Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 434 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕШЕ ЕЛӘГЕ
йырын йырлау үҙ фекере булмау, башҡаларға ғына эйәреү. □ Петь под чужую дудку. Кеше йырын да йырла, уҙеңдекен онотма. Кеше йәнле кешегә яҡшы мөнәсәбәтле, кешелекле. □ Человечный, добрый. ■ Хәстәрлекле, кеше йәнле, төплө фекер йөрөтә белгән етәксе колхозсыларҙы уҙенец шәхси өлгөһө, уҙ эшенә мөнәсәбәте, эште дөрөҫ ойоштора белеуе, колхоз активистары, белгестәр, тәжрибәле өлкән йәштәгеләр менән һәр ваҡыт кәңәшләшеп эшләуе менән уҙенә ылыҡтыра. «Торатау», 27 январь 2011. Кеше көлдөрөп, эт өрҙөрөп йөрөү көлкөгә, мыҫҡылға ҡалып, ниндәйҙер эш ҡылып йөрөү. □ Насмешить своим поступком, делами. Кеше көлкөһө мәсхәрә, хурлыҡ. □ Осмеяние, насмешка. Кеше көнлө булыу сит әҙәм ярҙамына мохтаж булыу. □ Быть не в состоянии себя обслужить, быть зависимым от кого-л. И Баштан уҡ ошолай тәбиғәт ҡосағында тәбиғи ысул — уләндәр менән дауаланһам, ҡош тауыштарын тынмаһам, эргәмдә ошолай моң ишетелеп, баш осомда туп-туп итеп алмалар яуып торһа, ҡартайған көнөмдә кеше көнлө булып та ҡалмаҫ инем. М. Бураҡаева. Кеше күҙендәге сүпте күреү башҡаларҙың ғәйебен асып, үҙеңдекенә иғтибар итмәү.
□ Видеть только чужие недостатки. • Кеше куҙендәге супте кургәнсе, уҙ куҙеңдәге супте алып ҡуй. Әйтем. Кеше кулына калыу сит кеше тәрбиәһенә, кеше ҡарамағына ҡалыу.
□ Остаться на чужих руках, стать иждивенцем. Кеше рәтенә инеү 1) тормошта, йәмғиәттә башҡалар кимәленә күтәрелеү, үҙ урынын алыу. □ Найти своё место; 2) ҡаты сирҙән ҡотолоп шәбәйеү, йүнәлеү. □ Выздороветь, стать на ноги. Кеше һүҙе ғәйбәт.
□ Сплетни, пересуды. Кеше ыңғайлы күндәм, әйткәнде тыңлаусан. □ Сговорчивый.
КЕШЕ ЕЛӘГЕ и. бот. диал. ҡар. ер еләге.
КЕШЕ ИНДЕРЕҮ ҡар. кеше тотоу 1.
КЕШЕ-КӨН (Р.: трудодень; И.: workday unit; T.: işgünü) и.
Кешенең тулы эш көнөнә нигеҙләп алынған хеҙмәт үлсәү берәмеге. □ Трудодень. Яҙғы ашлыҡты тамамлар өсөн бер-ике кеше-көн кәрәк.
КЕШЕ КҮҢЕЛЛЕ (Р: человечный; И.: humane; T: insanca, insansever) с.
Башҡаларға ихлас мөнәсәбәтле, кеше көйөнә тора торған, кеселекле. □ Человечный, почтительный.
КЕШЕКӘЙ (Р: некто; И.: somebody; Т: biri) и. һөйл.
Таныш түгел, билдәһеҙ кеше. □ Кто-то, некто. ■ Толоп яғаһын кутәреп, елгә арҡаһын ҡуйып, бесән санаһына ҡырын ятҡан кешекәй килә. Б. Бикбай. [Шәурә:] Был партизан тигән кешекәйҙәр менән Урал эсе туп-тулы, ти. 3. Биишева. Атаҡайымдың өйөндә ултырғайным тәҙрә төбөндә. Ят кешекәйҙәрҙең өйөндә ултырырмын ишек төбөндә. Йырҙан.
КЕШЕ-ҠАРА (Р: кто-либо; И.: some one; T: bir kimse) и. йыйн.
Ниндәй ҙә булһа кеше; кеше-фәлән. □ Кто-либо, кто-нибудь. ■ Хәйрулла өндәшеп торманы, тиҙерәк кеше-ҡара кургәнсе атын эҙләп китте. Д. Бүләков. Хәҙер иһә, йәй уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, көтөу сыҡмай, ауылдарҙа ни һарыҡ-кәзә баҡырғаны, ни эт өргәне ишетелмәй, кеше-ҡара ла һирәк куренә. Ә. Хәкимов. [Батыр:]Был ҡара ҡумта менән ни эшләргә? Ошонда ғына ташлап китер ине, кеше-ҡараның куреп ҡалыуы бар. Н. Ғәйетбаев.
КЕШЕ ҠУШТАН с. диал. ҡар. алсаҡ.
КЕШЕЛЕК I (кешелеге) (Р: человечество; И.: humanity; T: insanlık) и.
1. Бөтә донъя кешеләре, кешеләр йәмғиәте. □ Человечество, человеческое общество. / Человеческий. Кешелектең уҫеуе. Кешелек донъяһының ҡанундары. И Ер йөҙөндәге бөтә кешелектең тәу атаһы — Әҙәм, әсәһе — һауа. Т. Ғарипова. [Азамат:] Беләһеңме, көрәш кешенең уҙен дә, кешелекте лә таҙарта. Р. Солтангәрәев.
2. Кешегә хас сифаттар. □ То, что свойственно, присуще человеку. / Человеческий. И Кешене тышҡы куренеше менән таныу бик еңел булһа ла, уның кешелеген таныу ифрат дәрәжәлә ауыр. Ғ. Хәйри. Яугир уҙенец изге бурысын, кешелек бурысын, хатта хәрби бурысын башҡарып ҡуйҙы. 3. Ураҡсин. Беҙ законға ла, кешелек выжданына ла хилафлыҡ
434