ЗЫУ КИЛЕҮ
ЗЫРЛАУ (зырла-) (Р.: быстро крутиться; И.: revolve, rotate rapidly; T.: çabuk dönmek) ҡ.
Зыр итеү, зыр-зыр килеү. □ Быстро крутиться, вращаться. ■ Машиналар зырлап эшләп торһон, минут һайын бирһен файҙаһын. Т. Йәнәби. Машинаның артҡы тәгәрмәстәре бер урында зырлап әйләнеп тик торҙо. Р. Низамов. Кугәуен ҙурлыҡ ҡына ҡош һымаҡ бер нәмә осоп сыға ла, зырлап әйләнеп, батшаның башын утә тишеп, куҙҙән юҡ була. Әкиәттән.
ЗЫРЛАШЫУ (зырлаш-) ҡ. урт. ҡар. зырлау, взаимн. от зырлау.
ЗЫР-ТҮҢӘРӘК (Р: круглый; И.: round; T.: yuvarlak) с. һөйл.
1. Бөтә радиустары ла тигеҙ түңәрәк; түп-түңәрәк. □ Круглый, прекруглый. Зыр-туңәрәк соҡор.
2. Тотош, әйләндереп. □ Сплошь, кругом. Зыр туңәрәк итеп тәңкә баҫыу.
ЗЫРХЫУАТ (Р.: нарыв на теле; И.: abscess; T: çıban) и. диал.
Тәнгә сыҡҡан шеш. □ Нарыв на теле.
ЗЫРЫЛДАҠ (зырылдағы) (Р: юла;
И.: whirligig; T: topaç) и.
Әйләндереп уйнай торған уйынсыҡ. □ Юла, волчок. Төҫлө зырылдаҡ.
ЗЫРЫЛДАТЫУ (зырылдат-) ҡ. ҡар. зырлатыу. Орсоҡто зырылдатыу. ■ Хисмәт Мәрйәм менән икебезҙе ҡушарлап .. кукрәгенә ҡыҫты ла булмә буйлап зырылдатып өйләндерҙе. Ғ. Байбурин.
ЗЫРЫЛДАУ (зырылда-) ҡ. ҡар. зырлау. Орсоҡ зырылдай. ■ Оҫта ҡулында станок зырылдай, һөрән һала. М. Сөндөклө. Аҡъял батыр .. иргәйелдең башын өҙә сапҡан. Баш тәгәрләп киткән дә, бер ерҙә зырылдап өйрәлә башлаған. Әкиәттән.
ЗЫРЫЛДАУЫҠ (зырылдауығы) и. ҡар. зырылдаҡ.
ЗЫР ӘЙЛӘНЕҮ (зыр әйлән-) (Р: быстро крутиться; И.: rotate; T: dönmek) ҡ.
Күҙ эйәрмәҫлек шәп итеп бер урында әйләнеү. □ Быстро крутиться; вертеться быстро со свистом (например, о волчке).
ЗЫРЯН (Р: зыряне; И.: Komi; T: Komi) и. этн.
Коми халҡының элекке атамаһы. □ Зыряне, зырянин, зырянка. / Зырянский.
ЗЫУ (Р: подражание свисту; И.: sound imitative word; T: vız) оҡш.
1. Бик шәп итеп осоп үткәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание свистящему звуку промчавшегося предмета, пролетевших насекомых, свисту пули и т. п. Зыу итеу. ■ Баш осонан зыу килешеп пулялар оса. Картотека фондынан.
2. кусм. Күмәк кеше һ. б. шаулағанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шуму, гаму (например, толпы). Зыу итеп ҡалыу. ■ Урамда, йорт тирәһендә зыу килеп уйнаусы бала-сағанан башҡа бер йән эйәһенең дә осрамауы беҙҙе ғәжәпкә ҡалдырҙы. С. Кулибай. Зыу килеп өй беренсә шаршау эҙләйҙәр, таба алмайҙар, ти. Әкиәттән.
ЗЫУ-ҒӘЛӘМӘТ КИЛЕҮ (зыу-ғәләмәт кил-) (Р: поднимать суматоху; И.: raise turmoil a flurry; T.: ayağa kaldırmak) ҡ.
Ашығып, өтәләнеп зыҡ ҡубыу. □ Поднимать суматоху; переполошить, шуметь, галдеть. Я Мозафар, йылмайып, әсәһенең зыу-ғәләмәт килгәненә ҡарап тора ине. Н. Мусин.
ЗЫУ-ЗЫУ КИЛЕҮ (зыу-зыу кил ) (Р: шуметь; И.: clamour, make a hubbub; T.: gürültü etmek) ҡ.
1. Күмәк булып шаулашыу, шау-гөр килеү. □ Шуметь, галдеть. Зыу килеп шаярыу. Зыу килеп һыу инеу. Зыу килеп уйнау. ■ Батша ҡыҙы һөйҙө бит, батша кейәуе булды бит! — тип, барыһы шау килеп, ярандары зыу килеп, халыҡты ситкә тарҡатып: «Әйҙә һарайға, егет, батша ҡыҙы көтә», — тип, Уралға йола аңлатып, бер яраны шул саҡта юл башларға булған, ти. «Урал батыр».
2. Нимәнеңдер бик тиҙ хәрәкәт иткәнен, бер-бер артлы осоп үткәнен белдергән һүҙ. □ Подражание последовательно повторяющимся свистящим звукам промчавшихся предметов, пролетевших насекомых и т. п. Зыу-зыу килеу.
ЗЫУ КИЛЕҮ (зыу кил-) ҡ. ҡар. зыулау.
629