Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 71 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВАҠЫТЫ МЕНӘН
тола, үҙгәрә бара. Күптәр ваҡыт үтеү менән ябай китаптарҙы электрон сығанаҡтар алыштырасаҡ тигән фекерҙә. Ваҡыт үтеү менән юҡҡа сығыу.
ВАҠЫТ ҮТКӘРЕҮ (ваҡыт үткәр-) (Р.: проводить время; И.: while the time away; T.: vakit geçirmek) ҡ.
1. Билдәле бер заман эсендә нимә менәндер шөғөлләнеү. □ Проводить время, занимаясь чем-л. Бик яҡшы ваҡыт үткәрҙек богон. Күңелле ваҡыт үткәреү.
2. Бушҡа заман юғалтыу □ Проводить, коротать время. Ваҡыт үткәреп кенә йөрөйһөң бында. Кисә урамда йөрөп ваҡыт үткәрҙем.
ВАҠЫТҺЫҘ I (Р.: преждевременный; И.: premature; T.: vakitsiz) с.
Ваҡытынан элек булған; иртә. □ Преждевременный, безвременный. ■ Ник һыҙлайһың, күңелем, ник юҡ өсөн ағыулайһың минең аңымды? Көйҙөрөп һин эстән, һис ваҡытһыҙ сығараһың, ахыры, йәнемде. Ш. Бабич. Уның [Михаилдың] алғараҡ сығып торған маңлайы, бер-береһенән алыҫыраҡ урынлашҡан зәңгәр һауа кеүек асыҡ күҙҙәре, сикә тәңгәлендә ваҡытһыҙ сал ингән сәстәре, яғымлылығы һәм кешелекле булыуы ышаныусанлыҡ тыуҙыра. Я. Хамматов. • Ваҡытһыҙ ҡунаҡ — ҡәҙерһеҙ ҡунаҡ. Әйтем.
ВАҠЫТҺЫҘ II (Р: несвоевременно; И.: untimely; amiss; T.: vakitsiz)/?.
1. Тейешһеҙ, уңайһыҙ ваҡытта булған. □ Несвоевременно, неудобно, не ко времени. Ваҡытһыҙ ҡартайыу. Ваҡытһыҙ килеү. Әсәһенең ваҡытһыҙ ҡайтыуы Ҡыҙырастың кәйефен боҙмау ын күргәс, Ғариф та, күңелләнеп, йомғаҡ янына барҙы. 3. Биишева.
2. Ваҡытынан алда. □ Преждевременно. Юлдан ваҡытһыҙ айырылып китте.
♦ Ваҡытһыҙ китеү иртә үлеү. □ Преждевременная смерть. Ваҡытһыҙ китеп барған дуҫтар. Ата-әсәй ваҡытһыҙ китте. Дуҫым ваҡытһыҙ китте.
ВАҠЫТҺЫҘ ВАҠЫТ (Р.: неудобное время; И.: wrong moment; T: zamansız oluş) и.
Эш тығыҙ булған йәки ашаған-эскән, ял иткән мәл. □ Неудобное время, несвое
временность. Ваҡытһыҙ ваҡытта йөрөү. Ваҡытһыҙ ваҡытта борсоу. ■ И-и, буйҙаҡтар! һеҙ ваҡытһыҙ ваҡытта ла ваҡытлыһығыҙ. М. Кәрим.
ВАҠЫТЫ-ВАҠЫТЫ МЕНӘН р. ҡар. ваҡыты менән 1,3. Ваҡыты-ваҡыты менән ҡояш күренеп ҡала. Ваҡыты-ваҡыты менән килеп тыуған мәсьәләләр. ■ Беҙҙе уйнап йөрөгән еребеҙҙән әсәйебеҙ йә атайыбыҙ саҡырып ҡайтара ла теге-был йомош ҡуша: ваҡыты-ваҡыты менән ҡайһы берҙәребеҙгә картуф баҡсаһына ингән кәзәләрҙе ҡыуып сығарырға, тауҙан быҙау ҡарап алып ҡайтырға, эркет ҡайнатыу өсөн аласыҡҡа күп итеп утын ташырға йә сәңгелдәктәге туғанын бәүетеп ултырырға тура килә. Н. Мусин.
ВАҠЫТЫ ЕТЕҮ (ваҡыты ет-) (Р: наступить (о времени)', И.: the time will come; T.: vakti gelmek) ҡ.
1. Нимәлер эшләү өсөн уңайлы мәл тыуыу. □ Наступить (о времени). Еләк ваҡыты етте. Уңыш йыйыу ваҡыты етһә, аяҙ көндәр теләйбеҙ. ■ [Дейеү пәрейе, бабайҙың ҡайтыр ваҡыты еткәс:] Малайыңды өс йылға уҡытырға алып ҡалам, — тигән. Әкиәттән
2. Өлгөрөп етеү. □ Созреть, подоспеть, вырасти. // Созревание. Ваҡыты emme, ҡыҙҙы кейәүгә бирергә кәрәк. ■ Азамат арт-нан уның ҡусты-һецлеләре донъяға килер. Тупылдашып үҫерҙәр, ваҡыттары еткәс, башлы-күҙле булырҙар. Ә. Хәкимов.
3. Әжәл килеү, үлем яҡынлашыуы. □ Умереть. // Наступление смерти. Ҡарттың үлер ваҡыты еткән. ■ Күп тә үтмәгән, дейеүҙәр батшаһына үлергә ваҡыт еткән. Әкиәттән.
ВАҠЫТЫ МЕНӘН (Р: иногда; И.: sometimes; T.: vaktiyle) р.
1. Ҡайһы ваҡытта, ҡайһы саҡта. □ Иногда, временами. Ваҡыты менән илағы килә. Ваҡыты менән ҡысҡырып көлөп ебәрә. ■ Көндәр бер йылытып, бер һыуытып, ҡар ҡатыш ямғыр яуып, ваҡыты менән буран сығып торһа ла, яҙға тарта. «Табын», 22 октябрь 2008.
71