Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 439 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИБЕРҺЕҘ
КИБЕГЕҮ (кибек-) (Р.: сохнуть; И.: be thirsty; T: susamak) ҡ.
1. Ныҡ сарсап, тамаҡ кибеү; һыуһау
□ Сохнуть; испытывать сильную жажду. И һыуһыҙ кибеккән зәғиф гөлгә ҡандырышлы ямғыр һымаҡ булды был. Й. Солтанов.
2. Ныҡ ябығыу, һулыу (ауырыуҙан, моң-зарҙан). □ Сохнуть, худеть, иссыхать (от болезни, переживаний). И Зарығып ултыра торғас, Хәлимә кибегеп бәләкәйләнә башлаған, ти. Әкиәттән. [Курәҙә:] Ул ҡошто атып ултерергә кәрәк. Ҡошто ете көн эсендә ултереп, ҡыҙыңа уҙе һайлаған алманы ашата алмаһаң, ҡыҙың кибегеп уләсәк! Әкиәттән.
КИБЕЖӘ [ҡаҙ.] и. ҡар. кибәҙә 2.
КИБЕКТЕРЕҮ (кибектер-) (Р: вызвать жажду; И.: make thirsty; T: susatmak) ҡ.
1. Тамаҡты киптереү; сарсатыу. □ Вызвать жажду. Ауыҙҙы кибектерҙе. И Эҫе көн хәлдән алды, тамаҡты кибектерҙе.
2. Ябыҡтырыу; ҡаҡ һөйәккә ҡалдырыу.
□ Истощать. Мөхәббәт кибектерҙе.
КИБЕНЕҮ (кибен-) (Р: сушиться; И.: dry out; T: kurulanmak) ҡ.
Өҫ-башты, өҫтәге кейемде киптереү.
□ Сушиться, обсушиваться. Ҡояшта кибе-неу. Ут яғып кибенеу. Мейестә кибенеу. ■ «Йә, ярар, көн ҡыҙыу бит. Ҡибенермен әле», — тине почтальон. 3. Биишева. Ҡыҙҙың ҡараһыу төҫтәге сәстәре ҡоро, курәһең, ул әле һыуға төшмәгән йәки кибенгән. М. Хужин.
КИБЕР I [ғәр. j*£] (Р: гордость; И.: pride; T.: kibir) и. иҫк. кит.
Ғорурлыҡ, тәкәбберлек. □ Гордость, надменность.
КИБЕР II [рус. < пол. kiwior ‘баш бәйләмесе’] (Р: кивер; И.: shako; T.: sorguçlu asker şapkası) u.
Европа илдәрендә XVIII—XIX быуаттарҙағы осло башлы, тирәсһеҙ хәрби бүрек.
□ Кивер.
КИБЕР III с. диал. ҡар. изгелекһеҙ.
КИБЕР IV [рус. < ингл.] (Р: кибер-; И.: cyber; T.: güdübilim) и.
Кибернетикаға мөнәсәбәтле ҡушма һүҙҙәрҙең беренсе өлөшө (мәҫәлән, кибер спорт, киберарауыҡ һ. б.). □ Первая часть сложных слов со значением «кибернетический».
КИБЕРЕҺЕҘ с. диал. ҡар. һөйкөмһөҙ.
КИБЕРНЕТИК I (кибернетигы) [рус.
< ингл.] (Р: кибернетик; И.: cyberneticist; Т: güdübilim uzmanı) и. махс.
Кибернетика буйынса белгес. □ Кибернетик. Кибернетик һәнәрен һайлау. Тәжрибәле кибернетик. Кибернетиктар кәңәшмәһе.
КИБЕРНЕТИК II (Р: кибернетический; И.: cybernetic; T.: güdübilim) с. махс.
Кибернетикаға мөнәсәбәтле, кибернетикаға бәйле. □ Кибернетический. Кибернетик ысул. Кибернетик системалар. Кибернетик ҡараш. Кибернетик протез.
КИБЕРНЕТИКА [рус. < гр. kybemetike ‘идара итеү сәнғәте’] (Р: кибернетика; И.: cybernetics; T.: güdübilim) и. махс.
Төрлө процестарҙағы үҙкөйләнештең һәм автоматик контролдең дөйөм теорияһы. □ Кибернетика. Кибернетика факультеты. Кибернетика даирәһе. Кибернетика ҡанундары. Кибернетика буйынса реферат яҙыу. Иҡтисади кибернетика. ■ Беҙҙә ядро энергияһы, электрон-иҫәпләу машиналары һәм кибернетик ҡорамалдар практикала торған һайын киңерәк һәм төрлөрәк әлкәләрҙә ҡулланыла. «Башҡортостан», 8 июнь 2009. Кибернетика хаҡында ул [оратор ] зерә матур һөйләй. Т. Арслан. Клара тәуҙә институттың математика факультетын тамамланы, унан иң һәләтле студенттар иҫәбенән электроника һәм кибернетика буйынса аспирантурала уҡыны. Картотека фондынан.
КИБЕРНЕТИКАЛАШТЫРЫУ (кибер-нетикалаштыр-) (Р: кибернетизировать; И.: cybernetize; T: güdübilimi kullanmak) ҡ. махс.
Кибернетика ысулдарын йәмғиәт тормошона керетеү, төрлө тармаҡтарҙа киң ҡулланыу. □ Кибернетизировать. // Кибернетизация. Медицина әлкәһе әуҙем киберне-тикалаштырыла. Фәнде кибернетикалаштырыу. Йәмғиәт тормошон кибернетика-лаштырыу. Етештереуҙең айырым тармаҡтарын әуҙем кибернетикалаштырыу.
КИБЕРҺЕҘ (Р: невзрачный; И.: plain, homely; T.: cazibesiz) с. диал..
1. һынһыҙ, шыҡһыҙ. □ Невзрачный, неприглядный. Киберһеҙ генә ҡыҙ бала.
439