Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 426 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕСЕРТКӘН
2. бот. Шул үләндең һабағынан алынған сүс. □ Крапивное волокно. / Крапивный. Кесерткән иләу. Кесерткән капсык. ■ Шунан бай өс ҙур кесерткән тоҡ табып килтерегә ҡушҡан. Әкиәттән.
3. миф. Яман заттарҙы кыуыу көсөнә эйә булған мифлаштырылған үлән. □ Крапива (мифологизированное растение, выполняющее обережную и отгонную функцию). И Әуәле, яман заттар килмәһен тип, баш осона кесерткән һала торғайнылар. Экспедиция материалдарынан.
♦ Кесерткән тел {йәки телле) үтә зәһәр, төртмә һүҙле, үткәргәнсе әйтә торған. □ Злоязычный, злой на язык. Кесерткән телле ҡатын.
КЕСЕРТКӘН II (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) u. этн.
Мең ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени мин.
КЕСЕРТКӘН БИҘГӘГЕ (Р: крапивница; И.: nettle rash; T.: kurdeşen) и. мед.
Тәндә ҡабарынҡы сабыртма ҡалҡыу менән билдәләнгән аллергик тире ауырыуы. □ Крапивница, крапивная лихорадка. Кесерткән биҙгәген дауалау.
КЕСЕРТКӘН ГӨЛ (Р: петуший гребешок; И.: cockcomb; T: horozibiği çiçeği) и. бот.
Бегониялар ғаиләһенә ҡараған, япрағы тимгел-тимгел йәшел, күк йәки ала төҫтәге сәскәле үҫемлек. □ Петуший гребешок (лат. Celosia cristata L.).
КЕСЕРТКӘН ЕБӘГЕ (Р: повилика;
И.: convolvulus; T: küsküt) и. бот.
Тамырһыҙ һәм япраҡһыҙ, йылтыр еп һабаҡлы паразит үлән (башҡа уләндәргә сырмалып, шуларҙың һутын һурып уҫә). □ Повилика, кускута (лат. Cuscuta). Кесерткән ебәген утау. Баҡсаны кесерткән ебәгенән таҙартыу.
КЕСЕРТКӘН ЙЫЛАНЫ и. диал. ҡар. кеҫәртке.
КЕСЕРТКӘН ҠАПСЫҠ (ҡапсығы) (Р: холщовый мешок; И.: linen bag; T: keten bezinden çuval) и. диал.
Тарма киндеренән тегелгән өс бот ярым һыйышлы ҡапсыҡ. □ Холщовый мешок.
КЕСЕРТКӘН ҠЫНАҺЫ и. бот. диал. ҡар. кесерткән ебәге.
КЕСЕРТКӘНЛЕК (кесерткәнлеге) (Р: крапивник; И.: place grown with nettles; T: ısırgan otu çok olan yer) u.
Кесерткән баҫҡан урын. □ Крапивник. ■ Шунан ул [Лилиә] ҡоймаға килеп һөйәлде. Баҡсаға ҡараны. Унда япраҡтары бөтөрөлөп, уйҙыҡ-уйҙыҡ булып уҡмаша башлаған кесерткәнлек. Р. Ғабдрахманов.
КЕСЕРТКӘН МАЙЫ и. бот. диал. ҡар. кесерткән ебәге.
КЕСЕРТКӘН ТАЛЫ и. бот. диал. ҡар. кесерткән ебәге.
КЕСЕРТКӘН ТУРҒАЙЫ (Р: крапив ник; И.: jenny wren; T: bayağı çit (ya da çıt) kuşu) и. зоол.
Һырты ҡара арҡыры һыҙыҡтар менән сыбарланған, ҡыҫҡа ғына ҡойроғон текә тотоусы турғайҙан бәләкәй ҡош. □ Крапивник, подкоренник, орешек (лат. Troglodytes troglodytes'). Кесерткән турғайының ояһы ерҙә йәки ҡыуаҡтар араһында.
КЕСЕРТҠАН и. бот. диал. ҡар. һаңғырау кесерткән.
КЕСЕРТТЕРЕҮ (кесерттер-) ҡ. диал. ҡар. сағыу II, 2. Кесерткән кесерттерә.
КЕСЕРӘЙЕҮ (кесерәй-) ҡ. ҡар. бәләкәсәйеү. И Йылдар уҙғас, кесерәйҙе минең кейгән таҡыям. Ғ. Дәүләтов. Ай болоттарҙан ҡотолған саҡтарҙа, кул буйындағы сиҙәмлек өҫтөндә куләгәләр ҙә бер оҙонайып, бер кесерәйеп йугергеләне. Ғ. Хәйри. Айһылыу, бала шикелле кесерәйеп, иренә һыйынды.
3. Биишева.
КЕСЕРӘЙТЕҮ (кесерәйт-) ҡ. ҡар. бәләкәсәйтеү. ■ Уны [Мәҙинәне] кесерәйтә, тәпәшәйтә, меҫкенләтә торған көс юҡ кеуек донъяла. Т. Ғарипова. Лесничийҙың уҙенә кесерәйтеп өндәшеуе ҡыҙға оҡшаманы, ахырыһы, зәңгәрһыу куҙҙәрен асыулы уйнатты. Н. Мусин.
КЕСЕРӘЙТЕҮ ЯЛҒАУЫ (Р.: аффикс уменьшительности; И.: dimunitive affix; T.: küçültme eki) и. лингв.
426