Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 432 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕҮӘТӘ
тереп ҡуйһындар ине! Ну һуғыр ҙа инем! Шунан, тын алмай, бер сумес кеуәҫ һемерәһе лә ятып йоҡлайһы ине!.. Д. Юлтый.
КЕҮӘТӘ и. диал. сеүәтә.
КЕҮӘШНӘ [рус. квашня] и. диал. ҡар. икмәк күнәге.
КЕФАЛЬ [рус. < гр. kephale] (Р.: кефаль; И.: grey mullet; T.: kefal) и. зоол.
Кефалдәр ғаиләһенә ҡараған ялпаҡ ҡына оҙонса диңгеҙ балығы. □ Кефаль (лат. Mugil). Ҡаҡланған кефаль. Тоҙланған кефаль. Кефаль консерваһы.
КЕФИР [рус.] (Р.: кефир; И.: yoghurt; T.: kefir) и.
Үҙенсәлекле әсетә торған бәшмәк һалып ойотолған һөт аҙығы. □ Кефир. Кефир эсеу. Кефир ойотоу. ■ [Нефтселәр] Батыргәрәй-гә тағы кефир эсерҙеләр. Р. Солтангәрәев. Имеҙгән әсәләр һәр көндө ике стакан һөт йә кефир эсеуҙе уҙҙәренә ҡағиҙә итеп ҡуйһындар. «Башҡортостан ҡыҙы», № 9, 2011. Йәне көйә [Ғумәрҙең] һәм, ошо тойғонан ҡотолоу өсөн, тап-топ атлап йөрөп аҙыҡтарын бер тәрилкәгә һала, икенсе ҡулына кефир пакетын тота ла урге ҡатҡа кутәрелә. Н. Мусин.
КЕҺ-КЕҺ (Р: кхе-кхе; И.: titter; T.: kıkır kıkır) оҡш.
Йомшаҡ ҡына йүткергәндә, көлгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание лёгкому кашлю, смеху: кхе-кхе. Кеһ-кеһ көлөп алыу.
КЕШ I (Р: соболь; И.: sable; T.: samur) и. зоол.
1. һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған аҫыл тиреле йыртҡыс йәнлек. □ Соболь. / Соболиный. (лат. Martes zibellina). Асыҡ көрән кеш. Ҡараһыу кеш. Кеш балаһы. ■ Кештең буйы 37—38 сантиметрҙан алып 56—57 сантиметрға тиклем ҙурлыҡта, төҫө ҡараһыу көрән, ҡайһы бер әлкәләрҙә аҡһыл көрән, башы, кәуҙәһенә ҡарағанда, аҡһыл төҫтә була. Интернет селтәренән. [Ишмөхәмәт:] Касак булып... улгем килмәй, инәй... Анау малайҙың башына кейҙерермен тип, кеш тиреһенән бурек теккән булғайным. Т. Ғарипова.
2. Шул йәнлектең тиреһе. □ Шкура соболя. Иләнгән кеш. Кештән тектерелгән тун.
■ [Иҙеукәй — Мораҙымға:] һин яманды тыуҙырып, ҡалҡай ҡамҡа тушәттем, ҡолҡай ҡамҡа ҡаты тип, ҡара кешкә биләттем. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Өҫтөндә — ҡондоҙ яғалы йәшел сәкмән, башында — кештән тегелгән бурек, ҡунысына биҙәктәр төшөрөлгән өр-яңы сарығын өҙәңгегә ныҡ терәп, өлкән кәуҙәһен артҡа саңҡайта биреп, эйәрендә ғәжәп бер мәғрур ҡиәфәттә ултыра. Н. Мусин.
КЕШ II (Р: соболиный; И.: sable; T.: samur) с.
Кештең тиреһенән тегелгән. □ Соболиный, соболий. Кеш яға. И Ҡыны, һабы алтын менән биҙәлгән ҡылысҡа, йылтырап торған кеш тунға, ҡара төлкө тиреле буреккә, әллә ни саҡлы ҡыҙыл малға кемдең генә куҙе ҡыҙмаған икән. Ғ. Хөсәйенов.
КЕШАЛЫУ (кешал-) (Р: звать в гости; И.: to invite; T.: misafirliğe davet etmek) ҡ. диал.
Ҡунаҡҡа саҡырыу. □ Звать в гости.
КЕШЕ [боронғо төрки киси] (Р: человек; И.: man; person; T.: kişi) и.
1. Иң юғары аҡыл ҡеүәһенә эйә йән эйәһе; әҙәм. □ Человек. ■ Бынан 1—1,5миллион йыл элек Ерҙә кеше барлыҡҡа килә. Д. Бураҡаев. Ғумере башында, йәғни йәшлегендә, кеше уҙен һәр саҡ тумәләстә, артылышта торған һымаҡ хис итә. А. Абдуллин. Кеше, һиҫкәнеп, башын юғары кутәрҙе, уйҙарынан айнып, ҡая ситенә табан бер-ике аҙым атланы. Н. Мусин.
2. Йән башынан иҫәпләү берәмеге. □ Человек, лицо. Ун ике кеше килде. Биш кешенән торған ғаилә. ■ Иртәгеһенә белгестәр иртук идара йортона килһә, колхоз рәйесе, Хаким, уның ике урынбаҫары, бөтөнләй таныш булмаған тағы ике кеше ултыра. Ә. Әминев. Мине ун бер кешегә баш итеп һайланылар. Ғ. Хәйри. Ошо мәлдә, ниһайәт, ҡайынлыҡ араһынан ике кеше һыны пәйҙә булды. Д. Бүләков.
3. Туғанлыҡ мөнәсәбәте, йәш һәм енес яғынан бүленеү буйынса билдәле бер төркөмгә ҡарағайлыҡты белдерә. □ Человек. Ир кеше. Бала кеше. Ҡатын кеше. Оло кеше. Йәш кеше. Карсыҡ кеше. Ауыл кешеһе. Фән
432