ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТ
ваҡытһыҙ ҡунаҡ саҡырыу. Ваҡытлы-ваҡытһыҙ борсоу. ■ [Мотаһарҙы ҡатындар эткеләп-төрткөләп ҡыуып ебәрҙеләр:] Ваҡытлы-ваҡытһыҙ күҙгә салынып, енебеҙҙе ирештереп йөромәсе әле, исмаһам, — тине бер әсе теллеһе. Й. Солтанов.
ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТ (Р.: периодическая печать; И.: periodicals; T.: mecmua) и.
Билдәле бер ваҡыттан һуң ҡабатланып сыға торған гәзит һәм журналдар. □ Периодическая печать. Ваҡытлы матбуғатҡа күҙәтеү. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу.
■ Ваҡытлы матбуғат Башҡортостандың сәйәси, иҡтисади һәм социаль тормошондағы ваҡиғаларҙы яҡтыртыуҙа алдынғылыҡты бирмәй һәм халыҡтың бер өлөшө өсөн берҙән-бер дөрөҫ мәғлүмәт сығанағы булып ҡала. «Йәшлек», 3 март 2009.
ВАҠЫТЛЫСА I (Р: временный; И.: provisional; T.: geçici) с.
Билдәле ваҡыт эсендәге. □ Временный. Ваҡытлыса күренеш.
ВАҠЫТЛЫСА II (Р.: временно; И.: provisionally; T.: geçici olarak) р.
Билдәле бер ваҡыт менән сикләнеп. □ Временно, на время. Йәй айҙарында эш ваҡытлыса күбәйә. Ваҡытлыса эшләү.
■ Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса үҙ өҫтөнә алған Айҙар кистән үк иптәштәренә төрлө бойороҡтар бирҙе. М. Кәрим.
ВАҠЫТЛЫ ХӨКҮМӘТ (Р: временное правительство; И.: Provisional government; T: Geçici hükümet) и.
1. Законлы идара итеүсе хөкүмәт барлыҡҡа килгәнсе идара итеүсе орган. □ Временное правительство. Төньяҡ Осетияның ваҡытлы хөкүмәте.
2. тар. Рәсәйҙә 1917 йылдың Февраль инҡилабынан һуң ил менән идара итеү өсөн ваҡытлыса төҙөлгән хөкүмәт. □ Временное правительство. Ваҡытлы хөкүмәт ағзаһы. Ваҡытлы хөкүмәт ҡарары. ■ Был атыу «Аврора» крейсерының Ваҡытлы хөкүмәттең һуңғы таянысы булған Ҡышҡы һарайҙы штурмлауға сигнал ине. Ғ. Рамазанов. 1917 йылдың 7 ноябрҙән 8 ноябргә (яңы стиль буйынса) ҡарай төнөн Петроград
ҡалаһында Рәсәй пролетариаты тарафынан восстание күтәрелә, Нева йылғаһында тороусы «Аврора» крейсеры ата, ҡоралланған эшселәр, һалдаттар һәм матростар почтаны, телеграфты, Ҡышҡы һарайҙы баҫып ала, Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатыла һәм советтар власы иғлан ителә. «Йәшлек», 3 ноябрь 2009.
ВАҠЫТ ОТОУ (ваҡыт от-) (Р: выиграть время; И.: gain time; T: vakit kazanmak) ҡ.
Маҡсатҡа ярашлы ниндәйҙер эште башҡарыу өсөн ваҡытты ҡыҫҡартыу. □ Выиграть время, сэкономить время. Эште бүлеп биреп, ваҡыт оттоҡ отоуын, ләкин өлгөрә алманыҡ. ■ Тубылғы буйына килеп еткәнсе, көн кисләй. Хәҙер иң мөһиме — ваҡыт отоу. Д. Шәрәфетдинов.
ВАҠЫТ ТАБЫУ (ваҡыт тап-) (Р: удосуживаться; И.: find time, manage; T.: vakit bulmak) ҡ.
Нимәнелер эшләр өсөн мөмкинлек биргән уңайлы мәл, форсат табыу, булдырыу.
□ Удосуживаться, успевать, урывать время, успеть. Китап уҡырға ваҡыт табыу. Концертҡа барырға ваҡыт таба алманым. Ваҡыт табып ярҙамға килгәнең өсөн рәхмәт!
ВАҠЫТТЫ АЛЫУ (ваҡытты ал-) (Р: тратить время; И.: to take (sb's) time; T: vaktini almak) ҡ.
Нимәгәлер йәки кемгәлер исраф ителеү (ваҡытҡа ҡарата), кемделер мәшғүл итеү.
□ Тратить, занимать время. Юлға йыйыныу ваҡытты алды. Тәржемә оҙаҡ ваҡытты ала.
ВАҠЫТ ҮЛТЕРЕҮ (ваҡыт үлтер ) (Р: убить время; И.: hang out; T.: vakit öldürmek) р.
Бушҡа, файҙаһыҙға ваҡыт үткәреү.
□ Убить время, соотв. Толочь воду в ступе. Эштә ваҡыт үлтереү.
ВАҠЫТ ҮТЕҮ (ваҡыт үт-) (Р: проходить (о времени)', И.: elapse; T: akip gimek) ҡ.
Нимәнелер эшләү өсөн ҡуйылған ваҡыттың тиҙ үтеүе. □ Проходить, лететь, пролетать (о времени). Ваҡыт тиҙ үтте.
ВАҠЫТ ҮТЕҮ МЕНӘН (Р: постепенно; И.: gradually; T: giderek) р.
Яйлап ҡына, киләсәктә. □ Постепенно, в будущем. Ләкин ваҡыт үтеү менән боронғо йолаларыбыҙ ҙа заманалар ағышында оно-
70