Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 437 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЕШТӘКЛӘҮ
Бейә ҡыуғанда әйтелә торған һүҙ. □ Возглас, которым отгоняют кобылу: кыш-кыш.
КЕШМИР I [ғәр. j^] (Р.: кашемир; И.: cashmere; T.: kaşmir) и.
Ион йәки йөн ҡатыш йоҡа туҡыма. □ Кашемир (ткань). Кешмирҙан туҡылған яулыҡ. ■ [Мин:] Баһау бабай, ҡара әле, шәфәҡ нисек ҡыҙыҡ булып куренә, француз яулыҡ кеуек тә, кешмирға оҡшаған ерҙәре лә бар. Ә. Чаныш.
КЕШМИР II (Р: кашемировый; И.: cashmere; T.: kaşmir) с.
Кешмир туҡыманан тегелгән. □ Кашемировый. ■ Башына ябынған шау биҙәк зәңгәр кешмир яулығы, төрлө ебәк таҫмалар баҫып, билдән бөрөп, мул итеп тегелгән һары сатин кулдәге, уҡалы ҡыҙыл бәрхәт камзулы менән ул [Гаибә әбей] хәҙер хужа ҡатынға тугел, ә ҡунаҡ ҡоҙағыйға оҡшап уҡ тора. 3. Биишева. Шәмси уҙе лә һиҙмәҫтән, шул булмәгә табан ынтылып торғанда, булмәнән көрән шәлъяулыҡ бәйләгән, кешмир кулдәк һәм аяҡтарына «сирбек» кейгән Йыһан сыҡты һәм аш бешереусе янына уҙҙы. Ғ. Хәйри.
КЕШМӘК (кешмәге) (Р: палица; И.: club; T.: topuz) и. диал.
Йәнлек һуға торған суҡмар. □ Палица. Кешмәк менән буре алыу.
КЕШНӘТЕҮ (кешнәт-) ҡ. йөкм. ҡар. кешнәү. понуд. от кешнәү. ■ Куп тә утмәй, былар [Ку сэр хандар]өйөр-өйөр, көтөу-көтөу малдарын әйҙәп, йылҡыларын кешнәтеп, һыйырҙарын мөңрәтеп, ҡуй-һарыҡтарын баҡыртып, баш һуҡҡан яҡҡа кусеп тә киттеләр, ти. Әкиәттән. Теш араһынан сыйылдатып өҙлөкһөҙ көй һыҙғырып йөрөгән Шәмситдиндец тимер атты кешнәткәнен көттөләр. Й. Солтанов.
КЕШНӘҮ (кешнә-) (Р: ржать; И.: neigh; T.: kişnemek) ҡ.
1. Ҡысҡырып тауыш биреү (йылҡы малына ҡарата); кешенләү. □ Ржать, издавать ржание (о лошади). Айғыр кешнәуе. Кешнәп ебәреу. ■ Әлегәсә ҡойма буйында ымһынлап тороусы бала-саға, һөрән һалып ҡысҡырыша-ҡысҡырыша, кешнәгән ат тауышына ҡарай йугерҙеләр. Я. Хамматов. Төнө буйы ашап инде һыуһаған аттар Хашим-ды тыныс, ләкин ҡыуаныслы кешнәу менән
ҡаршы алды. Т. Ғарипова. Аттар ни эшләргә белмәй кешнәп урәпсей, Федотов шарт та шорт сыбыртҡы шартлата. Ә. Хәкимов. • Бейә кешнәмәй — айғыр тешләмәй. Мәҡәл. Бейә кешнәмәһә, айғыр һикермәй. Мәҡәл. Кешнәгән айғырҙың өйөрөн кур, маҡтанған ирҙец өйөн кур. Мәҡәл.
2. кусм. мыҫҡ. Йәмһеҙ итеп, ихахайлап көлөү. □ Громко хохотать.
3. миф. Мифлаштырылған яман заттарҙы, ауырыу эйәләрен ҡурҡыта торған тауыш, хәрәкәт. □ Ржать. // Ржание (по представлениям башкир, имеет отгонную и охранительную силу; в магической медицине используется для отпугивания духов болезней).
КЕШНӘШЕҮ (кешнәш-) ҡ. урт. ҡар. кешнәү. взаимн. от кешнәү. ■ Ары-бире һуғылған аттар, айғылдап кешнәшеп, бе-реһен-береһе ҡыҫты, бөтәһе бергә буталды. Ғ. Ибраһимов. Даланы тояҡ ту пырлау ы, аттарҙың ажғырып кешнәшеуе, яраланған һуғышсыларҙың уҙәк өҙгөс тауыш менән иңрәуе яңғыратты. Ә. Хәкимов. Кәзә-Һарыҡ тәзелдәшкән, һыйырҙар баҡырышҡан, аттар кешнәшкән, ҡош-ҡорт ҡытҡылдашҡан тауыштар, исмаһам, саҡ ҡына ла баҫылмай. Я. Хамматов. • Ат кешнәшеп, кеше һөйләшеп танышыр. Мәҡәл. Алыҫ булһа, кешнәшер, яҡын булһа, тешләшер. Мәҡәл.
КЕШТЕРТ-КЕШТЕРТ оҡш. ҡар. ҡыштыр-ҡыштыр. Аяҡ аҫтында япраҡтар кештерт-кештерт итеп тора.
КЕШТӘК (кештәге) (Р: ластовица; И.: gusset; T.: apışlık) и.
Күлдәктең ҡултыҡ аҫтына, ыштандың балаҡ төбөнә ҡыҫтырып тегелә торған дүрткел ҡорама. □ Ластовица, подмышник. ■ Шул саҡ уның [Емештең] хәтеренә ҡасандыр Карасәс инәйҙән ишеткән бер мәҡәл килде: уҙ ҡайғыһы — уҙәктә, кеше ҡайғыһы — кештәктә. 3. Биишева. • Үҙең-деке — уҙәктә, кешенеке — кештәктә. Мәҡәл. Үҙ балаң — уҙәктә, кеше балаһы — кештәктә. Мәҡәл. Кешенеке менән кештәкле булма. Мәҡәл.
КЕШТӘКЛӘҮ (кештәклә-) (Р: шить с ластовицей; И.: put a gusset; T.: apışlık eklemek) ҡ.
437