Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 430 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕТЕРЛӘҮЕК
КЕТЕРЛӘҮЕК I (Р.: хрустящий; И.: crunching; T.: kıtırtılı) с.
Кетерләп торған. □ Хрустящий. Кетерлә-уек ҡоймаҡ.
КЕТЕРЛӘҮЕК II (кетерләүеге) (Р: пушок на теле ребёнка; И.: pappus; T.: ince tüy) и.
Бала йөнө. □ Пушок на теле ребёнка.
КЕТЕРЛӘҮЕК III (кетерләүеге) и. диал. ҡар. туңғак.
КЕТЕРНӘС и. диал. ҡар. төпөш. Кетер -нәс кенә бабай.
КЕТЕРТЕК (кетертеге) и. диал. ҡар. туңғак. Киске кетертек.
КЕТИ-КЕТИ оҡш. ҡар. кытый-кытый. Кети-кети уйнау. Кети-кети итеу.
КЕТКЕЛДӘК (кеткелдәге) (Р: хохотун; И.: merry fellow; T.: kahkahacı) и.
Кеткелдәп көлгән кеше. □ Хохотун, хохотушка.
КЕТКЕЛДӘҮ (кеткелдә-) (Р: хихикать; И.: giggle; T.: kıkırdama) ҡ.
Кет-кет итеп йомшаҡ ҡына көлөү. □ Хихикать, мягко смеяться. Рәхәтләнеп кет-келдәу. Кеткелдәп ебәреу. Кеткелдәп ҡуйыу. Кеткелдәп тороу. И Был хәбәрҙән Оморҙаҡов ҡулдары менән эсен һыйпай-һыйпай, артҡа саңҡайып китеп, куҙҙәренән йәше сыҡҡансы кеткелдәп көлдө. Д. Бүләков. Салауаттың әсәһе быға, һис иҫе китмәй генә, кеткелдәп көлә. Й. Солтанов. Карсыҡ яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплап, кеткелдәп көлдө. Т. Ғарипова.
КЕТКЕЛДӘШЕҮ (кеткелдәш-) ҡ. урт. ҡар. кеткелдәү, взаимн. от кеткелдәү. И Хандарының кәйефен уртаҡлашып, Са-фагәрәйҙең ярандары тағы кеткелдәшеп алдылар. К. Мәргән.
КЕТ-КЕТ (Р: хи-хи; И.: sound imitation word; T.: kıkır kıkır) оҡш.
Йомшаҡ ҡына итеп ихлас көлгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку мелкого заливистого смеха: хи-хи. Кет-кет көлөп ебәреу. И Көмөшбикә, йәнәһе, оялыуынан, ҙур башын ситкә бороп, нескә генә тауыш менән кет-кет көлгән булды, ә уҙенең эсендә һандуғастар һайрап, кәкуктәр саҡырҙы. М. Кәрим. Ай-Һай-Һай, тамам бөлгәнһең икән дә баһа, ҡоҙа! — Боғара, кәйефләнеп, кет-кет көлөп ҡуйҙы.
Ә. Хәкимов. Баш бухгалтер, куҙен ҡыҫып, кет-кет көлөп ебәрҙе, бәпес имеҙлеге кеуек бәләкәс кенә һуҡ бармағын Карамдың танауы янында уйнатып алды. Д. Бүләков.
КЕТМЕР I с. ҡар. бөтмөр. Балалары кетмер генә. ■ [Әхирәттәре:] Бәхетлеһең, Ләйлә. Даның илгә таралды, герой булдың. Бигерәк тырыш, бигерәк кетмер инең шул бала сағыңдан, — тиештеләр. Р. Шаммас.
КЕТМЕР II (Р: кличка собаки; И.: paradise dog’s name; T.: Kitmir) и.
1. дини. Ожмахта йәшәйәсәк изге эт. □ Кличка собаки, которая будет жить в раю. Кетмер алты изге менән бергә мәмерйәлә өс йөҙ йылға ҡалған.
2. (баш хәреф менән) Эт исеме. □ Кличка собаки. ■ Кургең килһә, хәҙер курһәтәйем әле, — тип, асыуланған Ниғмәтулла ҙур һары этте бәйенән ысҡындырҙы.— Кетмер, һөс! Я. Хамматов.
КЕТМЕР III с. диал. ҡар. бәләкәй. Кетмер буйлы.
КЕТМЕР IV (Р: имя самого маленького шайтана; И.: the name of the smallest feature ; T.: en küçük şeytan) и.
Ышаныуҙар буйынса, иң бәләкәй шайтандың исеме. □ Имя самого маленького шайтана.
КЕТМЕРЛӘҮ (кетмерлә-) (Р: жить потихоньку; И.: lead a life; T.: hayat sürmek) ҡ. диал.
Әкренләп көн итеү. □ Жить потихоньку. Кетмерләп кенә донъя көтөу.
КЕТМӘ [фарс. (Р: фальшивка; И.: faked document; T.: sahte belge) и.
Ялған документ. □ Фальшивка, поддельный документ. Кетмә менән тотоу. И Ул [ҡағыҙ] аҫтыртын ҡултамғалар һалдырып, аныҡланған бер кетмә ине. Т. Хәйбуллин.
КЕТНӘҮ (кетнә-) ҡ. диал. ҡар. хихылдау. Кетнәп көлөу.
КЕТТӘКӘ (Р: туфли на высоком каблуке; И.: high heel shoes; T: topuklu) и. диал.
Бейек үксәле туфли. □ Туфли на высоком каблуке. ■ Кеттәкә кейеп йығылып ятма. Экспедиция материалдарынан.
430