Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 68 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВАҠ ТӘТЕЛДӘҮЕС
балыҡтарын йөкмәп, ике аҙнаға бер тапҡыр 15 саҡрымдағы баҙарға барып, ваҡ-төйәк нәмәләр алып ҡайтҡылай торғайны. Д. Юлтый.
2. кусм. Әһәмиәте бәләкәй булған (эш-хәл тураһында). □ Пустяковый, пустячный, незначительный, несущественный. ■ [Луиза] ваҡ-төйәк хужалыҡ эштәре менән булыша. Н. Мусин. Разведка, куптән тугел килтерелгән пар машинаһын урынлаштырыу, иҫке шахталарҙың бураһын яңыртыу, тәрән шахта өҫтөнә копёрҙар ҡуйыу кеуек ваҡ-төйәк төҙөлөш эштәре лә старателдәр иҫәбенән бушлай эшләнә. Я. Хамматов.
ВАҠ ТӘТЕЛДӘҮЕС и. зоол. диал. ҡар. ваҡ сәпсәү. Ваҡтәтелдәуес — сыйырсыҡтан бәләкәйерәк ҡош.
ВАҠ ҺАЙЫҪҠАН (Р.: серый сорокопут; И.: great grey shrike; T: büyük örümcek kuşu) и. зоол.
Ҡоҙғондар ғаиләһенә ҡараған, һырты һоро, түше аҡ, оҙон ҡара ҡойроғонда аҡ һыҙыҡтары булған ҡош. □ Серый сорокопут (лат. Lanius excubitor). ■ Ваҡ һайыҫҡан, ғәҙәттә, ағастың ҡоро ботағында йәки сымдарҙа ултыра. Ваҡ һайыҫҡандың тауышы тупаҫ. Бөжәктәр, сиңерткә, сысҡан, ҡош йомортҡалары менән туйына. Э. Ишбирҙин.
ВАҠ ҺАРАЛЙЫН (Р: гаршнеп; И.: jack snipe; T.: küçük su çulluğu) и. зоол.
Ҡыҫҡа аяҡлы, оҙон суҡышлы, арҡаһы көрәнһыу буйлы, ҡорһағы аҡ төҫтәге, сыйырсыҡ ҙурлыҡ, көйөлдөләр ғаиләһенә ҡараған күсмә һаҙ ҡошо. □ Гаршнеп (лат. Lymnocryptes minimus). Ваҡ һаралйынды беҙҙә тупылдаҡ тиҙәр. ■ Ваҡ һаралйындың ерәнһыу көрән һырты буй-буй ҡара һәм һары һыҙыҡтар менән сыбарланған. Кул, йылға, һаҙлыҡ, батҡылдарҙа йәшәй. Ояһын ергә ҡора. Э. Ишбирҙин.
ВАҠ ҺАРЫГҮҘ (Р: золототысячник малый; И.: centaury; T.: kantaron) и. бот.
Алһыу сәскәле, сей һары һеркәле дарыу үләне. □ Золототысячник малый (лат. Centaurium). Ваҡ һарыгуҙ июль-август айҙарында сәскә ата. Сәскәһе алһыу була. Ваҡ һарыгуҙ — дарыу уләне.
ВАҠ ҺАТЫУ (ваҡ һат-) (Р: торговать мелочами; И.: trade in, sell small goods; T.: küçük ürünleri satmak) ҡ. диал.
Ваҡ-төйәк (1,2) менән һатыу итеү. □ Торговать мелочами. Олатайым ваҡ һатыу менән булашҡан. Ваҡ һатыу нөктәләре. Бай сауҙагәрҙәр эште ваҡ һатыуҙан башлаған.
ВАҠ ҺАТЫУСЫ и. диал. ҡар. ҡырҡ-тартмасы. Борон ваҡ һатыусы ауылдарҙа энә, еп, йөҙөк, беләҙек кенә тугел, китап та һатҡан. ■ Ваҡ һатыусыларҙың .. көндөң иртәлегендә эштәре юҡ. Д. Юлтый.
ВАҠ ҺҮҘЛЕ (Р: мелочный; И.: nagging; querulous; T: mızmız) с.
Ваҡсыл, юҡ-барҙы күреп, ҡыҫылып, һөйләнеп йөрөгән (кеше). □ Мелочный, ворчливый, брюзгливый, придирчивый. Ваҡ һуҙле апай. Ваҡ һуҙле ҡортҡа. Ирҙәр ҙә ваҡ һуҙле булыр икән.
ВАҠ ҺҮҘЛЕЛЕК (һүҙлелеге) и. ҡар. ваҡсыллыҡ. Ваҡ һуҙлелек биҙҙерә.
ВАҠҺЫНЫУ (ваҡһын-) (Р: унижаться; И.: abase oneself; T: aşağılanmak) ҡ.
1. Үҙеңде бәләкәйгә ҡуйыу, ваҡҡа һанау.
□ Унижаться. // Унижение. Кеше алдында ваҡһынма. ■ [Ғабдрахман:] Ваҡсыл кешеләрҙең малы тураһында ана шулай ваҡһынырға мәжбур булаһың. С. Ҡудаш.
2. ҡар. ваҡлашыу. Н Ваҡлығы менән йыһандың ваҡһынаһым килмәне, ят улемде ҡаршы алдым, ятһынаһым килмәне. Ш. Бабич.
ВАҠҺЫУ I (Р: мелочный; И.: petty; Т: mızmız) с. диал.
Ваҡсыл. □ Мелочный. Ваҡһыу кеше. Ваҡһыу ҡарт. Ваҡһыу бисә.
ВАҠҺЫУ II (ваҡһы-) ҡ. ҡар. ваҡсылланыу. Ваҡһыу бер ҙә килешкән эш тугел.
ВАҠЫЙҒАН [ғәр. мөн. ҡар. ваҡиған. ■ Ваҡыйған, йыр көйҙәрен ысын көйөнсө һаҡлап килә алғандар. М. Ғафури.
ВАҠЫТ [ғәр. (Р: время; И.: time; Т.: vakit) и.
1. Быуат, йыл, сәғәт, минут һ. б. менән иҫәпләнгән дауамлы арауыҡ һәм уларҙың бер-бер артлы алмашыныуы. □ Время. Бер ай ваҡыт. ■ Ваҡыт елдәй елә генә, сәғәтләп
68