КЕШЕЛӘРСӘ
Мәрйәм шулрәуештә Кавказға китте. М. Ғафури. Иртәгеһенә Кириллдың сатан эте ғәйеп була... Әгәр уны йыртҡыс хайуандарға ашатыу өсөн зверинецҡа ебәрһәләр? Ниндәй ҡанһыҙлыҡ, ниндәй йәнһеҙлек, кешелекһеҙлек! Картотека фондынан.
КЕШЕЛӘРСӘ (Р.: по-человечески; И.: humanly; T.: insanca)/?.
Дөйөм кешеләргә хас кеүек; әҙәмсә. □ По-человечески; как человек (люди). Кешеләрсә мөғәмәлә итеу. Кешеләрсә эш итеу. ■ Гармунын тушенә аҫҡан Ирғәле куҙле кешеләрсә баҙыҡ атлап алдан сыҡты, уның артынан Менәуәрә куренде. Н. Мусин. Тимашев Алтынбайҙыц ҡалынайып килгән яурынын оло кешеләрсә ҡағып ҡуйҙы. 3. Ураҡсин.
КЕШЕЛӘШТЕРЕҮ (кешеләштер-) (Р: очеловечивать; И.: turn human; T.: insanlaştırmak) ҡ.
1. Әҙәми зат һүрәтенә килтереү, кеше итеү. □ Очеловечивать (наделить кого-л., что-л. свойствами человека). // Очеловечивание. Йәнһеҙ әйберҙәрҙе кешеләштереп һу-рәтләу.
2. Кешелекле итеү, мәрхәмәтле итеү. □ Очеловечивать (смягчить, сделать человечным, гуманным). // Очеловечивание.
КЕШЕ-МАҘАР и. ҡар. кеше-ҡара.
■ Кеше-маҙар булһа ла — курерлекме ни, дөм ҡараңғы. Ғ. Ибраһимов. [Энйебикә:] Килеп йығылғас, Хоҙай хәйерле юл бирһен тип кенә ебәреп булмай бит. Ат, кеше-маҙар әҙерләгәнсе, йөрәк ялғап ал. М. Буранғолов.
КЕШЕ МӨСӘЛЕ (Р: цикл жизни человека; И.: human life cycle; T: on iki yıl) u.
Ун ике йылдан торған кеше ғүмеренең дәүерҙәре. □ Цикл жизни человека (двенадцатилетний).
КЕШЕН (Р: мешок из шкуры телёнка; И.: bag from a skin of a calf; T.: buzağu derisinden çuval) и. диал.
Быҙау тиреһенән йөнлө яғын тышҡа ҡуйып тегелгән тоҡ. □ Мешок из шкуры телёнка, сшитый мехом наружу. ■ һыйырымды кешен ҡуйып ҡына һауам, ҡуймаһам, тибә. Экспедиция материалдарынан.
КЕШЕНЛӘТЕҮ (кешенләт ) ҡ. йөкм. ҡар. кешенләү, понуд. от кешенләү. Бейәне кешенләтеу.
КЕШЕНЛӘҮ (кешенлә-) ҡ.
1. ҡар. кешнәү. ■ Ауылды яңғыратып кешенләй-кешенләй Бәләкәй һарайғыр сабып йөрөй ине. Уның тауышы ҡайһы саҡта йыраҡта, һырт аръяғында, ишетелә, шунан тағы ла нәҙек, ләкин ғәйрәтле кешенләу тәҙрә быялаларын зыңғырлата. Н. Мусин.
2. диал. Аттың өс аяғын тышау. □ Треножить.
КЕШЕ НУРЫ (Р: луч человека; И.: beam of the person; T: kişi nuru) и. миф.
Кеше иҫән саҡта, уға эйәреп йөрөгән яҡтылыҡ. □ Луч человека (мифический). ■ Кеше нуры ут булып осоп йөрөй, ти. Экспедиция материалдарынан.
КЕШЕРӘТ и. диал. ҡар. киҙеү.
КЕШЕ СҮРӘТЕ и. диал. ҡар. ҡарасҡы.
КЕШЕ ТОТОУ (кеше тот-) (Р: держать квартирантов; И.: take in lodgers; T: kiracı almak) ҡ.
1. Килем алыу маҡсаты менән фатирға кеше керетеү. □ Держать квартирантов. Фатирҙа кеше тотоу.
2. Хеҙмәтсе, йомошсо тотоу. □ Держать прислугу. ■ Квартираһын ҡарау һәм ашарға әҙерләу өсөн махсус кеше тота. И. Насыри.
КЕШЕ-ФӘЛӘН и. йыйн. ҡар. кеше-ҡара. И Ут һунгәнен кургәс, ҡыҙҙы ҡурҡыу алған: тышта ҡараңғы төшөп килә, ә яҡын-тирәлә кеше-фәлән юҡ икән. Халыҡ ижадынан.
КЕШЕ ХАҠЫ и. диал. ҡар. хәрәм.
КЕШЕ ХУЖАҺЫ (Р: дух, хозяин человека; И.: owner of the person; T: kişi ruhu) и. миф.
Кешегә эйәреп йөрөгән рух, эйәрсән. □ Дух, хозяин человека. ■ Кешенең, һәр кемдең эйәрсәне була, шуны кеше хужаһы, тиҙәр. Экспедиция материалдарынан.
КЕШЕ ЮҪЫҒЫНА р. диал. ҡар. кеше ыңғайына.
КЕШИЛЕ и. диал. ҡар. сит ил.
КЕШКӘЙ-КЕШКӘЙ (Р: кыш-кыш; И.: shoo!; T.: git!) саҡ.
436