ВАҠЫТЫНАН АЛДА
2. Билдәле бер тәртип менән. □ В назначенное время. Ваҡыты менән ашатып тороу. Малдарҙы ваҡыты менән ашатыу.
3. Кәрәге булғанда, тура килгәндә. □ Когда нужно, когда необходимо. Ваҡыт менән тойғоларҙы кисереп торорға кәрәк. Ваҡыты менән ҡыйын хәлдәрҙе онотоп торорға кәрәк.
ВАҠЫТЫНАН АЛДА (Р.: преждевременно; И.: ahead of time; T.: vaktinden önce) p.
Тейешле ваҡытҡа тиклем. □ Преждевременно, досрочно, раньше. Ваҡытынан алда килеп етеү. Эште ваҡытынан алда тамамлау. Эште ваҡытынан алда тамамлаусыларҙы ударник тиҙәр ине. ■ Һуғыш беҙҙе, ҡолаҡтарҙан тартып, ваҡытынан алда өлгөрттө: кистән бала итеп йоҡлатты ла таң атыуға инде ир итте. Ә. Атнабаев.
ВАҠЫТЫНАН ЭЛЕК р. ҡар. ваҡытынан алда. Ваҡытынан элек белешеп ҡуйыу. ■ Ауыр һуғыш йылдары тәндәрен дә, йәндәрен дә имгәткән тиңдәштәрем ваҡытынан элек яҡты донъянан китеп бөттө. Н. Мусин.
ВАҠЫТЫНДА (Р.: вовремя; И.: in time; T.: vaktinde) р.
1. Алдан билдәләнгән, тейешле, кәрәкле ваҡытта. □ Вовремя, своевременно. Аҡсаны ваҡытында ебәреү. Ваҡытында барыу. Ваҡытында урылған иген. Малдарҙы ваҡытында ашатыу һәм һуғарыу. ■ Ләйсән өй йәмен ебәрмәҫкә бар көсөн һалды: ашты ла ваҡытында өлгөрттө, кейем-һалымын да йыуҙы, ҡул эштәре менән дә булышты, уҡырға ла ваҡыт тапты. «Шоңҡар», № 11,2010.
2. Ҡасандыр бер ваҡытта; заманында, элек. □ Когда-то, в своё время. Ваҡытында ул дан тотҡан көрәшсе ине. Ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙҙы.
ВАҠЫТЫН ОҘАЙТЫУ (ваҡытын оҙайт-) (Р: отсрочить что-л.; И.: postpone smth; T.: ertelemek) ҡ.
Ваҡыт өҫтәү. □ Отсрочить что-л., продлевать срок чего-л. Хосусилаштырыу ваҡытын оҙайтыу. Йәшәү ваҡытын оҙай
тыуҙың төп сараһы булып спорт менән шөғөлләнеү тора. Эш ваҡытын оҙайтыу.
ВАҠЫТЫ СЫҒЫУ (ваҡыты сыҡ-) ҡ. ҡар. ваҡыты үтеү. Ҡулланылыш ваҡыты сыҡҡан иҫке техника.
ВАҠЫТЫ ҮТЕҮ (ваҡыты үт-) (Р: просрочить; И.: exceed the time limit; T.: gecikmek) ҡ.
1. Тейешле ваҡыты уҙып китеү. □ Просрочить. Тапшырылаһы эштең ваҡыты үткән.
2. Иҫкереү. □ Устареть. Яраҡлылыҡ ваҡыты үткән аҙыҡ-түлек. Аҙыҡтың ҡулланылыш ваҡыты үткән.
ВАҠЫФ I [ғәр. (Р: остановка; И.: stopp(age); T: vakfe) и. иҫк.
1. Туҡтап баҫып тороу, туҡталыш, пауза.
□ Остановка, пауза.
2. ҡар. ваҡиф II, 2.
ВАҠЫФ II [ғәр. <Аэ] (Р: имущество; И.: property beqeathed for charity purposes; T: vakıf) и. иҫк.
Ислам илдәрендә айырым кеше йәки дәүләт тарафынан мәсет, мәҙрәсә, хәстәханаларға бирелгән мөлкәт, хәйриә. □ Имущество или деньги, завещанные на благотворительные цели. Мәсеткә ваҡыф. ■ Ун-дан артыҡ мәсет бина ҡылды, ауыл ерҙәрендә бина иттергән вә ваҡыфтар менән тәьмин ҡылған мәҙрәсәләре вә мәктәптәре күп. Р. Фәхретдинов.
ВАҠЫФ ИТЕҮ (ваҡыф ит-) (Р: завещать; И.: bequeath; T: vakfetmek) ҡ.
Ваҡыф (II) мөлкәте итеп тәғәйенләү, васыят итеү. □ Завещать. Мөлкәтте мәсеткә ваҡыф итте. ■ Мөфтөй Сәлимгәрәй Тәф-тиләү хәҙрәттәре Эстәрле башын яратыусыларҙан берәү ине. Ҡилеп торор теләк менән Эстәрле башында бер өй ҙә бина ҡылдырыр ине, уңайлы булманы, ваҡыф итеп ҡалдырҙы, Аллаһы Тәғәлә ҡабул итһен! «Ағиҙел», № 9, 2010.
ВАҠЫФНАМӘ [ғәр.-фарс. (Р:
завещание; И.: testament; T: vakıfname) и.
Ваҡыф мөлкәте бирелеү тураһында рәсми ҡағыҙ. □ Завещание. Ваҡыфнамәне
72