КЕҮӘҪ
КЕТЧУП (кетчубы) [рус. < ингл. ketchup < ҡыт. köe ‘балыҡ’ + tsiap "соус’] (Р.: кетчуп; И.: ketchup; T.: domates sosu) и.
Томат, уксус һәм тәмләткестәрҙән яһалған әсе соус. □ Кетчуп. Кетчуп менән тәмләу. Кетчупҡа манып ашау. Буздәк кетчубы. Кетчуп әҙерләу.
КЕТӘК (кетәге) (Р.: насест; И.: perch; T.: tünek) и.
1. Тауыҡтар төнәй торған урын. □ Насест (в курятнике). Кетәккә ҡунаҡлау. ■ Курала иһә һауылмаған һыйыр урһәләнеп мөңрәй, ни эшләптер, әлегәсә тыныслана алмай, кетәктәге тауыҡтар ҡытҡылдаша. Ә. Хәкимов.
2. Тауыҡтар торған оя. □ Курятник. ■ Ике тәпәйлеләрҙең зил-зилә ҡупҡандай сырылдап ҡысҡырғаны, ярһып ҡытҡылдағандары һағайтты — кетәккә буре төшкәндәй. Й. Солтанов.
KEY и. диал. ҡар. көй.
КЕҮЕК [боронғо төрки кеби\ (Р: как; И.: as if; T: gibi) бәйл.
1. Төп килештәге исем йәки эйәлек килештәге алмаш менән килеп, берәй сифатты, ҡылыҡты икенсе менән сағыштырғанда, уға оҡшатҡанда ҡулланыла; һымаҡ, шикелле. □ Как, как будто, будто, словно, вроде, подобно, наподобие. Боҙ кеуек һалҡын. Йәшел хәтфә кеуек болон. Көҙгө кеуек йылтыр. Шәм кеуек шыршы. Уның кеуек эшләу. ■ Куян кеуек, куҙенә ҡуш куренгәс, ҡойроғон һыртҡа һалған. Р. Камал. Беҙҙең кеуектәр аҡыл һатһа, һеҙҙең кеуектәр ауыҙын аса ла тора. Ә. Вахитов. Тырышыуым бушҡа китмәне, юртағым сер бирерлек тугел: бөрсәләй етеҙ, туп кеуек тумалаҡ, сөм-ҡара ялдары туҙып тора, ҡолаҡтары ҡайсылай, арҡаһы һумалалай йылҡылдай. Д. Бүләков.
2. Шартлы фараз төшөнсәһе биреү өсөн ҡулланыла. □ Употребляется в условных конструкциях. Эшләп булмаҫ кеуек. ■ Бик һағынған, курәһең — һөйләп һуҙе бөтмәҫ кеуек. Ғ. Ибраһимов. Шулай итеп, бер ҙә утмәҫ кеуек тойолған оҙон көн утеп, төн етеп, ҡараңғы төшөп тә китте. 3. Биишева. Кешеләр Сәғидуллин тураһында бөтөнләй онотҡандар кеуек булды — уҙ-ара талаш
китте. А. Карнай. [Кәбир] алыҫтан төнгө тынлыҡ менән йомшаҡ ишетелгән тауыштарҙы тыңланы һәм бындай төндө уҙ ғумерендә беренсе тапҡыр кургән кеуек тойҙо. Картотека фондынан.
3. Самалап, икеләнеп әйткәндә ҡулланыла. □ Употребляется в конструкциях, выражающих неуверенность, двойственность. Кыҙыҡ кеуек булды. И Был эштәр башта беҙгә, малайҙарға, ҡыҙыҡ кеуек куренде. М. Ғафури. Кайһылай бәләкәй икән ул йөрәк! Кулдан ҡулға йөрөп осҡанда ул бик ҙур кеуек ине. Т. Ғарипова.
4. Сағыштырыу эйәрсән һөйләмдәрен теркәү өсөн ҡулланыла. □ Употребляется в придаточных сравнительных предложениях в функции сказуемого. ■ Һис көтмәгәндә аяҙ көндө кук кукрәгән кеуек, яҡындағы, өйҙә кемдер ҡурай уйнап ебәрҙе. Ә. Ихсан. Кеше бала сағына әйләнеп ҡайта алмаған кеуек, кешелек тә талғыныраҡ, вайымһыҙыраҡ йәшәгән дәуерҙәренә кире сигенә алмай. Р. Бикбаев. Хажиҙар ҡәғбәне курмәгә мохтаж булған кеуек, һинең яҡты йөҙөңә бағырға теләп, алыҫ ерҙәрҙән шатланып килдем. Ғ. Ибраһимов. • Шәриғәт сей тире кеуек: купме тартһаң да һуҙыла. Мәҡәл. Кыҙҙың куңеле ҡыл кеуек, көйләмәһәң — тиҙ китер. Мәҡәл. Яҡшы ҡатын йән кеуек, яман ҡатын ен кеуек. Мәҡәл. Ирем һуҙе аш кеуек, балам һуҙе таш кеуек. Мәҡәл.
КЕҮӘЛ и. диал. ҡар. ҡауаҡ.
КЕҮӘЛДӘК (кеүәлдәге) и. диал. ҡар. ҡауаҡ.
КЕҮӘЛДӘНЕҮ (кеүәлдән-) ҡ. диал. ҡар. ҡауаҡланыу.
КЕҮӘН и. зоол. диал. ҡар. һуна өйрәк.
КЕҮӘҪ [рус. квас] (Р: квас; И.: kvass; T.: kvas) и.
Арыш икмәге йәки арыш ононан сүпрә һалып әсетеп эшләнгән эсемлек. □ Квас. Һыуыҡ кеуәҫ. Кеуәҫ эсеу. Кеуәҫ һалып биреу. һыуһынды кеуәҫ менән ҡайтарыу. ■ Көнбағыш, кеуәҫ һата торған кешеләрҙе хәҙер мин теләһә ҡасан һәм теләһә ниндәй урында ла таный алырмын. С. Агиш. [Һалдат:] Их, хәҙер алдыма ике ҡаҙаҡ һимеҙ һарыҡ ите менән боҫрап торған картуф кил
431