Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 425 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕСЕРТКӘН
КЕСЕ ЙЫЛ (Р.: малый год; И.: the lesser year; T.: verimlilik bayramı) и. этн.
Ырыҫ, муллыҡ, түллек булдырыуға йүнәлтелгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың йола байрамы. □ Малый год (обрядовый праздник женщин, направленный на обеспечение плодовитости, благополучия).
КЕСЕЙӘ [рус. кисея] (Р.: кисея; И.: muslin; T.: muslin) и.
Үтә күренмәле йоҡа нәфис туҡыма. □ Кисея (ткань). / Кисейный. Кесейә халат. Кесейә юбка. ■ [Сауҙәгәрҙәр:] Эй, егет, кил, уҙемдән ал. Ситсаның, кесейәнең иң шәбе миндә генә. 3. Биишева. Баҙарҙарға барып ниҙәр алдың? Ун алты ла аршын кесейә. Халыҡ йырынан. Билдән бороп, купертеп тегелгән ал кесейә кулдәк, ҡара бәрхәт камзул, балаҡ остары семәкәйләп сигелгән ҡыҙыл сатин ыштан, ҡулдан баҫҡан йомшаҡ аҡ быйма. 3. Биишева.
КЕСЕ ЙӘШТӘН (Р: с детства; И.: from one’s childhood; T.: küçük yaştan beri) p.
Бәләкәйҙән, бала саҡтан. □ С детства. М Беренсенән, ун-ун ике йәшлек балалар ҡушылған эшкә ғәжәп етди яуаплылыҡ менән ҡараусан, икенсенән, балала кесе йәштән яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләу — мәктәп, ата-әсәләр, йәмәғәтселек алдында торған иң мөһим бурыстарҙың береһе бит. Н. Мусин. Ата йортонда саҡта кесе йәштән әйләнә-тирәһенең ҡан ҡалтырап тороуына, ярамһаҡланырына кунеккән Зөмрәттең быға асыуы килә. Ә. Хәкимов.
КЕСЕКЛӘР (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мең ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени мин.
КЕСЕКӘЙ и. диал. ҡар. сүмесбаш.
КЕСЕЛЕК (кеселеге) (Р: почтение;
И.: respect; T.: saygı) и.
Үҙеңде кесе итеп тотоу; түбәнселекле, ихтирамлы мөғәмәлә. □ Почтение, уважительное отношение. Кеселек менән мөрәжәғәт итеу. Ололар алдында кеселек курһәтеу. ® Ололоғоң артҡан һайын кеселегең артһын. Мәҡәл.
КЕСЕЛЕКЛЕ (Р: почтительный; И.: respectful; T.: saygılı) с.
Кеше алдында үҙен итәғәтле итеп тотоу-сан; түбәнселекле. □ Почтительный, уважительный. Кеселекле һөйләшеу. Үҙеңде кеселекле тотоу. ■ Каһымдың ата-олатайҙар йолаһын онотмау ы, ололарға ҡарата ихтирамлы һәм кеселекле булыуы ауыл ҡарттары өсөн утә ҡыуаныслы хәл ине. Я. Хамматов. Йәғҙә тәуге минуттан уҡ уҙен ябай һәм иркен тотто: юҡ-барға ҡыҙыҡманы, сабыр, кеселекле ине. А. Абдуллин.
КЕСЕЛЕКЛЕК (кеселеклеге) (Р: почтительность; И.: respect, respectfulness; T.: saygı) и.
Ихтирамлы, үҙеңде кесе итеп һанау сифаты. □ Почтительность. ■ Йәш батыр, кеселеклек курһәтеп, тәуҙә [көрәштән] баш тарта, әммә халыҡ һуҙен ергә йыҡмай, .. уртаға сыға һәм Көслөбай менән алыша башлай. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
КЕСЕЛӘҮ (кеселә-) (Р: проявлять снисходительность; И.: display indulgence; T.: saygı göstermek) ҡ.
Кесе тип, бәләкәй тип ҡарау. □ Проявлять снисходительность (к младшим по возрасту, должности). И Әйтергә теләгән һуҙем шул: һәр кем олоно ололай, кесене кеселәй белһен ине. Картотека фондынан, һине кеселәп тугел, һине уйнатып, тубәнһетеп тугел, ололауыбыҙҙан сығып әйтәбеҙ. Т. Хәйбуллин.
КЕСЕ МӨРЙӘ и. диал. ҡар. йүшкә.
КЕСЕРТКӘН I (Р: крапива; И.: nettle; T.: ısırgan) и.
1. бот. Киртләс япраҡлы, оҙон ҡаты һабаҡлы, саға торған үҫемлек. □ Крапива. / Крапивный (лат. Urtîca). Кесерткән һабағы. Кесерткән орлоғо. Кесерткәндән сағылыу. Кош-ҡортҡа кесерткән ашатыу. Кесерткән йолҡоу. Кесерткән япрағынан аш бешереу. И Бер аҙҙан тән, кесерткән саҡҡандай, әрней башланы. Ә. Бикчәнтәев. Ул сәнскеле ҡыуаҡ, кесерткән шырлығын һаҡ ҡына айырып атлаған малайға эйәрҙе. Ә. Хәкимов. • Оло һуҙен тотмаған — оролған да бәрелгән, кеше һуҙен тотмаған — кесерткәнгә йығылған. Мәҡәл. Яланғас аяҡҡа — кесерткән. Мәҡәл.
425