КЕШЕ
кешеһе. Ҡала кешеһе. ■ Батыр ошо минутта әсә кешегә балаһын юғалтыуҙың оло ҡайғы икәнлеген аңлағандай булды. Н. Ғәйетбаев. Ҡытай кешеһе баҫты, итәғәтле генә итеп билен бөктө, йылмайҙы, йылмайғанда куҙҙәре бөтәште, ирендәре урынында һыҙыҡ ҡына ҡалды. Ә. Әминев. Әсәй кеше ҡапыл ғына етдиләнә. Й. Солтанов. • Ҡыҙым — ҡыҙ кеше, килер йөҙ кеше, алыр бер кеше. Мәҡәл. Егет кешегә етмеш төрлө һәнәр ҙә әҙ. Мәҡәл. Ир кешенең бер һуҙе — ҡатын кешенең йөҙ һуҙе. Мәҡәл.
4. Юғары рухи һәм мораль сифаттарға эйә булған шәхес. □ Личность. Ипле кеше. Ҡөслө кеше. Ҡуңелле кеше. Тырыш кеше. Тәртипле кеше. Ҡеше итеу. ■ Иплегә иптәш куп, яҡшы кешегә һәр ерҙә ишек асыҡ. Ғ. Ибраһимов. Иң мөһиме: кеше кеше булып ҡалһын. Т. Сәғитов. Вәлидов кеуек аҡыллы, төплө фекерле һәм уҡымышлы кешеләр милли төбәктәрҙә куп тугел, улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Н. Асанбаев.
5. Күмәк шәхес; халыҡ. □ Люди. Ҡеше йыйылғас. Ҡеше алдына сығыу. ■ [Атаһы — Байрасҡа:] Улым, хәҙер ук туры атты ҡырҙан эҙләп ҡайт, кеше куҙенә бик ук салынмаҫҡа тырыш. 3. Биишева. Ҡеше алдында уҙен шулай ыҡсым тоторға кунеккәйне ул [Арыҫлан]. Ғ. Ибраһимов. Шиғырға нөктә төртәйек инде, кеше көтә лә баһа!.. Картотека фондынан.
6. Туғанлығы, яҡынлығы булмаған сит кеше. □ Чужой. Ҡеше балаһы. Ҡеше нәмәһе. Ж Ҡеше балаһын ғәйепләу анһатыраҡ шул. 3. Биишева. Артабан уҡып торманы Мәҙинә: атаһының һуғышҡа тиклем ниндәй булғанын унһыҙ ҙа белә ул, ә бына уҙенә ҡағылған һуҙҙәрҙән тәне семерҙәне, тыны ҡыҫылды: кеше балаһы! Т. Ғарипова. [Килдебәк:] Саҡ йәндәрен аҫраған малҡай-ҙарҙы бер аҙ тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыуың була, уларҙы, икенсе ҡураға кусереп, башҡа кешегә тапшыралар, ә миңә яңынан сибектәрен килтереп бирәләр. А. Абдуллин. • Ҡеше ҡайғыһы төштән һуң. Әйтем. Кеше менән кеше араһы — ер менән кук араһы. Әйтем. Кеше була бесән менән, һин булаһың бисәң менән. Мәҡәл.
7. миф. Алла (Хоҙай) тарафынан үҙенә оҡшатып балсыҡтан әүәләп булдырылған йән эйәһе. □ В башкирской мифологии: созданное Аллахом по своему подобию существо.
♦ Кеше айырыу 1) кешеләрҙе таный белеү. □ Разбираться в людях; 2) төрлө кешегә төрлөсә ҡарау; берәүгә яҡшы, берәүгә насар булыу. □ Делить людей (на нужных и ненужных). Кеше араһына инеү 1) тормошта үҙ урыныңды табыу. □ Найти своё место в обществе. 2) кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә ҡыҫылыу; □ Вмешиваться в чужие отношения. Кеше аяғы тыныу тулы тынлыҡ урынлашыу. □ Полная тишина. Кеше аяҡ баҫмаған (урын, ер) бер кем дә булмаған, ҡырағай. □ Место, куда не ступала нога человека; глушь. И Борон-борон, Уралда эле кеше аяҡ баҫмаған урмандар булған саҡта, Янһары тигән бер кеше булған, ти. Әкиәттән. Кеше булыу 1) үҫеп, үҙ көнлө булыу. □ Достигнуть совершеннолетия, стать самостоятельным. Балалар кеше булып бөттө. ■ Бында беҙҙең мосолмандарға ғаилә мәсьәләһе ҡыйын, бына балаларҙы уҫтерәһең, улар кеше булалар, уҡып сығалар, егеттәребеҙ рус ҡыҙҙарына әйләнәләр, ҡыҙҙарыбыҙ рус офицерҙарына сығалар. Д. Юлтый; 2) һауығыу, шәбәйеү. □ Выздороветь. Кешегә баҙ ҡаҙыу яуызлыҡ теләү. □ Желать зла. Кешегә үлә яҙыу кешелекле булыу. □ Быть человечным. Кешегә һанау кемделер ихтирам итеү, фекерен иҫәпкә алыу. □ Уважать кого, считаться с кем. Кеше иҫәбенә йәшәү сит кеше ярҙамында көн күреү. □ Жить за счёт других. Кеше итеп ҡарау иҫәпләшеү, һанлау. □ Считать за человека. Кеше итеү 1) кемделер үҫтереп, уҡытып, үҙ аллы йәшәрлек хәлгә еткереү. □ Поставить на ноги, сделать человеком, дать воспитание и образование. Балаларҙы кеше итеу бурысы. И [Новиков:] Разве һиңә һуғышҡа китергә кәрәк! Һинең уҡый торған ваҡытың — кеше булыу өсөн әҙерләнә торған ваҡытың. Д. Юлтый; 2) кемделер ауырыуҙан тергеҙеп, аяҡҡа баҫтырыу. □ Вылечить, выходить. И [Карам:] Мин кеше булыуҙан уҙғанмын. Тыныс ҡына улергә ирек бирегеҙ. Р. Хөсәйенов. Кеше
433