Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 435 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕШЕЛЕКҺЕҘЛЕК
ҡылманыҡ! — тине сәркәтип, ҡашын төйөп. Ә. Хәкимов.
3. Кешене аяу, ҡыҙғаныу тойғоһо, йомшаҡ күңеллелек. □ Человечность. Кешелек тойғоһо. Кешелек менән мөғәмәлә итеу. Кешелек курһәтеу. ■ [Юлия:] Ә кешелек яғынан мин һеҙҙән уларҙы язаһыҙ ҡалдырырығыҙҙы утенеп һорар инем. Һ. Дәүләтшина.
♦ Кешелектән сығарыу 1) бик ныҡ яманлау. □ Хулить, сильно поносить; 2) эшлектән сығарыу (мәҫәлән, туҡмап, сиргә дусар итеп һ. б.). □ Вывести из строя, лишить трудоспособности. Кешелектән сығыу 1) эшкә яраҡһыҙланыу. □ Потерять трудоспособность. И [Сәмиғуллин:] Минец йөрәкте беләһең бит, картуф сәсәм тип, кешелектән сығыр хәлем юҡ. Ә. Вәли; 2) бик ныҡ арыу, йонсоу. □ Утомляться, изнуряться, обессилеть; 3) кешелек сифаттарын юғалтыу. □ Потерять человеческий облик, лицо. ■ Кеше булыуы, өҫкә урләуе генә ҡыйын — йылдар утә, ә кешелектән сығыу өсөн бер нисә ай ваҡыт етә. «Йәшлек», 22 ғинуар 2008.
КЕШЕЛЕК II (Р.: рассчитанный на ... человек; И.: for... persons; T.: kişilik) с.
Күпмелер кешегә иҫәпләнгән. □ Рассчитанный на столько-то человек. Өс-дурт кешелек. Ике кешлек. Өс кешелек булмә. Ике кешелек карауат.
КЕШЕЛЕК III (кешелеге) (Р: зрачок глаза; И.: pupil (of the eye); T.: gözbebeği) и.
Күҙҙең иң уртаһындағы, шәүлә төшкән ҡара нөктә. □ Зрачок глаза. Кешелеген шекәрә ҡаплаған.
КЕШЕЛЕК ҠАТАРЫНА КЕРЕҮ (кешелек ҡатарына кер-) (Р: стать совершеннолетним; И.: to become full age; T: ergenleşmek) ҡ.
Ир ҡорона тулыу. □ Стать совершеннолетним. Егет кешелек ҡатарына кергән.
КЕШЕЛЕКЛЕ (Р: человечный; И.: humane; T.: insanca, insansever) с.
Ярҙамсыл, мәрхәмәтле, шәфҡәтле; кеше йәнле. □ Человечный, гуманный, отзывчивый. Кешелекле булыу. Кешелекле итеп тәр-биәләу. Кешелекле ҡатын. Кешелекле табип. ■ Сержант Шербань тырыш, эшлекле, курсанттарға ҡарата талапсан, ғәҙел, ке
шелекле. Я. Хамматов. • Кешенеке менән кешелекле булма. Мәҡәл.
КЕШЕЛЕКЛЕК (кешелеклеге) (Р: человечность; И.: humaneness; T.: insanlık) и.
Башҡа кешеләргә ярҙамсыл, мәрхәмәтле, шәфҡәтле булыу сифаты. □ Человечность, гуманность, доброта. Кешелеклек курһәтеу. Кешелеклек сифаты. ■ Кешелеклек, аяу тигән нәмә онотолған, әҙәмдең куҙенә генә тугел, йәненә ҡан һауған. Б. Рафиҡов. Ирлеген, кешелеклеген яҡлап ант итеп, хаҡлыҡ өсөн нахаҡҡа һәләк булған ҡыйыу Тимербай. Һ. Дәүләтшина. Бер ҡыҙ баланы санитарка йәки телефонистка итеп алыу уға [Вардгес Сергеевичҡа] бер ни тормай ине. Кешелеклеге, һиҙгерлеге етмәне. М. Кәрим. Зәйнулла хәҙрәт кеуек эскерһеҙ инсандарҙы, әхлаҡ һәм кешелеклек өлгөһө булғандарын хөрмәт иттем. Ә.-З. Вәлиди.
КЕШЕЛЕКЛЕЛЕК (кешелеклелеге) и. ҡар. кешелеклек. ■ Сәлим уҙенең сабыр тәбиғәте, кешелеклелек сифаттары, кәрәк саҡта мәргән һуҙ әйтеуе менән һалдаттарҙы еңде. С. Поварисов. Иштуған Хаммат батыр менән ғорурланырға, тәрән ихтирам итергә, уның йөҙөндә бөтә булған кешелеклелек, дөрөҫлөк, намыҫлылыҡтың ҡаҡшамаҫ яҡлаусыһын курергә өйрәнгән бит. 3. Биишева.
КЕШЕЛЕКҺЕҘ (Р: бесчеловечный; И.: inhuman; T.: insafsız) с.
Бер кемгә лә ярҙам итергә тырышмаған, мәрхәмәтһеҙ, шәфҡәтһеҙ. □ Бесчеловечный, жестокий. ■ Бергенәһенең, ир ҡорона кереп еткән малайының, шундайын да кешелекһеҙ булыуына төшөнөп бөтә алмай ҡарт: ни сәбәп? И. Солтанов. [Зөлхәбирә:]Кеше эшенә, кеше тормошона шулай һөмһөҙ килеп тығылыу — ниндәй тупаҫлыҡ, наҙанлыҡ? Ниндәй кешелекһеҙ ҡырағай әхлаҡ, әрһеҙ ғәҙәт! М. Кәрим.
КЕШЕЛЕКҺЕҘЛЕК (кешелекһеҙлеге) (Р: бесчеловечность; И.: inhumanity; T.: insafsızlık) и.
Бер кемгә лә ярҙам итергә тырышмау, мәрхәмәтһеҙлек, шәфҡәтһеҙлек. □ Бесчеловечность, жестокость. ■ Аслыҡ йылдың зарары, бер татарҙың кешелекһеҙлеге менән
435