КЕҪӘ БУРЫ
мерҙы йыя-йыя, ниндәй мәсьәлә буйынса килгәндәрен һораны. Ә. Әминев. Карсыҡ, ике һөйләмәйәсәген белдереп, асҡысты кире бора, һурып алып, кукрәксәһендәге серле кеҫәһенә йәшерә. Й. Солтанов. [Мәҙинә] әсәһенең һырмаһы кеҫәһенән өскөл хатты алды ла тәҙрә эргәһенә килде. Т. Ғарипова.
• Ярлының куңеле тулы, кеҫәһе буш. Мәҡәл. Куңел бай, кеҫә һай. Мәҡәл.
2. кусм. һөйл. Аҡса менән иҫәпләнгән байлыҡ; аҡса. □ Средства, деньги. Кеҫә яғы мул. Кеҫә һай. Кеҫә яғы самалы булыу.
■ [Айҙар:] Иҫкә төшөу ҡайҙа ул, унда инде тиҙерәк кеҫә яғыңды ҡарайһың да уҙ ирлегеңә нығыраҡ таянаһың. 3. Биишева. Хужа, мыйыҡ аҫтынан ғына, Фәсхиҙең кеҫә яғын һиҙҙермәҫтән һорашып ултырҙы. Т. Йәнәби.
• Ярлы башы менән уйлай, бай кеҫәһе менән уйлай. Мәҡәл.
♦ Кеҫәгә инеү {йәки төшөү) 1) аҡса, мал-мөлкәт килеү. □ Прибыль; 2) аҡсаны, мал-мөлкәтте үҙләштереү. □ Залезть в карман, украсть. Кеҫәгә төшөу куп осраҡта халыҡ куп йыйылған ерҙә була. Кеҫәгә һуғыу аҡсаға көс килеү, аҡсаны кәметеү. □ Бить по карману.
■ [Аҙнағол:] Сауҙаны шунан да оҙаҡҡа һуҙыу кеҫәгә ныҡ һуғасаҡ, — тип белдерҙе. 3. Биишева. Кеҫә ҡалынайтыу аҡса туплау, байлыҡ йыйыу. □ Набить карман, накопить денег. Алдаҡ юл менән кеҫә ҡалынайтыусылар. Кеҫәлә елдәр уйнау бер тин аҡса ла булмау. □ В кармане ветер играет, денег нет. Минең кеҫәлә елдәр уйнай. Кеҫәнән йоҙроҡ күрһәтеү эстән генә үсләшеү. □ Показать кулак в кармане. Кеҫәнән йоҙроҡ курһәтеп тороу. Кеҫә һай аҡсаһы аҙ. □ Денег мало. Студенттарҙың кеҫәһе һай. Кеҫә һайығыу (йәки таҡырайыу) аҡса әҙәйеү, аҡса бөтөү. □ Остаться без денег. Кеҫә таҡырайҙы. Кеҫәһе ҡалын (йәки ҡалын кеҫә) аҡсаға бай, байлығы күп. □ Карман толстый, денег много. Һәр кемдең дә кеҫәһе ҡалын тугел. ■ Уның [Ныязғолдоң] төрмәгә алынған тигән хәбәрен ишетһәләр ҙә, кубеһе: «Йә, һыуға батмаҫ, утҡа янмаҫ, уларға ни булыр тиһең, уларҙың кеҫәләре ҡалын, теләһәләр ике донъяны бер юлы һатып алырҙар», — тип ҡул һел
тәйҙәр ҙә уҙ хәсрәттәренә керешәләр. Һ. Дәүләтшина.
КЕҪӘ БУРЫ (Р.: карманник; И.: pickpocket; T.: yankesici) и.
Кешеләрҙең кеҫәһенән әйбер, аҡса урлау менән шөғөлләнеүсе. □ Карманник, карманный вор. И Йәп-йәш кенә егеттәр араһында кеҫә буры, телефон талаусылар йыш осрай, улар мәктәп уҡыусыларының да, ҡарт-ҡороноң да мөлкәтен урлауҙан оялып тормай. «Йәшлек», 13 апрель 2010.
КЕҪӘ ДӘФТӘРЕ (Р.: блокнот; И.: blocknote; T.: bloknot) и.
Төрлө нәмәләрҙе яҙып барыу өсөн тәғәйенләнгән бәләкәй генә кенәгә. □ Блокнот. ■ Ул урынынан етеҙ генә ҡуҙғалды ла өҫтәл тартмаһынан матур тышлы бер кеҫә дәфтәре алды. Д. Юлтый. Һуҙ ҡатыусы булмаһа, көндәр буйы һөйләшмәй, бик һирәк кенә кеҫә дәфтәренә һыҙғылап ҡуя [Морозов].
A. Таһиров.
КЕҪӘКӘЙ и. зоол. диал. кеҫәртке.
КЕҪӘЛ [рус. кисель] (Р: кисель; И.: kissel; T: kisel) и.
1. һоло ононан әсетеп, ҡайнатып бешерелгән һалҡын аш. □ Кисель (сваренный из овсяной опары). Кеҫәлгә һөт өҫтәу. Кеҫәл әсетергә ҡуйыу. Кеҫәл бешереу. И Һөйәгем нығынһын тиһәң, ярата кур кеҫәлде, шунан уҙең дә белерһең мин шифалы икәнде. Ф. Мөхәмәтйәнов.
2. Крахмалға шәкәр, емеш һуты ҡушып ҡайнатҡан эсемлек. □ Кисель (сладкий). Сейә кеҫәле. Кеҫәл эсеу. Шәшкеләргә кеҫәл ҡойоу.
3. кусм. Урамдағы батҡаҡ. □ Жижа, грязь, слякоть. ■ Көҙ ине. Куктең төбө тишелгән һымаҡ туҡтауһыҙ ямғыр яуа. Ерҙә баҫыр урын юҡ — аяҡ аҫты кеҫәлгә әйләнгән.
B. Исхаҡов.
КЕҪӘЛЛӘНДЕРЕҮ (кеҫәлләндер-) (Р: сделать киселеподобным; И.: to make as kissel; T: kisel gibi yapmak) ҡ.
Кеҫәл хәленә килтереү. □ Сделать киселеподобным.
КЕҪӘРТКЕ (Р: ящерица; И.: lizard; T: kertenkele) и.
428