Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 429 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕТЕРЛӘҮ
1. зоол. Оҙонса кәүҙәһе ҡаты тәңкә ҡау менән ҡапланған, оҙон ҡойроҡло, дүрт аяҡлы, һөйрәлеүсе ваҡ йәнлек. □ Ящерица (лат. Lacertilia). Кеҫәртке ҡойроғо. Йылғыр кеҫәртке. И Танауҙы сәскә еҫе ҡытыҡлай, ҡыуаҡтан ҡыуаҡҡа пырылдашып ҡош-ҡорт оса, аяҡ аҫтынан әле кеҫәрткеләр сығып ҡаса; әле, ут төҫлө ҡанаттарын йәйеп, бәләкәс аждаһаға оҡшаш сиңерткәләр, ҡуңыҙҙар һикерешә. Ә. Хәкимов. Юҡ-юҡ тиһәң дә, һары кеҫәртке йә йылан шыптырлап, дөйә уләне, әрем араһына шыуышып инеп китә.
3. Ураҡсин.
2. миф. Мифлаштырылған, төрлө тыйыу, ышаныуҙар менән бәйле йән эйәһе. □ Мифологизированное животное, имеющее отрицательную семантику. ■ Кәҫәрткене ултерһәң, зыян курәһең. Экспедиция материалдарынан.
КЕҪӘСЕ (Р.: карманник; И.: pickpocket; T.: yankesici) и.
Кеҫә ҡарағы. □ Карманник. Кеҫәсене тотоу.
КЕҪӘ ТЕЛЕФОНЫ (Р: мобильный телефон; И.: mobile phone; T.: cep telefonu) и.
Кеҫәлә йөрөтә торған бәләкәй телефон. □ Мобильный телефон. Кеҫә телефонынан шылтыратыу. Киммәтле кеҫә телефоны. Кеҫә телефоны һатып алыу.
КЕҪӘҮ и. диал. ҡар. тәртешкә. • Ике йортҡа — бер кеҫәу. Әйтем.
КЕТА [рус. < нан. keta ‘балыҡ’] (Р: кета; И.: dog salmon; T.: somon balığı) и. зоол.
Ите һәм ыуылдырығы ҡыҙғылт алһыу төҫлө һөмбаштар ғаиләһенә ҡараған эре диңгеҙ балығы. □ Кета (рыба){лат. Опсогһуп-chus keta). Кета итен ҡаҡлау. Кета һөҙөу. Кета тоҙлау. Алыҫ Көнсығыш диңгеҙҙәре кетаға бай.
КЕТЕЙ-КЕТЕЙ саҡ. диал. ҡар. сип-сип 2.
КЕТЕЙ-МЕТЕЙ и. ҡар. ҡыты-мыты.
КЕТЕК (кетеге) и. диал. ҡар. көсөк.
КЕТЕ-МЕТЕ и. ҡар. ҡыты-мыты. ■ [Дәу-ләтбай:] Бик яңғыратырға тырышмағанда ла, баҡсағыҙ, ишек алдығыҙ ҡойоп ҡуйған кеуек (өҫтәлгә ҡарап), тик әҫтәлегеҙҙә кете-мете аҙыраҡ тугелме һуң? Н. Нәжми.
КЕТЕРҘӘҮ (кетерҙә-) ҡ. диал. ҡар. ҡорҡолдау.
КЕТЕРКЕ и. диал. ҡар. кетерләүек II.
КЕТЕР-КЕТЕР (Р: хруп-хруп; И.: crunch; T.: kıtır kıtır) оҡш.
Ҡаты нәмәне ваҡлағанда, кимергәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Хруп-хруп (подражание звуку дробления чего-л., хруста при разгрызании сахара, сухариков). Кетер-кетер шәкәр ашау. И Йәмбикәһенең хырылдауына, Минираһының кухняла кетер-кетер көйшәнеп йөрөуенә ҡарамаҫтан Ибра-хан йоҡоға китергә тырышты. А. Ғирфанов. Мирхәйҙәров һирәгәйгән, салланған һаҡалын һелкетеп, кетер-кетер көлдө. Т. Ғарипова.
КЕТЕРЛӘК (кетерләге) (Р: кожная болезнь; И.: skin condition; T.: cilt hastalığı) u. миф.
Ауырыу эйәһе Кетерләктән килгән тире ауырыуы. □ Кожная болезнь (у детей, насылаемая духом болезни Кетерляк). Кетерлэк имлэу. Кетерлэк өтөу. ■ Кетерләген өтмәһәң, бала илаҡ була. Экспедиция материалдарынан.
КЕТЕРЛӘТЕҮ (кетерләт-) (Р: хрустеть; И.: crunch; T.: çıtırdatmak) ҡ.
Кетер-кетер иттереү, кетер-кетер иткән тауыш сығарыу. □ Хрустеть, издавать хруст. Кыяр кетерләтеу. Кетерләтеп со-хари кимереу. Кишерҙе кетерләтеп ашау. И [Табындағылар] барыһы ла, сәнскескә элеп, ауыҙҙарына яйлап ыҫланған ит тултырҙы, унан һуң тоҙланған ҡыяр кетерләтте. Ф. Янышев. Әйтерһең дә — [Гөлбикәнең]кукрәгенә ялтыр куҙле, уткер тешле бәләкәй генә һоро сысҡан инеп ҡалған да, бер туҡтауһыҙ кетерләтеп кимерә лә тора. С. Ҡудаш.
КЕТЕРЛӘҮ (кетерлә-) (Р: хрустеть; И.: crunch; T.: çıtırdamak) ҡ.
Кетер-кетер килеү, кетер-кетер итеү. □ Хрустеть. Сәйнәгәндә кетерләп тороу. Кетерләп торған ҡар. ■ Ваҡ куләуектәр йоҡа ғына боҙ ярыһы менән ҡапланған, аяҡ аҫты кетерләп тора. Р. Ғабдрахманов. Тәмле нәмә ул әтлек тигәне, киптерһәң, шәкәр кеуек, сәйнәгәндә кетерләп тора, һап-һары уҙе. Ә. Чаныш.
429