Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 73 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВАЛЕРИАН
ҡулға алыу. Ваҡыфнамәлә яҙылған. Ваҡыф -намә ҡалдырыу.
ВАҠ ӘРЕМ (Р.: полынь австрийская; И.: artemisia; T.: tarhun) и. бот.
Әсе тәмле, ҡырҡыу еҫле, аҡһыл йәшел тетмәкәй япраҡлы ҡый үләне. □ Полынь австрийская (лат. Artemisia austrica). Ваҡ эрем төнәтмәһе. Ваҡ әрем — ҡый үләне.
ВАҠ ЯМҒЫР и. ҡар. ваҡ күҙле ямғыр. Бөгөн ваҡ ямғыр һибәләй.
ВАЛ I [рус.] (Р.: вал; И.: rampart; T.: sur) и.
1. Тупраҡ, балсыҡтан йәки башҡа нәмәнән һаҡланыу йәки хужалыҡ маҡсаттарында өйөп яһалған нығытма; ур. □ Вал (земляная насыпь). Вал өйөү. Вал яһау. Крепость валы.
■ Вал менән уратылған майҙансыҡтың уртаһына таш түшәлгән, урыны-урыны менән ул боҙолған. Й. Солтанов.
2. Архитектурала ярымтүңәрәк форма (валик). □ Вал. Ярымтүңәрәк вал.
3. Нефть, газ ятҡылыҡтарының күтәрелеп тороуы. □ Вал.
4. Ҙур диңгеҙ тулҡыны. □ Вал (высокая морская волна).
♦ Туғыҙынсы вал 1) диңгеҙҙә дауыл ваҡытындағы иң көслө һәм хәүефле тулҡын. □ Девятый вал. ■ Уйыбыҙ, теләгебеҙ бер генә: «Быныһы туғыҙынсы вал булмаһын ине, быныһы ярҙан беҙҙе йыуып алып китерлек цунами була күрмәһен...» М. Ҡотлоғәлләмов; 2) ҙур хәүефтең йәки нимәнеңдер иң юғары нөктәһе, билдәһе. □ Девятый вал (символ опасности или наивысшего подъёма чего-л.).
■ Һөйөү диңгеҙендә туғыҙынсы вал, һин — капитан, йөрәк — карабың. Аҙашҡанда, йондоҙҙарға ҡарап, үҙ ярыңды эҙләп бараһың. С. Әбүзәров.
ВАЛ 11 [рус. < нем. Wall] (Р: вал; И.: shaft; Т.: mil) и. тех.
Төрлө механизмдарҙа хәрәкәтте башҡа өлөштәргә бирә торған әйләнмәле үҙәк; күсәр, ҡулса. □ Вал (деталь машины, механизма). Бөгөмлө вал. Тоташтырыу валы. Ишкес вал. ■ Үткән аҙнала бөгөлмәле вал кривошиплы-шатунлы механизм тураһында теманы үткәйнеләр. Н. Мусин.
ВАЛ III [рус. < нем. Wall] (Р: вал; И.: gross output; T: gayrisafi millî hasıla) и. иҡт.
Билдәле бер ваҡыт эсендә етештерелгән дөйөм продукция күләменең ҡиммәте.
□ Вал (общий объём произведённой за определённый период продукции в стоимостном выражении). Вал буйынса планды үтәү. Вал продукцияһы.
ВАЛЕНТЛЫ (Р: валентный; И.: valent; T: değerli) с. хим.
Үҙ атомы һанындағы башҡа химик элемент атомдары менән ҡушылырға һәләтле.
□ Валентный. Бер валентлы. Ике валентлы элементтар. ■ Беҙҙең илдә электән 23 валентлы пневмококк вакцина ҡулланыла. «Йәшлек», 20 февраль 2010.
ВАЛЕНТЛЫҠ (валентлығы) [рус. < лат. valens ‘көс’] (Р: валентность; И.: valency; Т: değerlik) и.
1. XUM. Атомдың билдәле бер һандағы икенсе атомдар менән берләшеү һәләте.
□ Валентность. Даими валентлыҡ. Алмаш валентлыҡ.
2. лингв. Һөйләмдә һүҙҙең башҡа һүҙҙәр менән бәйләнешкә инә алыуы. □ Валентность. Һүҙҙең валентлығы уның лексик мәғәнәһе, һүҙ төркөмө, шулай уҡ грамматик формаһы менән билдәләнелә.
ВАЛЕНТЛЫЛЫҠ (валентлылығы) и. ҡар. валентлыҡ. Химик элементтарҙың валентлылығы. Дөйөм валентлылыҡ.
ВАЛЕОЛОГИК (Р: валеологический; И.: valeological; T: sağlık ile ilgili) с.
Валеологияға мөнәсәбәтле. □ Валеологический. Валеологик тәрбиә.
ВАЛЕОЛОГИЯ [рус. < лат. valeo ‘иҫән-һау булыу’] (Р.: валеология; И.: valeology; Т: sağlık bilimi) и.
Сәләмәт тормош алып барыуҙы өйрәнеүсе фән. □ Валеология. Валеология фәне. Валеология мәсьәләләре.
ВАЛЕРИАН [рус. < лат. valeriana] (Р: валериана; И.: valerian; T: kedi otu) и.
1. бот. Болонда үҫә торған алһыу сатыр сәскәле күп йыллыҡ дарыу үләне; бесәй үләне. □ Валериана, валерьяна
73