Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 630 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗЫУЛАТЫУ
ЗЫУЛАТЫУ (зыулат-) (Р.: пролететь; И.: dart, tear along; T: geçmek) ҡ. һөйл.
1. Бик тиҙ хәрәкәт итеү; елдереү, зыйлатыу. □ Пролететь, промчаться. ■ Куҙ асып йомғансы .. айыу, бахырың, зыулатып тау тубәненә ҡарай .. төшөп тә китте. С. Кулибай.
2. һөйл. Зыуларға, шауларға юл ҡуйыу. □ Позволить шуметь, галдеть. Зыулатмағыҙ әле балаларҙы, тыйығыҙ.
ЗЫУЛАУ (зыула-) (Р.: свистеть; И.: whistle; T.: vızıldamak) к.
1. Зыу итеү, зыу килеү. □ Свистеть; издавать пронзительный резкий звук, свист. ■ Минаның, снарядтың һыҙғырып, зыулап килә башлауынан уҡ алғамы-артҡамы, уңғамы-һулғамы төшөрөн белеп була. С. Кулибай.
2. Тауышланыу, гөж килеү, гөжләү (ку-мәк кешегә һ. б. ҡарата). □ Шуметь, гудеть, жужжать. Кус зыулап оса. ■ Йырла тиһәң, йырлайым, бер аҙыраҡ йырым бар. Зыуламай тыңлағыҙ, азаматтар. Ҡобайырҙан.
ЗЫУЛАШЫУ (зыулаш-) ҡ. урт. ҡар. зыулау, взаимн. от зыулау.
ЗЫУ ТӨШӨҮ (зыу төш-) ҡ. диал. ҡар. зыу килеү. Балалар зыу төшөп һыу инә. Ике өйҙө бер итеп зыу төшәләр. ■ Игенде сәсеп бөткәс, зыу төшөп һабан һыуы һалышалар ине. Экспедиция материалдарынан.
ЗЫУЫЛДАТЫУ (зыуылдат-) ҡ. һөйл.
1. ҡар. зыулатыу 2.
2. кусм. Бик ныҡ, тетеп әрләү. □ Обругать, выругать кого. ■ Бына китә сәсрәп, бына китә зыуылдатып атайымды Әхмәтхужа бабай. В. Нафиҡов.
ЗЫУЫЛДАУ (зыуылда-) (Р: свистеть; И.: whistle, buzz; T: uğuldamak) ҡ.
1. Зыу-зыу иткән тауыш сығарыу, зыулау. □ Свистеть, гудеть. Снаряд ярсыҡтары баги осонан зыуылдап осоп тора. ■ Кеуәтле машина зыуылдап уҙып китте. Ә. Вәли.
2. һөйл. Тауышлана башлау, гөжләп китеү (кумәк кешегә һ. б. ҡарата). □ Шуметь, расшуметься.
ЗЫУЫЛДАШЫУ (зыуылдаш-) ҡ. урт. ҡар. зыуылдау, взаимн. от зыуылдау. Куңыҙҙар эңер еткәс, зыуылдашып осоп йөрөй.
ЗЫЯ [ғәр. (Р: свет; И.: light, radiance; shine; T: ziya) и. иҫк.
Яҡтылыҡ, нур. □ Свет, сияние. Зыя булыу. Зыя итеу. ■ Һине лә зыяһынан мәхрум ҡуймаҫ башҡаларҙы нурландырған нурлы ҡояш. С. Яҡшығолов.
зыядә [ғәр. ЛО] (Р: лишний; И.: superfluous; excessive; T: ziyade) с. иҫк. кит.
Артыҡ, үтә күп. □ Лишний, излишний; с избытком, много. ■ Был ике сифат [ялағайлыҡ һәм һуҙ йөрөтөу] Мусала камил булған кеуек, бының өҫтөнә зыядә мәкерле, ялғансы, боҙоҡ куңелле.. ине. Р. Фәхретдинов. [Кешенең] бу тән тәрбиәһе хәтдин зыядә, нисек ҡоштар бала аҫрай бер ояла. Ш. Әминев.
ЗЫЯЛЫ (Р: светлый; И.: light; bright; T: ziyadar) с. иҫк.
1. Нурлы, яҡты. □ Светлый, лучистый; освещённый, озарённый. Зыялы донъя.
2. кусм. Белемле, ғилемле. □ Образованный, интеллигентный. Зыялы кеше. ■ Ана, урта тошта, бер яҡ стенаға һыйына биреп, бер тирәгә тупланғандар элекке мәҙрәсә хәлфәләре. Бында йыйылғандарҙың барына ҡарағанда ла зыялы, мәҙәни халыҡ улар. Ф. Иҫәнғолов. Әйҙә, Әхсән Кормашый, выж! Матбуғатта тормасы. Ят ауылда, бул зыялы бер һабансы, тырмасы. Ш. Бабич.
ЗЫЯЛЫЙ (Р: интеллигент; И.: intellectual; T: aydın) и.
Белемле, уҡымышлы кеше. □ Интеллигент. ■ Хәҙер тәрәҡҡиәт заманы. Башҡорттарҙан да зыялыйҙар сығырға ваҡыт. Б. Бикбай. Эй зыялый! Йөрөмә ситтә, һин дә кил кер кәртәгә, ил ғазап сиккән ваҡыт милләтселекме мәртәбә? Б. Мирзанов.
ЗЫЯЛЫЙЛЫҠ (зыялыйлығы) (Р: интеллигентность; И.: refinement; T: yüksek kültür düzeyi) и.
Зыялы кешегә хас сифат. □ Интеллигентность. ■ Б. Бикбайҙың бөтә торошонда ябайлыҡ, ихтирамлылыҡ булыу өҫтөнә нин
630