крутиться, издавая характерный звук; жужжать. ■ Ике башта тирмән әйләнә, зыр-зыр килә. С. Агиш.
ЗЫР-ЗЫР ӘЙЛӘНЕҮ (зыр-зыр әйләй-) ҡ. ҡар. зыр-зыр килеү. ■ Өйҙәге зыр-зыр әйләнгән орсоҡ тауышына туҡылдатып
сапҡан балта тауышы ҡушыла. Т. Хәйбуллин.
ЗЫР КИЛЕҮ (зыр кил-) ҡ. ҡар. зыр әйләнеү.
ЗЫРҠ-ЗЫРҠ (Р: подражание дребезжанию дупеля; И.: sound imitative word; T: zangır) оҡш.
Зырҡыуыт тауышын белдергән һүҙ.
□ Подражание дребезжанию дупеля. Зырҡ-зырҡ итеу.
ЗЫР ҠУБЫУ (зыр ҡуп-) ҡ. ҡар. зыҡ ҡубыу.
ЗЫР ҠЫҘЫРЫУ (зыр ҡыҙыр-) (Р: бродить везде и всюду; И.: wander; T.: dolaşmak) ҡ.
Бер ерҙе лә ҡалдырмай йөрөп сығыу.
□ Бродить везде и всюду. ■ Ҡоро дала. Уны зыр ҡыҙырып, ажарланып елдәр һыҙғыра. А. Игебаев.
ЗЫРҠЫЛДАУ (зырҡылда-) (Р.: дребезжать; И.: tinkle;jingle; T.: zangırdamak) ҡ.
Зырҡ-зырҡ тигән тауыш сығарыу. □ Дребезжать, жужжать.
ЗЫРҠЫЛДАШЫУ (зырҡылдаш-) ҡ. урт. ҡар. зырҡылдау, взаимн. от зырҡылдау. ■ Иртә генә тороп мин ҡараһам, зырҡылдашып оса зырҡыуыт. Халыҡ йырынан.
ЗЫРҠЫУЫТ (Р: дупель; И.: great snipe; T.: büyük su çulluğu) и. зоол.
Төп-төҙ оҙон моронло, көйөлдөләр ғаиләһенә ҡараған һаҙ ҡошо. □ Дупель (лат. Gallinago media). ■ Яҙ килгәнкәйҙәрен шунан беләм: зырҡыуыттар килә зыр ҡубып. Халыҡ йырынан.
ЗЫРЛАТЫУ (зырлат-) (Р: быстро крутить; И.: revolve, rotate rapidly; T.: çabuk döndürmek) ҡ.
Зыр-зыр иттереп, бик шәп әйләндереү.
□ Быстро крутить, вращать. ■ Кисәге ҡол — бөгөн эшсе-ижадсы, техниканы ҡулда уйната. Ҡара уға, ниндәй, ниндәй оҫта электрик бырау зырлата. Ғ. Амантай. Шәмсиә ҡулындағы орсоғон .. зырлатып әйләндереп ебәреп, дөйә йөнөн һуҙып-һуҙып иләй ине. Һ. Дәүләтшина.
628