Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 427 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕҪӘ
Һүҙгә бәләкәйлек төшөнсәһе бирә торған грамматик ялғау. □ Аффикс уменьшительности.
КЕСЕ ТАБЫН (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) u. этн.
Табын ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени табын.
КЕСЕ ТЕЛ (Р: нёбный язычок; И.: palatine uvula; T.: küçük dil) и. анат.
Йомшаҡ аңҡауҙың артҡы өлөшө. □ Нёбный язычок. ■ Ағас ҡалаҡтың тумалаҡ башын ҡатыҡҡа һыйпап алған һайын, ике иле яғылып сыға, ауыҙ тултырып алғанда баҙҙан килгән һалҡынлығы менән, уҙәккә уткес ләззәтләндереп, оло телдән кесе телгә йылтая. Й. Солтанов.
КЕСКЕ и. диал. ҡар. ҡыпсыуыр.
КЕСКЕНӘ с. ҡар. бәләкәс. ■ Ауылды икегә булеп кескенә йылға аға. Ф. Әсәнов. Фәузиәнең мал ойоноң кескенә тәҙрәһенән тышҡа ҡарауы булды, уға уҙенең куңеле кеуек ук шомло, шөбһәле ҡара төн баҡты. Т. Ғарипова. Улар, ҡайғылы әсә менән кескенә бала, улемде еңделәр. Б Бикбай.
КЕСКЕНӘ БҮБӘК и. диал. ҡар. сыңғарсай.
КЕСКӘЙ I (Р: малые дети; И.: small children; T.: küçükler) и. купл.
Ваҡ балалар. □ Малые дети. Кескәйҙәр өсөн әкиәт. Кескәйҙәр тураһында.
КЕСКӘЙ II с. ҡар. бәләкәс. ■ Юламан ҡарт кескәй баланың йөрәген яраламаҫ өсөн, теге ваҡытта уның әсәһе хаҡындағы дөрөҫлөктө йәшергәйне шул. 3. Биишева. Мотаһар ботинкаһын һалды, тур башында ятҡан кескәй мендәрҙе ҡолаҡ аҫтына ҡыҫтырып, стена буйына янтайҙы. Й. Солтанов.
КЕСКӘЙ БИҘРӘ и. диал. ҡар. сирпәк.
КЕСКӘЙ БЫСҠЫ и. диал. ҡар. ҡул бысҡыһы.
КЕСКӘЙ БӘПЕС и. диал. ҡар. сәтәкәй.
КЕСКӘЙ СЫПҠАЙ и. диал. ҡар. йөрәк.
КЕСКӘЙ ЯБАЛАҠ (ябалағы) и. диал. ҡар. һаҡ.
КЕСКӘНТӘЙ (Р: крохотный; И.: tiny; T.: küçücük) с. диал.
Бәләкәс кенә. □ Крохотный, малюсенький. И [Мөғәллимә:] Бөгөн уҙ-ара беҙ кескәнтәй генә бер байрам яһайбыҙ. Д. Юлтый.
КЕССОН [рус. < фр. caisson] (Р: кессон; И.: caisson; T.: keson) и.
1. махс. Һыу аҫтында эшләү өсөн һыу үтмәҫлек итеп эшләнгән камера. □ Кессон (для подводных работ).
2. махс. Металлургия мейестәрендә һыу менән һыуытыу өсөн эшләнгән тимер коробка. □ Кессон (в металлургических печах).
3. архит. Түбә түшәмендә йәки көмбәҙҙең эске яғында дүрткел, күпмөйөш рәүешендәге уйымдар (биҙәу, тауыш яңғырашын көсәй-теу өсөн). □ Кессон (углубление на потолках, внутренних поверхностях сводов).
КЕССОН АУЫРЫУЫ (Р: кессонная болезнь; И.: caisson disease; T.: vurgun ya da dekompresyon hastalığı) и. мед.
Юғары баҫымлы мөхиттән түбән баҫымлыға күскәндә барлыҡҡа килә торған ауырыу. □ Кессонная болезнь.
КЕССОНСЫ (Р: рабочий кессонной камеры; И.: caisson operator; T.: keson çalışanı) и. махс.
Кессон (1) менән эшләй торған эшсе. □ Рабочий кессонной камеры, кессонщик.
КЕСӘБИКӘ и. ҡар. әмәйлек.
КЕСӘЙ и. зоол. диал. ҡар. ташбаш.
КЕСӘТЕҮ (кесәт-) (Р: побуждать (ребёнка) мочиться; И.: to induce to urinate; T.: çiş yaptırmak) ҡ. диал.
Баланы һейҙереү. □ Побуждать (ребёнка) мочиться.
КЕҪӘ [фарс. (Р: карман; И.: pocket; Т.: сер) и.
1. Төрлө нәмә һалып йөрөтөү өсөн кейемдең эске йәки тышҡы яғына ҡуша тегелгән моҡсай. □ Карман. / Карманный. Өҫтән һалынған кеҫә. Йәшерен кеҫә. Кулдәк кеҫәһе. Костюм кеҫәһе. Кулды салбар кеҫәһенә тығыу. Туш кеҫәһендә йөрөтөу. Кулдәкте кеҫә ҡуйып тегеу. Тун кеҫәһенән алыу. Буш кеҫә. Аҡсаны эске кеҫәгә һалыу. Кеҫәлә йөрөтөу. ■ Тәртип һаҡсыһы кеҫәһенән ҡара төҫтәге кескәй генә телефон сығарҙы, кәрәкле но
427