Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 74 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВАЛЕРИАНА
(лат. Valeriana officinalis). Валериан төнәтмәһе. ■ Ҡан баҫымы юғары ваҡытта пион, бесәй уләне (валериана) төнәтмәләре ҡотҡарыр. «Йәшлек», 12 ғинуар 2010.
2. Шул үләндең тамырынан яһалған дарыу. □ Лекарство из корней валерианы. Валериан тамсылары. Валериан дарыуы.
ВАЛЕРИАНА [рус. < лат. valeriana] и. бот. ҡар. валериан.
ВАЛЕРИАНКА [рус ] и. бот. һөйл. ҡар. валериан. Халыҡ телендә валериан валерианка тип йөрөтөлә.
ВАЛЕРЬЯН [рус. < лат. valeriana] и. бот. ҡар. валериан.
ВАЛЕТ [рус. < фр. valet] (Р.: валет; И.: knave; T.: vale) и.
Һүрәтле кәрттәрҙең иң бәләкәйе. □ Валет. Уйын валет. Шаҡмаҡ валет.
ВАЛИДОЛ [рус.] (Р.: валидол; И.: validol; Т.: validol) и. фарм.
Йөрәк ҡыҫҡанда эсә торған тыныслан-дырғыс дарыу. □ Валидол. Валидол ҡабыу. ■ Медсестра, Артурҙы тәрбиәләргә кәрәгер тип, эшенән ярты шешә спирт, бинттар килтерҙе, аспирин, анальгин, валидол һымаҡ дарыуҙар тотторҙо, кәңәштәр бирҙе. «Ағиҙел», № 11, 2010.
ВАЛИК (валигы) [рус.] (Р.: валик; И.: roller; T.: merdane) и. тех.
Күсәрендә әйләнеп торған бәләкәй түңәрәк ҡулайлама. □ Валик. Маляр валигы. Фонограф валигы.
ВАЛИС [рус. < фр. valise] (Р: вализа; И.: valise; T.: valiz) и. иҫк.
1. Сумаҙан. □ Вализа, чемодан. Валис тотҡан кеше. Валиста һаҡлау.
2. Курьерҙар йөрөткән тамғалы, асырға тыйылған муҡса. □ Вализа (кейс). Курьерҙың валисы. Инкассаторҙар валисы.
ВАЛЛАҺИ [ғәр. <&Һ] ымл. ҡар. валлаһи-билләһи. Валлаһи, тип әйтеп кенә кешене ышандырып булмай, һуҙең дөрөҫ булмаһа, валлаһи ғына ҡотҡармаҫ. Валлаһи, бына шундай хәл булған. ■ Валлаһи, — ти Новиков,— мин фронтта Байғужанан айырылмайым. Д. Юлтый.
ВАЛЛАҺИ-БИЛЛӘҺИ [ғәр. aBL JjIj] (Р: ей-богу!; И.: bedad by Jove; T.: vallahi billahi) ымл.
Кеше ышанмағанда, бик ышандырырға теләп, Алла исеме менән ант итеп әйтелә.
□ Клятва с именем Аллаха (с целью убеждения): ей-богу! Клянусь богом! Валлаһи-билләһи, ул әйтмәне. ■ [Хәйретдин:] Ант итәм. Валлаһи-билләһи, ҡайҙан алтын та-быуын белмәйем. Я. Хамматов.
ВАЛЛАҺИ ҒӘЗИМ [ғәр. ^j] ымл. ҡар. валлаһи-билләһи. Валлаһи ғәзим, белмәйем.
ВАЛОВОЙ [рус.] с. ҡар. тулайым.
ВАЛОРИЗАЦИЯ [рус. < фр. valorisation < valoir ‘ҡәҙерләү, тура килеү’] (Р: валоризация; И.: valorization; T.: fiyat saptama) и.
1. фин. Ҡиммәтле ҡағыҙ йәки тауар хаҡтарының курстарын күтәреүгә йүнәлтелгән төрлө дәүләт саралары. □ Валоризация. Ҡиммәтле ҡағыҙҙарға валоризация уткәреу.
2. Өлкән йәштәге граждандарҙың пенсия хоҡуҡтарын хөкүмәт тарафынан ҡайтанан ҡарау. □ Валоризация. Валоризация көтөлә. 2009 йылда өлкән йәштәгеләрҙең пенсияларына валоризация уткәрелде. ■ Үҙгәртеп ҡороуға тиклем хеҙмәт стажы ҙур булғандарға валоризация тәу сиратта ярҙам итәсәк. «Башҡортостан», 17 февраль 2009. Яҡынса иҫәпләуҙәргә ҡарағанда, Башҡортостанда валоризация 940 мең самаһы кешегә ҡағыласаҡ. Рәсәй Пенсия Фондының Башҡортостан буйынса булексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеуенсә, пенсия уртаса 1100 һумға артасаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтынан, 30 ноябрь 2009.
ВАЛОРИЗАЦИЯ Л АУ (валоризация-ла-) (Р: валоризировать; И.: valorize; T.: fiyat saptamak) ҡ.
1. Ҡиммәтле ҡағыҙ йәки тауар хаҡтарының курстарын дәүләт саралары ярҙамында күтәреү, валоризация (1) үткәреү.
□ Валоризировать. // Валоризация. Вало-ризациялау һөҙөмтәләре. Валоризациялау куләме.
74