ВАҠЫТЛЫ-ВАҠЫТҺЫҘ
һәмминутлап. «Шоңҡар», № 10,2010. • Ваҡыт уҙһын, сабата туҙһын. Әйтем.
2. Ай, тәүлек, көндөң нимәгәлер бәйле сағы; ниндәйҙер мәл. □ Время, пора. Йоҡлар ваҡыт. Киске аш ваҡыты. Намаҙ ваҡыты. Сәфәр ваҡыты. ■ Ос һәнәгеңде биреп тор әле. Шул бер ос һәнәклек тура килтереп, эшләп ала алмай ҡартайылды инде. — Бесән ваҡыты еттеме, йыл да ошо йомошҡа инә, ошо уҡ һуҙҙәрен һөйләй Йәноҙаҡ бабай. Н. Мусин. • Яҙғы сәсеу — бер генә ваҡыт. Әйтем.
3. Нимәлер эшләр өсөн мөмкинлек биргән уңайлы мәл; форсат. □ Время, возможность. Ваҡытын белеу. Ваҡытын табыу. Ваҡыт юҡ. Һәр эштең ваҡытын белеп эшләр кәрәк. ■ [Айбулат:] Ваҡыт тапһағыҙ, ҡунаҡҡа килегеҙ, йәме, тётя Даша-ны ҡалдырмағыҙ, яраймы, — тине. Һ. Дәүләтшина.
4. Йәмғиәттәге ниндәйҙер билдәле бер осор; заман. □ Время; пора, период. Ихтилал ваҡыты. Ватан һуғышы ваҡыты. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында башҡорт халҡының индергән өлөшө, туккән көсө, ҡорбандары иҫәпләп бөткөһөҙ.
5. грам. Эш-хәлдең дауамлы арауыҡтағы бер өҙөккә ҡарағанын белдергән грамматик төшөнсә. □ Показатель отнесённости ко времени. Ваҡыт хәле. Ваҡыт һөйләм.
6. хәб. функ. Берәй эш-хәлде башҡарыу мәле еткәнде белдерә. □ Время, пора (в функции сказуемого). Йоҡларға ваҡыт. Таралырға ваҡыт.
7. фәлс. Материя булмышының хәрәкәттә, дауамлылыҡта, эҙмә-эҙлелектә сағылған дөйөм объектив формаһы. □ Эпоха, период. ■ Ваҡыт-ваҡыт булмаһа, көн дә йыйын тиһенме; миҙгел булмай, бәхет, дәуләт ҡулдан китер тиһеңме?. М. Аҡмулла.
ВАҠЫТ АРАУЫҒЫ (Р.: отрезок времени; И.: time span; T.: zaman aralığı) и.
Күпмелер дауам иткән мәл. □ Отрезок времени. Ваҡыт арауығындағы уҙгәрештәр. Ошо ваҡыт арауығында әллә кулме китап уҡылды.
ВАҠЫТ-ВАҠЫТ (Р.: время от времени; И.: at times; T.: vakit vakit) p.
Ҡайһы берҙә, ара-тирә. □ Время от времени, временами, периодически; иногда. Ваҡыт-ваҡыт ел иҫеп китә. ■ Ҡояш юғарынан ныҡ ҡыҙҙырһа ла, уның тәненән, арҡа буйынан ваҡыт-ваҡыт һалҡын йугереп китте. Д. Юлтый. Һәр кемдең дә тик уҙенсә генә, ваҡыт-ваҡыт тәрән уйға сумып, моңаялыр куңел тирәге. А. Игебаев.
ВАҠЫТ ИҪӘБЕ (Р: времяисчисление; И.: calendar; chronology; T.: takvim) и.
Календарь ваҡытты иҫәпләү ысулы; йыл иҫәбе. □ Времяисчисление. Астрономик ваҡыт иҫәбе.
ВАҠЫТЛАП (Р: временно; И.: temporarily, provisionally; T.: geçici olarak) р.
Оҙаҡҡа иҫәпләнелмәгән, ваҡытлыса, сәғәтләп. □ Временно. Ваҡытлап эшләу. Ваҡытлап булеу.
ВАҠЫТЛЫ I (Р: временный; И.: temporary; T.: geçici) с.
1. Оҙаҡҡа иҫәпләнелмәгән, ваҡытлыса ғына булған. □ Временный. Ваҡытлы төйәк. Ваҡытлы шатлыҡ. Ваҡытлы килешеу.
2. Билдәле бер ваҡытҡа тәғәйенләнгән.
□ Временный, периодический. Ваҡытлы эш. Ваҡытлы төркөм.
3. Уңайлы, кәрәк ваҡытҡа тура килгән.
□ Своевременный. Ваҡытлы сара. Ваҡытлы ҡарар.
ВАҠЫТЛЫ II (Р: своевременно; И.: in time; T.: vakitli) р.
Уңайлы, кәрәк ваҡытҡа тура килгән.
□ Своевременно, вовремя, кстати. Был ҡарар бик ваҡытлы булды. Ваҡытлы йөрөйһөң. Ваҡытлы килгәнһең. ■ Ҡотлояр ҡарт .. элеккерәк замандарҙа йыл уртаһына бер нисә хеҙмәтсе, йә булмаһа ирле-бисәле ярлы кешене тамаҡ хаҡына эшләтеп тота ине. Ә хәҙер батрак тотоусыларға договор яһарға, страховать итергә, уларға ваҡытлы туләргә, кейем-һалым бирергә кәрәк. Һ. Дәүләтшина.
ВАҠЫТЛЫ-ВАҠЫТҺЫҘ (Р: не вовре мя; И.: mal â propos; T.: vakitli vakitsiz) р.
Кәрәккән-кәрәкмәгән ваҡытта. □ Не вовремя, не ко времени, некстати. Ваҡытлы-
69