Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 440 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КИБЕС
2. Тыңлауһыҙ. □ Непослушный. Киберһеҙ кеше.
КИБЕС [ҡаҙ.] и. диал. ҡар. кәүеш I. Кибес кейеу. Кибес һатып алыу.
КИБЕСЛЕ ҠАТА (Р.: высокие галоши; И.: high overshoes; T: yüksek arkalı lastik) u. диал.
Арты бейек ҡата. □ Высокие галоши. Ки-бесле ҡата һатып алыу.
КИБЕТ [боронғо төрки кебит] (Р.: лавка; И.: store; T: dükkan) и. һөйл.
Төрлө нәмәне берәмекләп һата торған сауҙа бинаһы; магазин. □ Лавка, магазин, ларёк. / Магазинный. Бәләкәй кибет. Ике катлы кибет. Кейем-Һалым кибете. Икмәк кибете. Көнкуреш кәрәк-ярактары кибете. ■ Ям станы эргәһендә Мырҙағолдоң дегет-маҙар һата торған кибете бар. Ғ. Ибраһимов. Уралбай өйөнөң аҫкы катында кибет аскан, әммә сауҙа эшен уҙе алып бармай, бисәһенә кушкан. Әкиәттән. Кибеттә һатыусы булып эшләй башлағас, уҙенә беренсе бурыс итеп Рауза атлауын уҙгәртеуҙе куйҙы. Т. Ғарипова. Баҙарҙа, кибеттәрҙә аҙык-тулек әллә ни киммәт тугел кеуек. Ғ. Хөсәйенов.
КИБЕТСЕ (Р: хозяин магазина; И.: store keeper; T: dükkancı) и. иҫк.
Кибет хужаһы. □ Хозяин магазина, лавочник, хозяин ларька. И Полк штабы Корман ауылын имеп яткан Хәйбулла кибетсенең өйөнә урынлашты. А. Таһиров.
КИБЕҮ (кип-) [боронғо төрки кэп-] (Р: сохнуть; И.: dry; T: kurumak) к.
1. Берәй нәмәнең һыуы, дымы, тәбиғи лайлаһы бөтөп еүеш хәлдән ҡороға әйләнеү. □ Сохнуть, высыхать, сушиться. Кипкән кулдәк. Тамак кипкән. Ирендәр кипкән. Мейескә кипкән утын өҫтәу. ■ Бер көндө, яҙ етеп, ер-һыу кипкәс, куршеһе Ғизелбанат та әйләнеп кайтты. Ғ. Ибраһимов. Таштимер, уҙе лә һиҙмәҫтән, кояшта куп йөрөуҙән ярғыланып бөткән кипкән ирендәре менән шул сейәләргә һак кына кағылды. Д. Бүләков. Ғәли кыҙарып елһенгән куҙ кабактарын көскә асып караны, кипкән теле менән ирендәрен яланы. Й. Солтанов. Тамағы кипкән Гөлбаныу куҙен асып тирә-яғына караны. Т. Ғарипова.
• Тирең кипмәһә, байлығың китмәҫ. Мәҡәл. Иренсәктең ирене кибер. Мәҡәл. Тырыштан тир кипмәҫ, ялкауҙан сир китмәҫ. Мәҡәл. Юрғаның тире кипмәҫ. Мәҡәл. Бер бейәнең ике имсәге — береһе кипһә, һөтө юк. Мәҡәл.
2. Дымы, һуты бөтөп, ҡороға, ҡатыға әйләнеү. □ Высушиться. Кипкән корот. Компотка еләк киптереу. Иҙәндең буяуы кипмәгән. ■ Кипкән көпшәнән шундай көй сығыуы бик тә ғәжәп! Я. Хамматов. Баҫыуҙарҙың кипкән тупрағын көйөн осора. Ә. Вәли.
3. Ҡорошоп, үле хәлгә килеү; ҡороу, ҡыуарыу. □ Засохнуть, высохнуть, вянуть (о растениях). Гөлдәр һулып кипкән. ■ Болондағы кипкән бесән еҫе танауҙы кы-тыклай. С. Поварисов. Бына ул [Бәкер] кипкән ағас ботағы табып алды, шуны торған еренә каҙай башланы. Н. Ғәйетбаев. Мәҙинә уларҙы улән йыйырға ла өйрәтә, шуға курә бында кипкән сәскә, япрак еҫтәре. Т. Ғарипова.
4. кусм. Ныҡ ябығыу. □ Худеть (от болезни, переживаний, непосильной работы). Ауырыуҙан кибеу. И Беҙҙең оста бер катын бар, яуызлығынан кибә. Т. Арслан. Бара-бара бөтөнләй йоконан мәхрум кала. Һарғайып кибә башлай был. Әкиәттән. [Әптеләхәттең] әсәһе, касандыр бик һылыу булып, хәҙер инде аслыктан, нужанан аскак яңаклы, һарғайып кипкән катын, йылғаға төшөп бәпәйҙең сепрәк-сапрағын йыуып, ағаска элә. Т. Ғарипова. Уның [Сәғурәнең] һарғайып кипкән йөҙөнән илауға окшаш ғазаплы шәулә йугереп утте. 3. Биишева.
5. Эсендәге һыуы, шыйыҡлығы быуға осоп юҡҡа сығыу, ҡороға ҡалыу. □ Высохнуть, испариться. ■ Таңдан тороп хәҙер кырға сығам ысык кипмәҫ борон гөлдәрҙә. М. Кәрим. Ниндәйҙер хикмәт менән куҙҙәргә эркелгән йәш бөрсөктәре кипте. Ғ. Ибраһимов.
КИБЕШЕҮ (кибеш-) к. диал. кар. кибенеү.
КИБОРГ [рус. < ингл.] (Р: киборг; И.: cyborg; T: sibernetik organizma) и.
Кешегә оҡшатып эшләнгән робот. □ Киборг.
440