КЕС
КЕС II и. зоол. диал. ҡар. селбәрә.
КЕСАҘНА (Р.: четверг; И.: Thursday; T: Perşembe) и.
1. Аҙнаның дүртенсе көнө. □ Четверг. Кесаҙна көнө. Кесаҙнала йыйылыш уткәреу. ■ [Ҡыҙырастың әсәһе:] Кесаҙна көндө башланды, кесаҙнаға хәшле яуыр, ахырыһы, — тиһә лә, дөрөҫ килмәне. 3. Биишева. Кышҡы туйҙан һуң килен төшөрөугә тиклем кейәу кеше һәр кесаҙна һайын ҡыҙ йортона ҡуна бара. М. Кәрим. Уйылдан кесаҙна көн Хажы ауылынан йәш кәләш алып ҡайтырға йыйына. Н. Мусин.
2. миф. Яҡшы семантикаға эйә, ҙур эштәр башҡарыу өсөн ыңғай һаналған, яманлыҡтарҙан тыйылып тора торған көн. □ Четверг (мифологизированный день, имеющий положительную семантику).
КЕСБАРМАК (кесбармағы) и. диал. ҡар. сәтәкәй.
КЕСБӘЙЕЛЛЕ с. диал. ҡар. кесе бәйелле.
КЕСЕ [боронғо төрки кичиг\ (Р: младший; И.: junior; T: küçük) с.
1. Йәш яғынан бәләкәй; киреһе — оло.
□ Младший (по возрасту). Өс йәшкә кесе булыу. Кесе йәштән. Кесе йәштәге балалар. ■ Ике йәшкә кесе булһа ла, ул [Юлай] теремегерәк һәм сосораҡ булғанға, беҙ тиҫтерҙәр һымаҡбыҙ. Д. Шәрәфетдинов. Әнуэр Зиннурович Ғәйниярҙан бер-ике генә йәшкә кесерәктер, былай донъяны кургән кеше. Д. Бүләков. • Бер олоноҡон, бер кесенекен тынра. Мәҡәл. Кесе ҡатын — кеше ҡатыны. Мәҡәл. Оло килен ҡатаһы кесе киленгә ярамай. Мәҡәл. Коштоц кесеһе булғансы, эттең көсөгө бул. Мәҡәл.
2. Йәшкә иң бәләкәй; кинйә. □ Младший (о ребёнке). Кесе ҡыҙҙың уйынсыҡтары. Өлкән ул менән кесе ул. ■ Булған, ти, Аҡбулат тигән бер бабай менән Һылыубикә тигән бер әбей. Уларҙың булған, ти, өс улы, таҙ булған, ти, кесе улы. Әкиәттән. Шулай бер көндө, әле лә хәтерендә, кесе һецлеһе мәктәптән илап ҡайтты. А. Абдуллин.
3. Вазифа, дәрәжә яғынан бәләкәй.
□ Младший (по званию, должности). Кесе сержант. Кесе ғилми хеҙмәткәр. Кесе инс
пектор. ■ Отряд командиры Мурзин, кесе командирҙарҙы йыйып алып, бандиттар араһынан тулы мәғлумәт алып килеу өсөн ауылға кеше ебәреу тураһында кәңәште. Һ. Дәүләтшина. Ут һунә, прожектор нурҙары кесе лейтенант Сәлим Яруллинға төшә. Н. Асанбаев.
4. ҡар. бәләкәй 1. ■ Эшелонды юлда бер кесерәк ҡала станцияһында туҡтаттылар. һ. Дәүләтшина. Кыҙыҡ, тап Фәузиә-Бар-сынбиҡәнең бала сағында йәшәгән йорто кеуек, тик бында улсәмдәр башҡа, кесерәк. Т. Ғарипова. • Оло өйгә ни кәрәк — кесе өйгә лә шул кәрәк. Мәҡәл. Өлкән өйҙә көлгәнгә, кесе өйҙәге ыржайған. Мәҡәл.
♦ Кесе телгә лә йоҡмау бик аҙ булыу (аҙыҡ, эсәр һыу тураһында). □ Очень мало (о еде, питье). ■ Бирелгән аштар елп итеп ҡалды, кесе телгә лә йоҡманы, аппетит шундай кутәрелеп китте, баяғынан да нығыраҡ асыҡтырҙы. Д. Юлтый.
КЕСЕ БӘЙЕЛЛЕ (Р: учтивый; И.: civil, courteous; T: tatlı dilli) c.
Кеселекле, түбәнселекле; олоно оло тип белеүсән. □ Учтивый.
КЕСЕҒЫҘ и. диал. ҡар. ҡайынһеңле.
КЕСЕ ЕТЕГӘН (Р: Малая Медведица; И.: Dog’s tail; T: Küçükayı) и.
1. (баш хәреф менән) астр. Күктең төньяғында сүмес һымаҡ урынлашҡан ете яҡты йондоҙҙан торған йондоҙлоҡ. □ Малая Медведица.
2. миф. Изгеләштерелгән, яҙмышҡа тәьҫир итә алған күк есеме. □ Малая Медведица (небесные светила, имеющие влияние на судьбу).
КЕС ИТЕҮ (кес ит-) (Р: отправлять естественную малую надобность; И.: urinate; T.: çiş yapmak) ҡ.
Кесе ярау итеү. □ Отправлять естественную малую надобность.
КЕСЕ ЙОМА и. ҡар. кесаҙна. ■ Ашлыҡ өйөу эше һис бер туҡтауһыҙ, уҙгәрешһеҙ алты көнгә тартылды. Тик кесе йома көнө генә, ысыҡтың шәп төшөуе сәбәпле, ҡояш ауалағас ҡына, сәғәт етеләрҙә генә эште башларға тура килде. Ғ. Дәүләтшин.
424