Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 75 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВАЛЬС
2. Валоризация (2) үткәреү. □ Валоризировать. // Валоризация. Пенсия капиталын валоризациялау. ■ Пенсияны валори-зациялау — хеҙмәт пенсияһын күтәреү өсөн граждандарҙың пенсия хоҡуғын арттырыу, йәғни пенсия хоҡуғына 1991 йылға тиклем эйә булғандарға 1%, шулай уҡ 2002 йылдың 1 ғинуарына тиклем һәр йыл өсөн 10% өҫтәлә. Ә күрһәтелгән дөйөм эш стажының оҙайлығы сикләнмәгән. «Үҙәк Өфө», 28 октябрь 2009. Рәсәй Президенты өлкәндәр араһында пенсия кимәлен күтәреүҙе һәм фәҡирлеккә ҡаршы көрәште дәүләттең өҫтөнлөклө бурыстары рәтенә ҡуя. Граждандарҙың пенсия хоҡуҡтарын валоризациялау, социаль өҫтәмәләр индереү — ошо йүнәлештәге аныҡ саралар. «Башҡортостан», 5 август 2011.
ВАЛСЫҠ (валсығы) (Р.: крошка; И.: crumb; T.: kırıntı) и.
1. Нимәнеңдер бик ваҡ, бик бәләкәй киҫәге. □ Крошка, крупинка. Икмәк валсығы. ■ Тик утрауға килеп урынлашыуҙың икенсе көнөндә үк алып сыҡҡан аҙыҡтарының һуңғы валсығы ла ҡалмаған. Ф. Иҫәнғолов. Валсығына саҡлы кешеләргә бирә икмәк үҙен. Б. Рафиҡов.
2. Нимәнеңдер кителеп төшкән өлөшө. □ Осколок. Снаряд валсығы. Көршәк валсыҡтары.
♦ Валсығын да ҡалдырмау бер нәмәһен дә ҡалдырмай бөтөрөү. □ Не оставлять даже крошки. Валсыҡ та йотмау (йәки ҡапмау) бөтөнләй ашамау. □ соотв. Не брать в рот. Ауырыу ауыҙына валсыҡ та йота алмай.
ВАЛСЫҠЛАНЫУ (валсыҡлан-) (Р: крошиться; И.: crumble; T.: ufalanmak) ҡ.
Валсыҡҡа әйләнеү. □ Крошиться. Икмәк иҫкергән, ыуалып валсыҡланып тора. Ҡайтанан ҡаҙғанда тупраҡ валсыҡлана.
ВАЛСЫҠЛАУ (валсыҡла-) (Р: крошить; И.: crumb; T.: ufalamak) ҡ.
Валсыҡ хәленә килтереп ваҡлау. □ Крошить. Икмәкте валсыҡлап бөтөрөү.
ВАЛТОРНА [рус. < нем. Waldhom] (Р: валторна; И.: French horn; T.: Fransız kornosu) и. муз.
Дүңгәләкләп бөгөп яһаған еҙ торба рәүешендәге киң ауыҙлы, йомшаҡ, иркен тауышлы тынлы музыка ҡоралы. □ Валторна. Еҙ валторна. Валторнала уйнау. Валторна төркөмө. Валторна урыны. ■ Скрипкалар әкрен генә моңлана башлайҙар, уларға торба, валторна, виолончелдәр, флейта һәм арфалар ҡушыла. Ғ. Рамазанов.
ВАЛТОРНАСЫ (Р: валторнист; И.: French horn player; T.: Fransız kornosu çalgıcısı) и. муз.
Валторнала уйнаусы. □ Валторнист. Концертта валторнасылар ҡатнашасаҡ.
ВАЛУН [рус.] и. ҡар. һарыҡташ. Ҙур-ҙур валундар. ■ Тулҡын һайын йөҙҙө бескозырка, валун һайын фашист дөмөктө. Й. Солтанов.
ВАЛ ҺУҒЫУ (вал һуҡ-) (Р: строить сарай; И.: build a cattle shed; T.: ahır yapmak) ҡ. диол.
Мал-тыуар өсөн балсыҡтан өйөп ҡура, кәртә эшләү. □ Строить сарай из глины для скота. Көнө буйы вал һуҡтылар өмәселәр.
ВАЛЬДШНЕП [рус. < нем. Waldsch-nepfe] (P: вальдшнеп; И.: Eurasian woodcock, snipe; T.: Avrasya çulluğu) и. зоол.
Көйөлдөләр ғаиләһенә ҡараған һунар ҡошо. □ Вальдшнеп (лат. Scolopaxrusticola). Вальдшнеп атып алыу. Вальдшнепты ите өсөн аулайҙар.
ВАЛЬС [рус. < фр. valse < нем. Waltz] (Р: вальс; И.: waltz; T.: vals) и.
1. Өс ритмлы, һалмаҡ, парлы бейеү төрө. □ Вальс (вид танца). / Вальсовый. Вальс-бостон. Вальс өйрәнеү. Туй вальсы. Клубта вальс бейейҙәр. ■ Вальс башланыу менән, парлашып өйөрөләргә керешкән йәштәрҙән үҙенең оҙон буйын йәшерергә тырышып, стена буйындағы эскәмйәгә һыйынып, кәмһенеп ултыра Зилә. «Шоңҡар», № 4, 2009. «Өфө вальсы» тулҡындары тарала башлау менән, Ғәҙелгәрәй дуҫтың уң яғындағы ҡыҙҙы вальсҡа алып төшөп киттем. «Йәшлек», 8 сентябрь 2008.
2. Шул бейеүҙең көйө. □ Вальс (музыка). / Вальсовый. Вальс уйнау. Вальс ритмы. Шөпен вальстары. ■ Тармун менән
75